Эстәлеккә күсергә

Зайцева Ольга Алексеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зайцева Ольга Алексеевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 16 май 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө биатлонист
Биләгән вазифаһы депутат Московской городской думы[d]
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт физик культура, спорт, йәштәр һәм туризм университеты[d]
Участвовал в выборах Выборы в Московскую городскую думу (2024)[d]
Спорт командаһы ағзаһы Центральный спортивный клуб армии[d]
Масса 64 килограмм
Спорт төрө Биатлон
Ҡатнашыусы 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары, 2002 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2010 — масс-старт (женщины)[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2006 — эстафета (женщины)[d] һәм Биатлон на зимних Олимпийских играх 2010 — эстафета (женщины)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" орден миҙалы II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Дуҫлыҡ ордены
Бейеклеге/буйы 169 сантиметр
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 18 183
 Зайцева Ольга Алексеевна Викимилектә

Зайцева Ольга Алексеевна (16 май 1978 йыл)[1] — Рәсәй биатлонсыһы, эстафетала ике тапҡыр Олимпия чемпионы (2006 һәм 2010), өс тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командаһының күп йыллыҡ лидеры. Ольга Зайцеваның иҫәбендә һигеҙ донъя чемпионатының миҙалы, донъя кубогының 75 миҙалы, шул иҫәптән, 13 шәхси һәм 16 команда ярышында еңеү, шулай уҡ бәләкәй гәлсәр глобус масс-стартта (2005).[2]

2015 йылдың ғинуарынан — биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. 2017 йылдың декабрендә МОК тарафынан дисквалификацияланған[3].

Ольга Зайцева (уңдан икенсе) — эстафетала олимпия чемпионы, 2006 йылдың 23 февралендә, Туринда

Ольга Алексеевна Зайцева Мәскәүҙа 1978 йылдың 16 майында тыуған. Атаһы — Алексей Николаевич Зайцев граждандар авиацияһы летчигы, әсәһе — балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Александра Дмитриевна Зайцева[4]. Зайцева дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған сағында уҡ 1987 йылдан алып саңғы менән мауыға башлай. 1991 йылда, өлкән апаһынан үрнәк алып, Мәскәү 43-сө балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбендә башта тренер С. В. Нестерова ҡулы аҫтында, артабан тренер Е. В. Чукедова етәкселегендә саңғы менән шөғөлләнә башлай.

Биатлонға эләгеүе осраҡлы була[4]. Мәктәп командаһы биатлонсылары өсөн спортсылар етмәй, һәм мәктәптең биатлон командаһы тренеры Зайцеваға биатлонда үҙ көсөн һынап ҡарарға тәҡдим итә. Ике аҙна эсендә ул атыуға өйрәнә һәм ярыштарҙа сығыш яһай, тәүҙә Красногорскиҙа, ә һуңынан Пермдағы Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһында ҡатнаша. 1994 йылда биатлонға тулыһынса күсә.

1993 йылда 8-се кластан һуң Зайцева Мәскәү профессиональ белем һәм спорт колледжына уҡырға инә. 1992—1994 йылдарҙа биатлон буйынса Рәсәй ярыштарнда ҡатнаша, шулай итеп Зайцева Ольга Алексеевнаның спорт карьераһы ныҡлап башланып китә.

Ольга Зайцева Тронхеймдағы спринтта донъя кубогы этабында еңеүсе , 19 март, 2009 йыл
Ольга Зайцева атыу алдынан
Зайцева ярышта

Спорт ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡатын-ҡыҙҙар эстафетаһында олимпия чемпионы (2010): Слепцова, Богалий-Титовец, Медведцева, Зайцева
  • Ике тапҡыр Олимпия чемпионы эстафетала (2006, 2010).
  • Ванкуверҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы масс-стартта көмөш призер (2010).
  • Өс тапҡыр донъя чемпионы: эстафетала (2005, 2009) һәм масс-стартта (2009).
  • Джонъя чемпионаттарының 2 көмөш һәм өс бронза миҙалы.
  • Донъя Кубогында дөйөм зачётта — 4 урын 2005 йыл, шулай уҡ — Донъя бәләкәй кубогында масс-стартта (миҙгел 2004/2005)
  • Донъя Кубогында 13 тапҡыр шәхси ярыштарҙа еңеүсе.

x 1 + x 1 + x 0

Миҙгел ОЗ ИГЗ СЗ ГПЗ
2000/2001 ? ?
2004/2005 24-мин 12-я 28-я
2007/2008 67-мин 26-мин 79-я
Ольга Зайцева, 2010 йылдың 22 ғинуарында
Ольга Зайцева — икенсе призер, донъя кубогы этабында спринтта Контиолахтиҙа, 2010 йылдың 13 мартында

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ольга Зайцева һәм Рәсәй президенты Д. А. Медведев, 15 март, 2010 йыл, Кремлдә
  • Дуҫлыҡ ордены (2010 йылдың 5 мартында) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн 2010 йылда Ванкуверҙағы xxi олимпиада уйындарында еңеүе өсөн.
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» I дәрәжә ордендың миҙалы(24 февраль, 2014 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн, 2014 йыл сочи ҡалаһында XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн.
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» II дәрәжә ордендың миҙалы(22 февраль, 2007 йыл) — физик культура һәм спорт үҫешенә ҙур өлөш индергәне, юғары спорт ҡаҙаныштары өсөн[5].
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» II дәрәжә ордендың миҙалы (2003 йылдың 17 ғинуары) — физик культура һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн[6].
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2005)
  • Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999)
  • Рәсәйҙең спорт мастеры (1995)
  • Рәсәй спорт мастерына кандидат (1992)
  • Беренсе тренерҙары — С. В Нестерова, Е. В. Чукедова, А. И. Суслова.
  • Шәхси тренеры — Оксана Рочева.
  • Йыйылма командаһы тренерҙары: Вольфганг Пихлер — өлкән тренер, Павел Ростовцев — уҡсылар әҙерләү, Николай Загурский — КНГ төркөм етәксеһе.

 дней))