Емельянов Борис Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Емельянов Борис Владимирович
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 июнь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Силәбе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, университет уҡытыусыһы, тарихсы
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә[1], история философии[d][1] һәм Йәмғиәт фәндәре[1]
Эш урыны Көньяҡ Урал аграр университеты
А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d], заслуженный профессор[d] һәм Институт философии и права УрО РАН[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Емельянов Борис Владимирович (8 июнь 1935 йыл) — философия өлкәһендә СССР һәм Рәсәй педагогы һәм ғалимы, философия фәндәре докторы (1989), профессор (1991), Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлегенең Философия һәм хоҡуҡ институтының атҡаҙанған профессоры (2005), Урал дәүләт университеты һәм Нижневартовск дәүләт университетының почетлы профессоры (2005). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Борис Владимирович Емельянов 1935 йылдың 8 июнендә Силәбелә тыуа.

1962 йылдан алып 1967 йылға тиклем Ленинград дәүләт университетының философия факультетында уҡый. 1967 йылдан 1971 йылға тиклем Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтының философия кафедраһында уҡытыусы булып эшләй [2].

1971 йылдан Урал дәүләт университетында педагогик эшмәкәрлеген башлай: 1976 йылдан алып 1971 йылға тиклем — өлкән уҡытыусы һәм доцент, 1990 йылдан — ватан философияһы кафедраһы һәм философия тарихы һәм мәғарифы кафедраһы профессоры, 1997 йылдан 1999 йылға тиклем — философия факультетының культурология кафедраһы мөдире. 1976 йылдан алып 1991 йылға тиклем — Урал дәүләт университетының ижтимағи фәндәр уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү институты директоры урынбаҫары. 1991 йылдан 1994 йылға тиклем рус философияһы бүлеге мөдире, 1994 йылдан 2001 йылға ьтиклем — рус мәҙәниәтенең Ғилми-тикшеренеү институтының директоры, 2001 йылдан 2005 йылға тиклем —Урал дәүләт университеты ҡарамағындағы Төбәк-ара ижтимағи фәндәр институты директоры[2].

1970 йылда философия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Источниковедение истории русской философии второй четверти XIX века» темаһына диссертация яҡлай, 1989 йылда философия фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн — «Русская философия первой половины XIX века: проблемы источниковедения истории философии» темаһы буйынса диссертация яҡлай. 1991 йылда Б. В. Емельяновҡа профессор исеме, 2005 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлегенең Философия һәм хоҡуҡ институтыты һәм Урал дәүләт университеты һәм Нижневартовск дәүләт университетының почетлы профессоры [2][3].

Төп эшмәкәрлегенән тыш Б.В. Емельянов йәмәғәт эштәр менән шөғөлләнә: 1992 йылдан 2004 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы конкурс үҙәгенең ғалим секретары, Урал дәүләт университетының диссертация советы ағзаһы. Б. В. Емельянов Урал Толстой философияһы йәмғиәтен һәм Урал рус философияһын тикшереүселәр йәмғиәтен ойоштороусыларының һәм етәкселәренең береһе була, редакция коллегияһы ағзаһы, «Философские науки», «Историко-философские исследования», «Учёные записки Уральского университета» һәм «Ежегодник НИИ русской культуры» баҫмаларының мөхәррире һәм консультанты була. Б В. Емельянов —юғары мәктәптең Халыҡ-ара фәндәр академияһы, Рәсәй Табиғи фәндәр академияһы, Халыҡ-ара дискурс-тикшеренеүҙәр академияһы һәм гуманитар фәндәр академияһы академигы[2][3].

Б В. Емельяновалты йөҙҙән ашыу ғилми эш һәм утыҙға яҡын монография авторыу, уның етәкселеге аҫтында алтмыштан ашыу докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана[2][3].

1995 йылдың 21 июнендә Рәсәй Президенты Указы менән «фәнни эшмәкәрлектә ҡаҙаныштары өсөн» маҡтаулы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре исеменә лайыҡ була[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995[4])
  • Урал дәүләт университетының премияһы (1991, 2005)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Jemel‘janov, Boris Vladimirovič // Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 К 80-летию Бориса Владимировича Емельянова / Научный ежегодник Института философии и права Уральского отделения Российской академии наук // Изд.: ФГБУН Институт философии и права УрО РАН; Том 15. Вып. 1, 2015 г. — С.153-157
  3. 3,0 3,1 3,2 Емельянов Борис Владимирович. Дата обращения: сентябрь 2020. 2020 йыл 12 август архивланған.
  4. 4,0 4,1 Указ Президента России от 21 июня 1995 года № 620. Дата обращения: сентябрь 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • К 80-летию Бориса Владимировича Емельянова / Научный ежегодник Института философии и права Уральского отделения Российской академии наук // Изд.: ФГБУН Институт философии и права УрО РАН; Том 15. Вып. 1, 2015 г. — С.153-157