Егоров Юрий Павлович (ғалим)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Егоров Юрий Павлович (ғалим)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 1 сентябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Вафат булған көнө 9 ноябрь 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина
Һөнәр төрө химик
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Егоров Юрий Павлович (укр. Юрій Павлович Єгоров; 1923 йыл1996 йыл) — СССР һәм Украина ғалимы, физика-математика фәндәре кандидаты, химия фәндәре докторы (1966), профессор (1969).

Егоровтың УССР Фәндәр академияһының органик химия институтында шөғөлләнгән төп фәнни йүнәлеше булып Е = М бәйләнеше менән органик берләшмәләрҙең спектроскопик үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн өйрәнеү тора. Төп профиль журналдарҙа баҫылып сыҡҡан 260-тан ашыу фәнни мәҡәлә авторы һәм авторҙашы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Егоров Юрий Павлович 1923 йылдың 1 сентябрендә Мәскәүҙә тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1941 йылдың июнь айында Воронеж хәрби элемтә училищеһына уҡырға инә, унда 1941 йылдың ноябренә тиклем уҡый һәм фронтҡа взвод командиры итеп ебәрелә. Яралана, хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла һәм 1946 йылдың июненә тиклем Ҡыҙыл Армияның тыл частарында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышының инвалилы булып ҡала.

Физик факультетына уҡырға инә йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә, уны 1952 йылда ҡыҙыл диплом менән тамамлай. 1946—1950 йылдарҙа Мәскәү гидрометеохеҙмәт идаралығында эшләй. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң тәүҙә Химия-технология институтында (1952) һәм СССР ФА ҡаҙылма яғыулыҡтар институтында (1952—1955), һуңынан СССР ФА Органик химия институтында (1955—1960) кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Егоров Юрий 1958 йылда физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, Исследование колебательных спектров непредельных кремнийорганических соединений» темаһына диссертация яҡлай.[1] Ошо уҡ йылдың март айынан СССР ФА Органик химия институтында спектраль төркөмдөң етәксеһе була, унда IV төркөм элементоорганик берләшмәләрҙең спектраль характеристикаларын өйрәнеү менән шөғөлләнә.

1960 йылда Егоров УССР Фәндәр академияһының Полимер һәм мономер институтына эшкә саҡырыла, унда 1960 йылдың август айынан полимерҙар институтында физика бүлегенең мөдире була. 1966 йылда химия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп, кремний, германий һәм ҡурғаш берләшмәләренең химик бәйләнеше тәбиғәтенә һәм спектраль характристикалар тикшереүгә арналған диссертация яҡлай. Диссертацияһының темаһы: «Колебательные спектры и природа химической связи в органических соединениях элементов IV Б группы».[2] 1968 йылдың март айынан УССР Фәндәр академияһының Органик химия институтында молекуляр структура һәм спектроскопия бүлегенең мөдире булып эшләй.1979 йылдан молекуляр струтктура һәм спектроскопия бүлеге мөдире була. 1969 йылда уға «химик физика» һөнәре буйынса профессор исеме бирелә. Органик химия институтында 1992 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эшләй.

Егоров Юрий Павлович 22 фән кандидаты әҙерләнгән. «Теоретическая и экспериментальная химия» журналының баш мөхәррир урынбаҫары була, УССР ФА Оптика һәм спектроскопия буйынса комиссия рәйесе, УССР ФА «Теории химического строения, кинетики и реакционной способности» буйынса совет ағзаһы.

1996 йылдың 9 ноябрендә Киевта вафат була.

1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены[3] һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены [4], шулай уҡ күп миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында « 1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы бар.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лебедєв Є. В. Інститут хімії високомолекулярних сполук НАН України (50 років) 1958—2008. Київ, 2008.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]