Заятүләк менән Һыуһылыу
Заятүләк менән Һыуһылыу | |
«Заятүләк менән Һыуhылыу» | |
| |
Жанр | |
---|---|
Төп нөхсә теле |
башҡорт |
«Заятүләк менән Һыуһылыу» — башҡорт һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала яҙылған.
Яҙып алыныу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XIX быуат башында В. И. Даль тарафынан яҙып алына һәм «Башҡорт һыуһылыуы» («Башкирская русалка») исеме аҫтында урыҫ телендә «Москвитянин» журналында (1843, № 1) баҫылып сыға. Эпостың варианттарын Л. В. Суходольский (1858; «Түләк тураһында башҡорт легендаһы» — «Башкирская легенда о Туляке»), Р. Г. Игнатьев (1875; «Абдрахман улы Һары Сәхип тураһында әкиәт» — «Сказка о сыне Абдрахмана Хары Сахипе»), С. Ғ. Солтанов (1902; «Заятүләк менән Һыуһылыу» — «Зая-Туляк и Су-Сулу»), Мәжит Ғафури (1910; «Заятүләк менән Һыуһылыу») һ.б. баҫтыра; шулай уҡ К. Мәргән, Ф. А. Нәҙершина, М. М. Сәғитов, Н. Д. Шоңҡаров һ.б. яҙып алған «Заятүләк», «Түләк», «Балҡантау» һ.б. варианттары билдәле. Эпос фрагменттары һалмаҡ көй стилендә башҡарыла.
Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эпоста ырыу-ара мөнәсәбәттәрҙең тарҡалыу процесы сағылыш тапҡан. Төп тема — ғаилә ҡороу, кешенең шәхси бәхете өсөн көрәше. Эпостың геройы Заятүләк, өлкән ағалары м‑н талашып, тыуған йортон ташлап сығып китә. Асылыкүл буйында ул, һыу аҫты батшаһы ҡыҙы Һыуһылыуҙы күреп, ғашиҡ була. Һөйгәне м‑н бергә булыр өсөн Заятүләк, ата-әсәһенән, иң яҡын дуҫтарынан (аты менән шоңҡарынан) баш тартып, һыу аҫты батшалығына йәшәргә китә. Ваҡыт үтеү менән герой тыуған еренән алыҫта йәшәй алмауын аңлай һәм, һыу аҫты батшаһының фатихаһын һәм кәләшенең бирнәһен — өйөр-өйөр йылҡыһын алып, Һыуһылыу менән тыуған еренә ҡайта. Күл ярында урынлашҡан Һыуһылыу менән Заятүләк бәхетле һәм етеш йәшәй, әммә бер ваҡыт егеткә атаһы, үлеү сәбәпле, тәхет өсөн ағалары араһында башланған болалар тураһында хәбәр килеп етә. Иленә ҡайтҡан һәм ырыу мәшәҡәтенә сумған Заятүләк ҡатыны янына вәғәҙәләшкән көнгә әйләнеп ҡайтып өлгөрмәй. Һыуһылыу һағышынан үлә; унһыҙ йәшәү мәғәнәһен тапмай, Заятүләк тә үҙ-үҙен үлтерә. Заятүләк менән Һыуһылыуҙың кәүҙәләре күмелгән Балҡантау изге урын һанала.
- « Айры ҡойроҡ, йылтан күҙ
- Ҡасҡары күп Балҡан тау;
- Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шәм ҡолаҡ
- Ҡуяны күп Балҡантау;
- Майлап һалған ҡайыштай
- Йыланы күп Балҡантау;
- Алпан-толпан атлаған
- Айыуы күп Балҡантау;
- Ҡыҙ балалай биҙәнгән
- Төлкөһө күп Балҡантау;
- Оя яһар ере күп,
- Ҡоштары күп Балҡантау.»
Эпостың бөгөнгө хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көй варианттарын К. Й. Рәхимов, П. Г. Рыбаков, Х. Ф. Әхмәтов яҙып алған һәм нотаға һалған. Эпостың Башҡортостан Республикаһында, Ырымбур һ.б. өлкәләрҙә йыйылған 30-ға яҡын варианты Ғилми архивта һаҡлана. Эпос мотивтары буйынса 1999 йыл Башҡорт драма театрында С. Р. Суринаның «Тылсымлы күл сере» («Заятүләк менән Һыуһылыу») спектакле (режиссёры Р. М. Назарова, ҡуйыусы рәссамы И. Д. Бәкеров, композиторы И. М. Хәлилов) ҡуйыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәтрәхимова Олеся Вәкил ҡыҙы
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт халыҡ ижады. 3-сө т. Эпос. — Өфө, 1998.
- Киреев А. Н. Башкирский народный героический эпос. — Уфа, 1970.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтшин Б. Ғ. «Заятүләк менән Һыуһылыу» // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.