Евпраксия Всеволодовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Евпраксия Всеволодовна
Герб
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Титул герцог[d]
Тыуған көнө 1071
Тыуған урыны Киев, Киев Русе
Вафат булған көнө 20 июль 1109
Вафат булған урыны Киев, Киев Русе
Ерләнгән урыны Киев-Печёра лавраһы
Атаһы Всеволод Ярославич[d][1]
Әсәһе Анна Половецкая[d][1]
Бер туғандары Владимир Всеволодович Мономах[d], Ростислав Всеволодович[d] һәм Анна Всеволодовна[d][2]
Хәләл ефете Генрих IV[d][1] һәм Генрих I Длинный фон Штаде[d]
Нәҫеле Рюриковичтар
Һөнәр төрө суверен
Биләгән вазифаһы Holy Roman Empress[d]
 Евпраксия Всеволодовна Викимилектә

Евпраксия Всеволодовна (көнбайыш европа сығанаҡтарында: Адельһайда, нем. Adelheid, Пракседа, лат. PraxedisPraxedis; 1069 йылда тыуған — 1109 йылдың 9 июле) — Всеволод Ярославичтың ҡыҙы, Владимир Мономахтың апаһы, Изге Рим империяһы императоры Һенрих IV-нең икенсе ҡатыны.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Графиня фон Штаде[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1083 йыл менән 1086 йылдар араһында Төньяҡ Саксония маркаһы маркграфы Һенрих Штадендың (урыҫ кенәздәренең уның менән традицион союзы булған) кәләше булараҡ Германияға эләгә. Һенрих бөйөк киев кенәзе Святослав Ярославичтың ҡатыны Оданың туғаны булған: уның әсәһе Ида фон Эльсдорф Һенрихтың атаһы Удоны уллыҡҡа алған. Тикшеренеүселәр фаразлауынса, был никах Евпраксияның атаһы Всеволодҡа, немец графиняһы Кунигундаға өйләнгән туғанының улы Ярополк менән ҡапма-ҡаршы торған сағында, Европа алдында позицияһын көсәйтеү өсөн кәрәк булған.

Евпраксия маркграф Һенрихҡа 12 йәшендә кейәүгә бирелгән. Германияға ул бай кейемдәр, затлы таштар һәм күп хазина тейәлгән дөйә каруандарына эйәргән кенәз ярандары менән килгән.

1087 йылдың июнендә уның ире вафат булған, был никахтан балалары булмаған.

Император ҡатыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Моғайын, Евпраксия бик матур булғандыр, уға Изге Рим империяһы императоры Һенрих IV ғашиҡ була. Тәүге иренең вафатынан һуң бер йыл үтеүгә, 1088 йылда, улар никахлаша обручение. Көҙ башында Евпраксия Һенрих IV-нең «әйттерелгән кәләше» сифатында императорҙың апаһы аббатисса Адельһайда ҡурсалауында Кведлинбург монастырында торған.

1089 йылдың 14 авгусында магдебург архиепискобы Һартвиг Кёльн соборында 39 йәшлек Һенрих IV менән, католицизмға күскәндән һуң Адельһейда (Аделаида) исемен алған, йәш киев ҡыҙы Евпраксияға никах уҡыған. Король ҡатыны Адельһейданы тәхеткә ултыртыу Раштыуа байрамынан һуң күптә үтмәй, 1089 йылда, Кёльнда башҡарыла.

Немец тарихсыһы Герд Альтһофф версияһы буйынса, Адельһайда һәм Һенрихтың никахы императорҙың саксон хакимдары менән бәйләнешен нығытыу маҡсатында барлыҡҡа килгән. Яңы ғына кейәүгә сыҡҡан ҡыҙға, ул осорҙа киң таралған сәйәси союзды нығытыу һәм хәүефһеҙ итеү ғәмәленән сығып ҡарағанда, аманат роле тәғәйенләнгән.

Ир менән ҡатын араһында кризис[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инвеститура өсөн аяуһыҙ көрәш фонында ир менән ҡатындың бер-береһенән һыуыныуы тиҙ арала башланған, ҙур тиҙлектә ғауғалы төҫ алған.

