Жмеринка тарихи музейы
Жмеринка тарихи музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 26 апрель 1969 |
---|---|
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Жмеринка |
Ваҡиға ваҡыты | 26 апрель 1969 |
Рәсми асылыу датаһы | 26 апрель 1969 |
Адрес | вул. Центральна, 24, Жмеринка, Вінницька область, Україна |
Жмеринка тарихи музейы — Жмеринка ҡалаһы (Украина, Винница өлкәһе) үҙәгендә граф Д. Гейдендың элекке йортонда урынлашҡан музей. 2003 йылда музей ҡала музейы статусы[1].
Музей бинаһы тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей граф Д. Гейдендың элекке йортонда 1969 йылдың 26 апрелендә асыла[1].
Граф Д. Гейден — Винница өйәҙе дворянлығы башлығы була (1897 йылдың 14 авгусынан). Бер быуат элек уның аҡсаһына Винницала ябай халыҡ өсөн 60 бушлай китапхана асыла, Халыҡ йорто төҙөлә, унда уҡыу залы менән бергә тәүге ҡала китапханаһы асыла, халыҡ театры, йәмәғәт лекторийы эшләй. Ул Винницала беренсе даими рәүештә сыҡҡан баҫма мөхәррире була («Справочный листок Подольского общества сельского хозяйства и сельскохозяйственной промышленности»), уның меценатлығы ярҙамында Пирогов исемендәге өйәҙ хирургия хәстәханаһы (хәҙерге ваҡытта — Пирогов исемендәге Винница өлкә клиника хәстәханаһы), уның заказы буйынса Винница өйәҙе управа бинаһы проектлана һәм төҙөлә[2].
Гейдендар тоҡомо сығышы буйынса Вестфалиянан икәнлеге билдәле. Рәсәй империяһында был фамилия 1795 йылдан алып бик йыш телгә алына; уның атаһы, Федор Логинович Гейден, хәрби министр вазифаһын биләй, артабан Дәүләт советы ағзаһы һәм Финляндияла генерал-губернатор була. Ҡартатаһы — Логин Петрович Гейден — урыҫ флотының иң оло адмиралы, 1827 йылғы Наварин алышында ҡатнашҡан. Дмитрий үҙе лә ағаһы Александр менән хәрби карьераны һайлайҙар. Дмитрий Гейден Император Санкт-Петербург университетында, артабан Николаев генераль штабы академияһында уҡый (1888—1891), штабс-капитан чинында уҡыуҙы тамамлай[2].
Батша империяһы ҡолатылғандан һуң украин халҡы үҙ дәүләтселеген булдырған осорҙа Гейден Украина игенселәре союзын етәкләй. Киевта үткәрелгән (1918 йылдың 29 апрелендә) Бөтә Украина игенселәр съезының да инициаторы нәҡ Гейден була. Дмитрий Гейден революцион демократия менән риза булмағандар араһында була, уның фекеренсә, революция тотороҡло тәртипкә тик хаос индерә. Революция йылдарында Сутискилағы уның йорто үртәлә, Винницалағы китапхана талана. Гейден 1918 йылда Ирекле армияға хеҙмәткә инә, аҡгвардиясылар Ҡырымдан эвакуацияланғанда Гейден Сербияға сыға. Загребта 1926 йылда вафат була[2].
Музей эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Музей ҡарамағында яҡынса 3 мең әйбер һәм экспонаттар. Музейҙа биш экспозицион һәм бер күргәҙмә залдары эшләп килә. Һәр зал үҙ йүнәлешендә эш итә. Бында археология һәм палеонтология табыштарын күреп була, уларҙы эргә-тирәлә ҡаҙыныуҙар ваҡытында тапҡандар, шулай уҡ төрлө документтар, көнкүреш әйберҙәре, хәрби ҡорал, тимер юлы вокзалы эшселәренең эш ҡоралдары ҡуйылған[1].
Бынан тыш бында Жмеринка флора һҙәм фаунаһы экспонаттарын күреп була. Айырым зал Кесе һәм Оло Жмеринка ауылдары тураһында бәйән итә, был ауылдар ҡалаға нигеҙ һалған. Шулай уҡ Көньяҡ-Көнбайыш тимер юлының һәм Жмеринка станцияһының үҫеш юлын күрһәткән экспонаттар бар[1].
Край тарихы менән бәйле шәхестәргә арналған залда билдәле боласы У. Кармалюк, яҙыусы М. Коцюбинский, Композитор П. Чайковский һәм башҡалар тураһында мәғлүмәттәр бирелгән. Тағы ла бер залда тарихи ваҡиғаларға бағышланған материалдар күрһәтелгән: 1917—1920 йылдарҙағы Украин революцияһы, Аслыҡ, индустриялаштырыу һәм коллективлаштырыу осорҙары тураһында. Дүртенсе зал Бөйөк Ватан һуғышы осорона бағышланған[1].
Бишенсе залда ҡаланың бөгөнгө хәле тураһында материалдар йыйылған: ҡала һәм райондың мәҙәни, социаль һәм иҡтисади тормошо.
Күргәҙмә залы күргәҙмәләр ойоштороу өсөн махсус йыһазландырылған. Бында даими рәүештә ҡала һәм ил өсөн иҫтәлекле даталарға арналған күрҙәҙмәләр ойошторола, шулай уҡ урындағы рәссамдарҙың, оҫталарҙың эштәре күрһәтелә. Ошо уҡ залда урындағы халыҡтың XIX—XX быуаттарҙағы көнкүреште һәм тормошто сағылдырған экспозиция урын алған[1].
Бик ҙур булмаған, әммә ҡала үҙәгендә урынлашҡан ыҡсым һәм күркәм йорт ҡала халҡының, ҡала ҡунаҡтарының яратҡан урыны. Йыл һайын яҡынса 4 мең кеше музей экспонаттары һәм ҡала тарихы менән таныша[1].