Еңеү паркы (Севастополь)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Еңеү паркы
Нигеҙләү датаһы 1975
Дәүләт Украина
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Гагаринский район[d]


Севастополдә Еңеү паркы — ҡаланың Гагарин районында, Круглый һәм Стрелецкий ҡултыҡтары араһында урынлашҡан. Бөгөнгө дөйөм майҙаны 50 гектар тәшкил итә. Еңеү паркы популяр ял итеү урыны булып тора. Уны Севастополдең 220 йыллығына ҡуйылған Георгий Победоносец һәйкәле биҙәп тора. Паркта бер нисә иҫтәлекле урындар, күңел асыу комплексы, пляж бар.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Паркка 1975 йылда нигеҙ һалына. Еңеү паркы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 30 йыллығына арнала. һәйкәлде булдырыуҙа ҡаланың барлыҡ коллективтары ла ҡатнаша.

Планлаштырыу идеяһының төп нигеҙе булып СССР-ҙың герой ҡалаларына арналған аллея булдырыу тора. 1977 йылдың 9 октябрендә ун бер герой-ҡалаға арналған аллеялар булдырыла. Уларҙың һәр береһендә герой-ҡалалар климат зонаһына ярашлы ағастар ултыртылған:

  • Мәскәү аллеяһында — ҡайын һәм шыршы;
  • Ленинград аллеяһында — йүкә;
  • Киев аллеяһында — каштан;
  • Севастополь аллеяһында — ленкоран акацияһы;
  • Одесса аллеяһында — аҡ акация;
  • Тула аллеяһында — ҡайын;
  • Керчь һәм Новороссийск аллеяһында — сәтләүек;
  • Брест аллеяһында — ҡарама;
  • Минск аллеяһында — тал;
  • Волгоград аллеяһында — тирәк.

1983 йылда — Севастополь водолаздар мәктәбе үҙенең 100 йыллығына арнап өҫтәмә аллея ултырта. Һуңғараҡ, ошо уҡ йылда, Олимпийсылар аллеяһы барлыҡҡа килә, ул СССР йыйылма командаһының ҙур спорт ҡаҙаныштары хөрмәтенә булдырыла.

Артабан Еңеү паркы тайпылышһыҙ үҫә, барлыҡҡа унда яңы иҫтәлекле участкалар барлыҡҡа килә:

  • Үҙәк һәм Комсомол аллеяһы;
  • Табиптар аллеяһы, Афғанстан яугирҙәре, ҡаланың 200 йыллығы аллеялары;
  • Партизан-подпольщиктар урманы, Ҡара диңгеҙ флотының 200-йыллығы һәм уның гидрография хеҙмәте аллеяһы;
  • «Матрос Железняк» бронепоезы геройҙары аллеяһы.

Еңеү паркы илдең үҫеш һәм тарҡалған ваҡытын кисерә. Шулай, СССР тарҡалғандан һуң тулыһынса тиерлек ташландыҡ хәлдә булып, уны яҡлау һәм үҫтереүгә лә иғтибар бирелмәй. Бары тик 2008 йылда ғына паркта реконструкция үткәрелә. Гагарин район хакимиәте ике айлыҡ таҙалыҡ акцияһы үткәрә. Был ваҡытта парктан 250 м3 сүп-сар сығарыла. 2009 йылдың 9 майында яңыртылған Еңеү паркын тантаналы асалар. Таш түшәлгән юлдар, яңы эскәмйәләр, колонналы ротондалар булдырыла — Георгий Победоносец монументы ла тергеҙелә. Бөгөн юлдарға плиткалар түшәлгән, аллеяға йөҙ илленән ашыу эскәмйәләр урынлаштырылған, 150-нән ашыу ватылмай торған быяла плафонлы фонарҙар ҡуйылған, парк беседкалар менән йыһазландырылған. Паркта бер нисә иҫтәлекле урындар, күңел асыу инфраструктура объекттары бар.

2014 йылдың 9 майында яңы һалынған парк зонаһы «Рәсәй аллеяһы» булдырыла. Шул уҡ йылдың сентябрендә «Рәсәй аллеяһы» тәбиғәт паркы булдырыуҙың махсус планын төҙөү тураһында иғлан ителә, был участканың майҙаны 3 гектарға яҡын, планда илдең 85 төбәгенең үҫемлек баҡсаларын булдырыу ҡаралған.

Заманса инфраструктура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Парк аллеяһы ваҡ ҡырсын таш түшәлгән, йыһазландырылған пляждарға алып бара. Яр буйында йәйге кафелар эшләй, йыл әйләнәһенә эшләүсе арҡанлы парк, «Хорошо» күңел асыу үҙәге бар. Һуңғыһында мини-стадион булдырылған. Айырым объекттар булып тора:

  • Зурбаган аквапаркы;
  • биш йондоҙло «Аквамарин» ҡунаҡханыһы, уның янында хәҙерге заман пляжы.
  • «Парк-ҡунаҡхана[1] апартаменттары комплексы»

Парк территорияһына автомобилдәрҙә инеү тыйылған. Ял итеүселәрҙе ташыу өсөн махсус транспорт хеҙмәте — электромобилдәр ҡаралған, улар маршрут буйынса йөрөй.

Нисек барырға[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың теләгән бер районынан Еңеү паркына автобуста йә маршрут таксиҙарында барырға мөмкин. Туҡталыш атамаһы «Еңеү паркы». Парк территорияһын электромобилдәр хеҙмәтләндерә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Севастополь. 30 иң яҡшы урын. Фотоальбом-белешмә — Нәшриәт: Альбатрос, Иблес, 2014
  • А. Гусаченко. Минең Севастополь. Фотоальбом — «Полмет ГМБХ», 2010.

Баҫма[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видео[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Карталар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]