Шул уҡ йылда рим папаһы Урбан II-нең уңышлы дипломатияһы ярҙамында, Һенрих IV-нең дошмандары сәйәси һәм хәрби союз төҙөй — 43 йәшлек Матильда Тосканская 17 йәшлек Вельф V менән никахҡа инә.

1090 йылдың мартында Һенрих IV, Климент III һәм Урбан II араһындағы көрәшкә ҡыҫылырға тырышыу һәм Матильдаға ҡаршы һуғышты дауам итеү теләге менән, Италияға әйләнеп ҡайта. 1090 йылдың апрелендә Һенрих IV Веронаға килә, һәм тиҙҙән унда һарайы ла күсә. Тормош ҡыҫҡа ғына сығарҙы. Падуялағы (1091 йылдың ғинуар — авгусы) тормошоноң ҡыҫҡа дәүерен индермәгәндә, Евпраксия 1093 йылға саҡлы Веронала ҡала, һәм бында уның Һенрих менән мөнәсәбәттәре ҡатмарлашыуға килтергән төп ваҡиғалар булып үткән, 1092 йылда яңы тыуған сабыйы вафат була.

1091 йылдың Пасхаһы алдынан Һенрих IV бик оҙайлы ҡамауҙа тотҡандан һуң, граф Вельф һаҡлаған Мантуяны баҫып алған. 1092 йылдың яҙынан башлап Генрих IV Монтевельо ҡәлғәһен ҡамауҙа тотҡан, ләкин октябрҙә, үҙенең ғәскәрен Каноссаға бороп, сигенергә мәжбүр була. Бында фортуна императорҙан бөтөнләй арты менән боролған — 1092 йылдың октябрендә Каносса диуарҙары эргәһендә еңелә; Милан, Кремона, Лоди, Пьяченца ҡалалары императорға ҡаршы оборона һәм һөжүм итеү килешеү төҙөй һәм альп артылыштарын үҙ контроле аҫтына ала, шуға күрә был юлы Һенрих Германиянан киҫелгән хәлдә ҡала, Венецияға кире ҡайтырға мәжбүр була, һәм өс йыл дауамында, 1093 йылдан 1096 йылға саҡлы, Германияға ҡайта алмай. Уның улы Конрад 1093 йылда Папа һәм уның яҡлыларға ҡушылған һәм Миланда Италия короле тәхетенә ултырған.

Һенрих ҡатынын бик ныҡ ҡыҙғанған һәм уның менән насар мөғәмәлә иткән. М. Карамзин шундай бер мәғлүмәт килтерә: «кисереү теләй Агнесаның сафлығын һынарға теләп, Һенрих бер баронға унан мөхәббәт эҙләргә ҡуша. Ул әрһеҙҙе прелестникты тыңларға теләмәй; ахырҙа ҡаңғыртыуынан сығырынан сығып, ниһайәт, йәшерен осрашыу ваҡытын һәм урынын тәғәйенләй. Ҡараңғы төндә барон урынына император үҙе килгән, һәм һөйәркә урынына ҡатын-ҡыҙ күлдәген кейеп алған тиҫтәләгән хеҙмәтсе, император ҡатынының бойороғон башҡарып, уны, ғали йәнәптәренең намыҫынан көлөүсе тип, рәхимһеҙ рәүештә туҡмайҙар. Уйҙырма барон урынына үҙенең ирен күреп, Агнесса былай тип әйткән: „Нишләп һин законлы ҡатыныңа зинасы кеүек килдең?“ Асыуы ҡабарған Һенрих баронды язалаған, ә саф һәм тоғро Агнессаны әшәке ҡаныҡҡанлыҡ менән һүккән: йәш ир-егеттәргә сисенергә ҡушҡан һәм ҡатынын шәрә көйө уларға күрһәткән».

"Штаден анналдары"нда шулай уҡ күрһәтелә: «Һенрихтың тәүге никахынан тыуған улы Конрад атаһына түбәндәге сәбәп буйынса ҡаршы баш күтәргән. Король Һенрих үҙенең ҡатынын, королева Адельһайданы, шулай күрә алмаған, хатта нәфрәте уның элекке дәртле һөйөүенән дә көслө булған. Ул уны төрмәлә тотҡан, һәм уның рөхсәте менән күптәр ҡатынды көсләгән. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, ул шундай аҡылһыҙлыҡҡа барған, хатта телгә алынған улын да үгәй әсәһенә йәбешергә өндәгән. Улы атаһы түшәген хурларға теләмәгәнен әйткәс, король улына, „һин минән түгел, ә йөҙә менән миңә оҡшаған бер герцогтан тыуғанһың“, тип раҫлап маташҡан».

