Степанова Епистиния Фёдоровна
Степанова Епистиния Фёдоровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 18 ноябрь 1874[1] |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 7 февраль 1969[1] (94 йәш) |
Вафат булған урыны | Дондағы-Ростов, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Краснодар крайы |
Балалары | Степанов, Александр Михайлович[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Степанова Епистиния Фёдоровна Викимилектә |
Степанова Епистиния Фёдоровна (18 ноябрь 1882 йыл — 7 февраль 1969 йыл) — һигеҙ улы һуғышта һәләк була урыҫ ҡатын-ҡыҙы. «Герой әсә» һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Епистиния Фёдоровна Степанова хәҙерге Украина территорияһында тыуа, әммә бала сағынан Кубандә йәшәй[2]. Һигеҙ йәшенән Епистиния батраклыҡта йөрөй: ҡаҙ һәм өйрәк көтә, уңыш йыйыуҙа ҡатнаша. Буласаҡ ире менән ул һората килгәс кенә таныша. Ире — Степанов Михаил Николаевич 1878 йыл) — Г. М. Димитров исемендәге колхоз бригадиры, 1934 йылда вафат була.
Степановтар Краснодар крайы Тимашев районының Беренсе Май утарында йәшәй (хәҙер — Ольховский). Епистиния Федоровна ун биш бала таба[3]:
- дүрт йәшлек Стеша — тәүге балаһы һәм тәүге юғалтыуы — эҫе һыуға бешә;
- игеҙәк малайҙары үле тыуа;
- биш йәшлек Григорий ҡыҙылсанан вафат була;
- 1939 йылда ҡыҙы Вера һөрөмгә тонсоға.
Степановтарҙың 10 балаһы тере ҡала — туғыҙ ул һәм бер ҡыҙ.
Е. Ф. Степанованың улдары (фотоһүрәттәге тәртип буйынса):
- Александр Михайлович Степанов (өлкәне) (1901—1918) — Степановтар ғаиләһе РККА-ға ярҙам иткән өсөн үс итеп атыла.
- Николай Михайлович Степанов (1903—1963[4]) — фронтҡа 1941 йылдың авгусында китә. Дон кавалерия корпусы составында хеҙмәт итә. Гвардия рядовойы Төньяҡ Кавказда алыша, Украинаны азат итеүҙә ҡатнана, бер нисә тапҡыр яралана, 1944 йылдың октябрендә ҡаты яра ала. Ярсыҡтар уң аяғын зарарлай. Хирургтар уның бер өлөшөн ала, ҡалғандары ғүмер ахырынаса тәнендә йөрөй. Бөйөк Ватан һуғышынан инвалид булып ҡайта, алған яраларынан вафат була
Улы: Валентин Николаевич Степанов[5]. - Василий Михайлович Степанов (1908—1943) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша,1941 йылдың 21 майында хеҙмәткә саҡырыла. Әсирлеккә эләгә, 1942 йылда ҡаса. Подпольщиктар аша партизандарға ҡушыла. 1943 йылдың 2 ноябрендә задание үтәгәндә гитлерсылар ҡулына эләгә. декабрҙә Никполе ҡалаһында атыла[6]. Днепропетровск өлкәһе Солояниниск районының Сурско-Михайловка ауылыднда туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Ҡатыны — Степанова Вера Ивановна [1].
- Филипп Михайлович Степанов (1910—1945) — 1941 йылдың 22 майында һуғышҡа алына. Ҡырымда һуғыша[7], (по другим данным — 629 стрелкового полка[8]) попал в плен 24 мая 1942 года в Харьковском котле[9], умер 10 февраля 1945 года[10] в шталаге VI K (326) — лагере военнопленных «Форелькруц» под Падерборном[11][2].
Ҡатыны: Степанова Александра Моисеевна[7][12]. - Фёдор Михайлович Степанов (1912—1939)
- Иван Михайлович Степанов (1915—1942)
- Илья Михайлович Степанов (1917—1943)
- Павел Михайлович Степанов (1919—1941)
- Александр Михайлович Степанов (младший) (1923—1943) - Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң)[13]. Похоронен в могиле № 642 в кургане на северной стороне села Бобрица Каневского района Черкасской области[14].
Советтар Союзы маршалы А. А. Гречко һәм армия генералы А. А. Епишев 1966 йылда уға түбәндәгеләрҙе яҙа :
«Девять сыновей вырастили и воспитали Вы, девять самых дорогих для Вас людей благословили на ратные подвиги во имя Советской Отчизны. Своими боевыми делами они приблизили день нашей Великой Победы над врагами, прославили свои имена. …Вас, мать солдатскую, называют воины своей матерью. Вам шлют они сыновнее тепло своих сердец, пред Вами, простой русской женщиной, преклоняют колени».
Һуңғы йылдарҙа Епистиния Федоровна, союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер Дондағы Ростовта берҙән-бер ҡыҙының — уҡытыусы Валентина Михайловна Коржова ғаиләһендә йәшәй. Шунда 1969 йылдың 7 февралендә вафат була. Һалдат әсәһен Краснодар крайының Тимашев районында Днепровский станицаһында хәрби хөрмәт күрһәтеп ерләйҙәр. Бер нисә йылдан һуң, 1974 йылдың 14 апрелендә «Комсомольская правда» гәзиттендә Степановтар ғаиләһе яҙмышы тураһында яҙыла.
Степановтар нәҫеле өҙөлмәй, 2010 йылға Епистиния Федровнаның 44 ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Степанова Епистиния Федоровна совет ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүгеләрҙең береһе булып «Герой әсә» ордены менән бүләкләнә[15].
- 1977 йылда (үлгәндән һуң) 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Краснодар крайының Днепровский станицаһында Мәңгелек ут эргәһендә ерләнә. Һәләк булған ауылдаштары араһында уның туғыҙ улының да исеме бар.
