Зуйков Владимир Николаевич
Зуйков Владимир Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 27 ғинуар 1935 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 25 февраль 2021 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | коронавирусная инфекция COVID-19[d] |
Ерләнгән урыны | колумбарий Ваганьковского кладбища[d] |
Һөнәр төрө | рәссам, художник-аниматор, иллюстратор |
Уҡыу йорто | Мәскәү ҡала педагогия университеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Етештереү ысулы | рисованная анимация[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Владимир Николаевич Зуйков (27 ғинуар 1935, Мәскәү — 25 февраль 2021, шунда уҡ) — совет, Рәсәй ҡуйыусы рәссам һәм рәссам-аниматор, график, иллюстрациялаусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1989). Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы Лауреаты (2021, үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1935 йылдың 27 ғинуарында Мәскәүҙә тыуған. 1956 йылда В. П. Потемкин исемендәге Мәскәү ҡала педагогия институтын тамамлағандан һуң, мәктәп уҡытыусыһы булып эшләй, төрлө нәшриәттәрҙә, журналдарҙа һәм гәзиттәрҙә килешеүҙәр буйынса иллюстрация менән шөғөлләнә.
1967 йылдан алып вафат булғанға тиклем — «Союзмультфильм» киностудияһында рәссам-ҡуйыусы.
Эштәре ҡулдан төшөрөлгән анимация өлкәһендә. Фильмдарҙың күп өлөшө режиссерҙар Ф. С. Хитрук, В.M. Угаров, В И. Морозов, Н. Е. Голованова, Г.M. Сокольский, Н. О. Лернер һәм башҡалар менән ижад ителгән. 30-ҙан ашыу анимацион фильм төшөрөүҙә ҡатнаша.
1972 йылдан алып китаптарҙы иллюстрациялау менән шөғөлләнә. 1996—2005 йылдарҙа балалар анимация сәнғәте мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 2002 йылдан С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтында анимацион кино режиссёраһы кафедраһында уҡыта.
Оҙаҡ йылдар китап нәшер итеүселәр менән хеҙмәттәшлек итә; тиҫтәләгән китапты, шул иҫәптән К. Булычев, А. Линдгрен, А. А. Милн, Г. Остер, О. Пройслер, О. Уайльд, А. Шмидт әҫәрҙәрен иллюстрациялай. «Знание — сила» һәм «Химия и жизнь» фәнни-популяр журналдар менән күп эшләй.
Уның эштәре Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси коллекцияларҙа һәм музейҙарҙа һаҡлана.
2021 йылдың 25 февралендә коронавирус йоҡтороуҙан вафат була[1].
Һайланма фильмографиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәссам-ҡуйыусыһы
- 1968 — Фильм, фильм, фильм
- 1968 — Зигзаг удачи (мультипликация)
- 1969 — Винни-Пух (мультфильм)
- 1971 — Винни-Пух идёт в гости
- 1971 — Фитиль (киножурнал) № 112 (ҡыҫҡа метражлы) — Болтун-«активист»
- 1972— Винни-Пух и день забот
- 1972 — Любить человека (мультипликация)
- 1973 — Остров (мультфильм)
- 1973 — Равновесие страха (мультфильм)
- 1974 — Дарю тебе звезду
- 1975 — Бегство мистера Мак-Кинли (мультипликация)
- 1976 — Икар и мудрецы
- 1976 — Птичка Тари
- 1976 — Шкатулка с секретом (мультфильм)
- 1977 — Кто я такой? (мультфильм)
- 1977 — Старт
- 1979 — Недодел и Передел
- 1980 — Девочка и медведь
- 1980 — О спорт, ты — мир! (документаль-уйын)
- 1981 — Халиф-аист (мультфильм)|Халиф-аист
- 1982— Олимпионики
- 1982 — Про деда, бабу и курочку Рябу]* 1983 — Лев и бык
- 1983 — Наваждение Родамуса Кверка (мультфильм)
- 1985 — Королевский бутерброд
- 1985 — Старая лестница
- 1986 — Мальчик как мальчик
- 1988 — Кот и клоун
- 1988 — Кот, который умел петь
- 1990 — Сказка
- 2011 — Ия Саввина. Гремучая смесь с колокольчиком (документаль)
- 2013 — Белосинее безмолвие
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1989 йылдың 3 октябре) — совет сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн[2].
- Рәсәй Федерацияһы Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн 2020 йылдағы әҫәрҙәре өсөн премия (2021 йылдың 23 марты, үлгәндән һуң) — Ватан анимация сәнғәтен һәм кинематографик белем биреүҙе үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн[3].
- Краковта (Польша) XI халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы кинофестивалдә, 1974 йылда «Остров» йәнһүрәте өсөн премия.
- Каннда (Франция) XXVII Халыҡ-ара кинофестивалдә «Остров» йәнһүрәте өсөн премия, 1974 йыл.
- Барселонала (Испания) Халыҡ-ара төҫлө кино фестивалендә, 1976 йылда «Дарю тебе звезду» йәнһүрәте өсөн премия.
- Лейпцигта (ГДР) уйын булмаған һәм анимацион фильмдарҙың XIX Халыҡ-ара кинофестивалдә «Икар и мудрецы» йәнһүрәте өсөн премия, 1976 йыл.
- Аннесиҙа (Франция) XI Халыҡ-ара йәнһүрәттәр кинофестивалендә «Икар и мудрецы» йәнһүрәте өсөн премия, 1977 йыл.
- Эшпиньюла (Португалия) VII халыҡ-ара йәнһүрәттәр кинофестивалендә, 1983 йылда «Лев и бык» йәнһүрәте өсөн премия.
- Тамперела (Финляндия) XIV ҡыҫҡа метражлы фильмдар кинофестивалендә 3 минуттан алып 12 минутҡа тиклемге фильмдар категорияһында «Лев и бык» йәнһүрәте өсөн почетлы диплом.
- «Лев и бык» йылдың иң яҡшы фильмы тип атала — «Классик йәнһүрәт стиленә оҫта эйә булған өсөн»
- Икар (кинопремия), 2016 йыл: «Мастер» почетлы номинацияһында приз Владимир Зуйковҡа тапшырыла[4]..
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Энциклопедия отечественной мультипликации», Москва, «Алгоритм-книга», 2006. Стр. 279—280.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Умер художник-постановщик мультфильма "Винни-Пух" Владимир Зуйков . Дата обращения: 25 февраль 2021.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 3 октября 1989 года «О присвоении почётных званий РСФСР творческим работникам»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 23 марта 2021 года № 158 «О присуждении премий Президента Российской Федерации в области литературы и искусства за произведения для детей и юношества 2020 года»
- ↑ В Москве вручена Национальная анимационная премия «Икар». 8.04.2016
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Vladimir Zuykov (инг.) Internet Movie Database сайтта
- Зуйков Владимир Николаевич — animator.ru
- Богдан Колесников Художник, покоривший высоту // : Люберецкая газета. — 10.02.2017. — № 5(1618).
- 27 ғинуарҙа тыуғандар
- 1935 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 25 февралдә вафат булғандар
- 2021 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамдары
- Рәсәй Федерацияһы Президенты премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса рәссамдар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат рәссамдары
- Рәсәй рәссамдары
- СССР рәссамдары
- Мәскәү юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар