Губин Евгений Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Евгений Иванович Губин битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Губин Евгений Иванович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 февраль 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Белорет районы, Тирлән ауылы
Вафат булған көнө 5 март 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Һамар
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Лейтенант

Губин Евгений Иванович (25 февраль 1923 йыл — 5 март 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик-штурмовик, подполковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евгений Иванович Губин 1923 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны Тирлән Заводы ҡасабаһында[1] эшсе ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.

8 класты, Белорет аэроклубын, 1942 йылда Свердловск ҡалаһында осоусыларҙың авиация мәктәбен тамамлаған.

1941 йылдың апрель айында Башҡорт АССР-ының район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл армия сафына саҡырыла. 1942 йылда Свердловск хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында 1943 йылдың 26 ғинуарынан алып ҡатнаша. 1944 йылдан алып ВКП (б) ағзаһы.

Штурмлаусы авиаполктың өлкән осоусыһы лейтенант Е. И. Губин 1943 йылдың 26 ғинуарынан 1944 йылдың февраленә тиклем 82 хәрби осош яһай, 54 автомашинаны, 5 танкты, 4 ялан артиллерия орудиеһын, 29 зенит нөктәһен, һуғыш кәрәк-яраҡтары менән 1 складты, 18 йөк арбаһын, 5 пулемет нөктәһен, 2 самолетты һәм 350-гә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә.

Һуғыштан һуң ҡыйыу осоусы-штурмовик СССР Хәрби Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1948 йылда Тамбов летчиктарҙы һуҡыр һәм төнгө осоуға әҙерләү юғары авиация курстарын, ә 1955 йылда — офицерҙар составын камиллаштырыу буйынса Үҙәк осоу-тактика курстарын тамамлай.

1958 йылдан подполковник Е. И. Губин — запаста. Куйбышев ҡалаһында (хәҙер — Һамар) йәшәй һәм «Волгоэнергомонтаж» тресында ҡорамалдар буйынса инженер булып эшләй. 1991 йылдың 5 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемжәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1944 йылдың 1 июлендә командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лейтенант Евгений Иванович Губинға Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3949) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» тигән исем бирелә.
  • Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены, шулай уҡ ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар, сит ил ордендары менән бүләкләнә.
  • Белорет ҡалаһының почетлы гражданы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Тирлән ауылы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]