- Тимашевск ҡалаһында Степановтар ғаиләһе музейы булдырылған (1970) һәм Советтар Союзы Геройы Степанов Александр Михайловичтың бюсы ҡуйылған (1967).
- Тимашев районы гербында, шулай уҡ Днепр ауыл биләмәһе флагында һалдат әсәһе образы һынландырылған.
- Дондағы Ростовта Епистиния Федоровнаға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
- 1966 йылда режиссёр Борис Карпов һәм Павел Оусанов Епистиния Федоровна Степанова тураһында «Слово об одной русской матери» документаль фильмын төшөрә (Мәскәү халыҡ-ара фестивале призына лайыҡ була).
- 1978 йылда Краснодар китап һөйөүселәр йәмғиәте Степанова Е. Ф. исемендәге әҙәби премия булдыра (2001 Краснодар крайы хакимиәте премияһы статусына эйә). Йыл һайын лауреаттарҙы бүләкләү тантанаһы Тимашевскиҙа,Степановтарҙың ғаилә музейында үтә[16].
- 1982 йылда 1 Майында утарында (хәҙер — Ольховский) Степановтарҙың йорт-музейы асыла.
- Шағир Феликс Чуев Епистиния Федоровнаға шиғыр бағышлай[17].
- Документаль фильмдарҙың үҙәк студияһы Епистиния Федоровнаға 1984 йылда «Советский патриот» (№ 71) киножурналын арнай.
- 2005 йылда яҙыусы Виктор Коновтың «Жизнь замечательных людей» серияһында Степановаға арналған айырым китап сыға, унда уның һәм иренең тыуған көндәре документтар менән раҫлана, шулай уҡ грециялағы килтереү, шулай уҡ өс китап бокс-тышлыҡта: Покрышкин, Жуков, Епистинья Степанова нәшер ителә.
- Е. Ф. Степановаға арналған тантаналы саралар үткәрелә[18].
- Красноярск ҡалаһының «Мемориал Победа» музейы экспозицияһында Григорович Дмитрий Сергеевичтың «Хәсрәтле әсә» картинаһындағы Епистиния Степанова образы үҙәк урынды биләй
- Шағир Николай Тюрин «Герой әсә» шиғырын яҙа
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Музей и история семьи Степановых // Тimashevsk.ru — информационный сайт г. Тимашёвска.
- ↑ Жемчужина Епистиния…(недоступная ссылка)
- ↑ Военная энциклопедия в 8 томах. Том 7:"Прод"-«Таджикистан». — Москва, Военное издательство, 2003. — Стр.658.
- ↑ Музей и история семьи Степановых | Тимашёвск. Городской сайт. Газеты, видео, афиша, новости, объявления . www.timashevsk.ru. Дата обращения: 11 декабрь 2015.
- ↑ Память народа :: Донесение о безвозвратных потерях :: Степанов Василий Михайлович, __.12.1943, убит, . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 10 декабрь 2015.
- ↑ 7,0 7,1 Память народа :: Донесение о безвозвратных потерях :: Степанов Филипп Михайлович, __.__.1942, пропал без вести, . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 11 декабрь 2015.
- ↑ Степанов Филип Михайлович, __.05.1942, пропал без вести, :: Донесение о потерях :: Память народа . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 15 май 2019.
- ↑ Память народа :: Донесение о безвозвратных потерях :: Степанов Филипп Михайлович, 10.02.1945, погиб в плену, . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 11 декабрь 2015.
- ↑ Степанов Филипп Михайлович, 10.02.1945, погиб в плену, :: Донесение о потерях :: Память народа . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 15 май 2019.
- ↑ Память народа :: Донесение о безвозвратных потерях :: Степанов Филипп Михайлович, , , . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 10 декабрь 2015.
- ↑ Степанов Филипп Михайлович, __.__.1942, пропал без вести, :: Донесение о потерях :: Память народа . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 15 май 2019.
- ↑ Память народа :: Документ о награде :: Степанов Александр Михайлович, Герой Советского Союза (орден Ленина и медаль «Золотая звезда») . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 11 декабрь 2015.
- ↑ Память народа :: Донесение о безвозвратных потерях :: Степанов Александр Михайлович, . pamyat-naroda.ru. Дата обращения: 11 декабрь 2015.
- ↑ 65 лет назад был впервые вручён орден «Мать-героиня»(недоступная ссылка)
- ↑ Постановление главы Администрации края от 15.10.2001 № 983 об учреждении ежегодной премии Администрации Краснодарского края имени Е. Ф. Степановой (вместе с Положением о премии Администрации Краснодарского края имени Е. Ф. Степановой).
- ↑ Мать
- ↑ Литературная гостиная «Легенда о матерях»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Быстров А. В., Русская мать, 2 изд., М., 1979. Энциклопедия «Великая Отечественная война 1941—1945 гг.»
- Конов В. Ф. Епистинья Степанова. — 2-е изд.. — М. : Молодая гвардия, 2005. — 366 с. — (ЖЗЛ; Вып. 936). — 5000 экз. — ISBN 5-235-02798-1.
- Виктор Конов, Алексей Тимофеев, Владимир Дайнес. Непобедимые. 3 книги в боксе-обложке: Покрышкин, Жуков, Епистинья Степанова, 2005. — 1520 с. — 5000 экз. — ISBN 5-235-02798-1, 5-235-02799-X, 5-235-02792-2.
- 18 ноябрҙә тыуғандар
- 1874 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 7 февралдә вафат булғандар
- 1969 йылда вафат булғандар
- Дондағы Ростовта вафат булғандар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Герой әсә исеменә лайыҡ булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Украинала тыуғандар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- 1882 йылда тыуғандар