Захаров Сергей Александрович
Захаров Сергей Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 11 сентябрь 1878 |
Тыуған урыны | Тбилиси, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2 ғинуар 1949 (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Дондағы-Ростов, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | почвовед, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | тупраҡты өйрәнеү[d] |
Эш урыны |
Грузия техник университеты[d] Кубань дәүләт аграр университеты[d] Ростов дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының физика-математика факультеты |
Ғилми дәрәжә | ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Докучаев Василий Васильевич һәм Коссович, Пётр Самсонович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Захаров Сергей Александрович (11 сентябрь 1878 йыл, Тифлис — 2 ғинуар 1949 йыл, Дондағы Ростов) — Рәсәй империяһы һәм СССР ғалимы-тупраҡ белгесе, фән докторы, профессор, факультет деканы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1896 йылда С. А. Захаров Тифлистә классик гимназияны тик «бишле» билдәләренә тамамлай һәм Мәскәү университетының Тәбиғи бүлегенә уҡырға инә.
1900 йылда В. В. Докучаевтың Кавказға экспедицияһында ҡатнаша, унда Докучаевҡа ярҙам итә һәм уның етәкселеге аҫтында Лори далаһының ҡара тау тупрағын өйрәнә.
1903 йылда Мәскәү университетында фән магистры курсын тамамлай.
Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Профессор П. С. Коссовичтың саҡырыуы буйынса Урман институтында (Санкт-Петербург) уның лабораторияһында эшкә тотона.
Кире Мәскәүгә күскәс, С. А. Захаров Константин Межалау институтында тупраҡ ғилеме кафедраһын ойоштора, Мәскәү университетында ла тупраҡ ғилеме буйынса лекциялар уҡый һәм Тупраҡ комитеты эшендә эшлекле ҡатнаша.
1915 йылда «К характеристике высокогорных почв Кавказа» темаһына диссертация яҡлай, ул замандаштарының юғары баһаһына лайыҡ була. Йыл аҙағында ул тағы ла Санкт-Петербургҡа күсә һәм Урман институтының тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире була.
1917 йылда С. А. Захаров, уҡ ваҡытта ғилми даирәлә билдәле ғалим, Тбилиси политехник институтын ойоштороуҙа ҡатнашыуға саҡырыу ала. Ул был саҡырыуыҙы ҡабул итә, һәм ошо ваҡыттан алып уның тормошоноң яңы Кавказ этабы башлана. Был осорға масштаблы ойоштороу эше хас. Башта С. А. Захаров ректор вазифаһында Тбилисила Политехник институт ойоштороу планын тормошҡа ашыра, артабан 1919 йылда Краснодарға күсә, унда Кубань Политехник институтын булдырыуҙа ҡатнаша. Кавказ аръяғында сәйәси хәл-торош тотороҡланғас ғалим Тбилисиға ҡайта (1922 й.), унда ауыл хужалығы факультеты деканы һәм Политехник институттың фән буйынса проректоры вазифаһында фән үҫтереү, лабораториялар, фәнни тупраҡ экскурсиялар ойоштороу буйынса ҡыҙыу эшмәкәрлек йәйелдерә, бер үк ваҡытта Грузия ер халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы курстарҙа лекциялар уҡый.
1925—1935 йылдарҙа С. А. Захаров Кубань ауыл хужалығы институтының дөйөм игенселек кафедраһы мөдире. Бер үк ваҡытта ул Әзербайжан менән Грузия тупрағын комплекслы тикшереү буйынса әүҙем ойоштороу эштәре алып бара, Дондағы Ростовта СКАНИА тупраҡты өйрәнеү секцияһын етәкләй, «Ежегодник по изучению почв Северного Кавказа» ойоштора һәм мөхәррире булып эшләй. 1929 йылда Рус географик йәмғиәтенең Петр Петрович Семенов-Тян-Шанский исемендәге алтын миҙалы менән бүләкләнә[1].
