Зимина-Худовекова Нина Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Зимина-Худовекова Нина Николаевна - 1942 йылдың 1 октябрендә донъяға килгән.2014 25 июнендә вафат булған.Шағирә, тәржемәсе, уҡытыусы.Рәсәй Федерацияның һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белорет ҡалаһының 15-се мәктәбен көмөш миҙал менән тамамлағас, Магнитогорс педагогия институтына уҡырға инә. Институттан һуң Белореттағы Эшсе йәштәр киске мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. 7-се синыфта уҡ шиғырҙар яҙа башлай, 9-сы класта уҡығанда ҡала гәзитендә тәүге шиғыры баҫылып сыға.

Ғүмеренең ахырына тиклем Белорет ҡалаһында йәшәй һәм ижад итә, ҡаланың әҙәбиәтселәре түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. "Белорецкий рабочий" гәзите янында ойошторолған "Плавка" әҙәби берекмәһенә нигеҙ һалышыусыларҙың береһе.

Бала саҡтан уҡ ауыр сиргә дусар булыуына ҡарамаҫтан, ул туҡтауһыҙ ижад итә, оптимист рухлы шиғырҙары менән уҡыусыларының ихтирамын һәм һөйөүен яулай. Байтаҡ башҡорт шағирҙәренең әҫәрҙәрен урыҫсаға тәржемә итә.Әҫәрҙәре Белорет ҡалаһының "Белорецкий рабочий" һәм райондың "Урал" гәзитендә йыш ҡына баҫылып тора, шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә. Шиғырҙары республика гәзит-журналдарында ла даими баҫылып тора.

Рәсәй Федерация һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзы ағзалығына рекомендацияны уға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим бирә.

2011 йылдың көҙөндә Белорет ҡалаһының почетлы гражданы исеме бирелә.[1]

Яҡташтары уның тураһында "Солнечный лучик в груди" тигән ҡыҫҡа метражлы фильм төшөргән.[2]

«Радуга над Агиделью» премияһы лауреаты,«Лучшая башкирская книга 2007 года» конкурсы еңеүсеһе [3]

Йыйынтыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Радуга», «Живу любовью», «Рассказы о любви», «На семи ветрах», «Солнышко под вечер», «Этюд в бирюзовом свете», «»К горнему свету», «На берегу Белой», «Белая птица счастья», «От любви до разлуки», «Белорецкое лето», «…и паче снега убелюся…», «Серебряная свирель», «Под небом Белоречья», «Зайчик солнечный на ладони», «Бег за солнцем», «Тихий вечер».

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Видеосюжет о НИНЕ ЗИМИНОЙ - награждение званием Почетный гражданин, осень, 2011 год
  2. «Солнечный лучик в груди…» (2017 год). Фильм о Нине Зиминой.
  3. http://cyclowiki.org/wiki/%D0%9D%D0%B8%D0%BD%D0%B0_%D0%9D%D0%B8%D0%BA%D0%BE%D0%BB%D0%B0%D0%B5%D0%B2%D0%BD%D0%B0_%D0%97%D0%B8%D0%BC%D0%B8%D0%BD%D0%B0