Бындай хәлдәр Һенрихтың оргиялар ойошторған николаиттар сектаһына ингәнлегенән килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Г. Альтһофф, үҙ сиратында, императорҙың Евпраксия менән никахы саксон хакимдары менән тыныслыҡ килешеүенең бер өлөшө булып торғанлыҡтан, ул үҙенсәлекле бер аманат заложница булғандыр, һәм ҡатынына ҡарата мөнәсәбәте саксонлылар менән ҡатмарлыҡтар башланыу менән үҙгәргән, тип иҫәпләй. Альтһофф фекере буйынса, Һенрихтың ҡатынын көсләргә бойороуы йөкләмә үтәмәгән яҡтың вәкилен, аманатты, язалау юлы булғандыр.

Европа янъялы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Веронда ысын мәғәнәһендәге тотҡон булған Евпраксия (1093 йыл аҙағында) унан Рим Папаһы ҡурсалауы аҫтына ҡасҡан. Верона стенаһы янында уны Вельф V етәкселегендәге отряд ҡаршы алған һәм уны Каноссаға Матильда Тосканлыға уңышлы алып барып еткерә.

Констанцалағы сиркәү соборында (1094 йылдың апрелендә) һәм Пьяченцалағы синодта (1095 йылдың марты) Евпраксия, ҡатынын үҙенә, иренә, хыянат башҡарыуға, атап әйткәндә, өлкән улы Конрад менән йөрөргә мәжбүр итеүҙә, шулай уҡ императорҙы оргияларҙа һәм сатанизмда ғәйепләүҙәрен иҫбатлап, Һенрихҡа ҡаршы һөйләгән. Папа Урбан II Һенрихты яңынан анафемаға биргән. Евпраксияның ялыуы ғәҙел тип танылған, һәм уны гонаһынан арындырғандар.

Бынан һуң бер аҙ ваҡыт Евпраксия Италияла, күрәһең, Һенрих Конрадтың улының һарайында йәшәгән. Әммә 1096—1097 йылдар тирәһендә ул «күп туғандары йәшәгән» Венгрияға юлланған, ләкин унда оҙаҡ тормаған, 1099 йыл тирәһендә әсәһе янына Киевҡа ҡайтҡан, тип күҙаллана. 1106 йылдың авгусында Һенрих үлгәндән һуң, Евпраксия монахинялыҡҡа сәс ҡырҡтырған (1106 йылдың 6 декабрендә) һәм 1109 йылда вафат булған[3] монастырында ерләнгән.

Нәфис әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Загребельный Павел Архипович. Евпраксия (2002). Архивировано 24 август 2011 года.
  • Казовский Михаил Григорьевич Месть Адельгейды. Исторический роман, М., 2005.
  • Ладинский Антонин Петрович Последний путь Владимира Мономаха. — Минск, изд-во «Университетское», 1987—383 с.
  • Октавиан Стампас. Рыцарь Христа. Цикл «Тамплиеры. Исторические хроники рыцарей Ордена Храма Соломонова.» — М., изд-во «OCTO PRINT», 1996.
  • Антонов Александр Ильич Евпраксия: Роман, М., Мир Книги, Литература, 2010.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Назаренко А. В. Древняя Русь на международных путях. М., 1999.
  • Rüß H. Eupraxia — Adelheid. Eine biographische Annäherung. // Jahrbücher für Geschichte Osteuropas. 54. 2006. S. 481—518.
  • Древняя Русь в свете зарубежных источников. — М., 2009—2010.
  • Морозова Л. Е. Великие и неизвестные женщины Древней Руси. — М.: АСТ, 2009.
  • Gerd Althoff: Heinrich IV. WBG, Darmstadt 2006.
  • Карамзин Н. М. История Государства Российского. — Ростов-на-Дону: Издательство «Феникс», 1995.
  • Буровский А. М. Несбывшаяся Россия. — М.: Эксмо, 2007.