1934 йылда С. А. Захаров Ростов университетының геология факультетында тупраҡ белеме кафедраһын ойошторорға саҡырыла. Киләһе йылда Тупраҡ бүлеге асыла, ул артабан геология-тупраҡ факультеты тип атала башлай. С. А. Захаров уның деканы һәм тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире була. 1949 йылда вафатына тиклем ул ошо вазифала ҡала.
Ул тупраҡ һәм ауыл хужалығы фәндәре докторы дәрәжәһенә ғилми эштәр тупланмаһы буйынса лайыҡ була (диссертация яҡламайынса). С. А. Захаров СССР Фәндәр академияһы ағзаһы итеп һайлана.
Ул даими рәүештә конференцияларҙа, СССР тупраҡ белгестәре съездарында һәм тәүге ике халыҡ-ара конгреста ҡатнаша, бер нисә йәмғиәт ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]С. А. Захаров бүләкләнгән:
- П. П. Семенов-Тянь-Шанский исемендәге алтын миҙал,
- В. В. Докучаев исемендәге алтын миҙал,
- «Почет билдәһе» ордены (1944),
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы,
- 1944 йылда Ҡырғыҙ ССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- МДУ-ның Ер белеме музейында (Төп бинаның 25-се ҡатында) С. А. Захаровтың бюсы ҡуйылған[2].
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]С. А. Захаров 250-нән ашыу, ә тезистар һәм рефераттарын иҫәпкә алып — 500-ҙән артыҡ хеҙмәтен баҫтырған . Улар араһында:
- Захаров С. А. Почвоведение на Кавказе. — «Русский почвовед», 1916, № 1-4.
- Захаров С. А. Предварительный отчет о почвенных исследованиях в Абхазии в 1925 году. Сухум, 1927.
- Захаров С. А. Почвенно-географический очерк Абхазии. Отчет о маршрутном исследовании летом 1925 г. Сухум, 1930.
- Захаров С. А. Курс почвоведения. 2-е изд. М.-Л., 1931. — 550 с.
- Захаров С. А. Вертикальная зональность почв на Кавказе. — «Почвоведение», 1934, № 6.
- Захаров С. А. О направлении почвенных исследований и их методике при изучении почв субтропиков. — В кн.: Почвы советских субтропиков в связи с размещением культур, агротехникой, химизацией и мелиорацией. М.,1936.
- Захаров С. А. Исследование почв республик, краев и областей Кавказа. — «Почвоведение», 1937, № 9.
- Захаров С. А. Эволюция почвообразования в связи с историей земной коры // Почвоведение. — 1945. — № 1. — 54 с.
- Захаров С. А. Плодородие глубоких горизонтов черноземной и каштановой зон, особенно Северного Кавказа и Дона. — В кн.: Ученые записки Ростовского но-Дону госуниверситета // Труды геолого-почвенного ф-та. Ростов. — 1946. — Вып. 4, Т. II.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Крупеников И. А. Роль С. А. Захарова в развитии почвоведения // Почвоведение. 1978. № 8.
- Волобуев В. Р. С. А. Захаров как исследователь почв Кавказа // Почвоведение. 1978. № 8.
- Гаврилюк Ф. Я. Деятельность С. А. Захарова в Ростовском государственном университете // Почвоведение. 1978, № 8.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Труды С. А. Захарова 2020 йыл 4 декабрь архивланған. в электронной библиотеке «Научное наследие России»
- Биография 2020 йыл 27 ғинуар архивланған. — Кафедра почвоведения и оценки земельных ресурсов Южного федерального университета
- Абхазская интернет-библиотека 1925—1927.
- 11 сентябрҙә тыуғандар
- 1878 йылда тыуғандар
- Тбилисиҙа тыуғандар
- 2 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1949 йылда вафат булғандар
- Дондағы Ростовта вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ауыл хужалығы фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлаусылар