Үҙъйылға (Иткүл ҡушылдығы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зюзелка битенән йүнәлтелде)
Зюзелка
Характеристика
Оҙонлоғо 11 км
Һыу ағымы
Тамағы Этҡол
 · Координаталар 56°13′42″ с. ш. 60°23′29″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Силәбе өлкәһе
РДҺР 14010500612111200002973

Үҙъйылға (Үҙәнйылға) - рус. ЗюзелкаРәсәйҙәге ҡыҫҡа ғына йылға. Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға Үрге Өпәле ҡала округының төньяҡ өлөшөндә, Кәҫле-Сысерть һыртынан баш ала һәм Иткүл күленә ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 11 км.

Координаттары: 56°11′36″N 60°25′52″E

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙъйылға ер аҫты һәм ҡар һыуҙары, эргәһендәге һаҙ һыуҙары, йәйгеһен башлыса атмосфера яуым-төшөмө иҫәбенә тулылана. Күпмелер кимәлдә ер аҫты шишмәләре лә ҡушыла.

Ҡышҡыһын йылға төбөнә тиклем туңа. Ҡоро йәйҙәрҙә үрге өлөшө кибә. Бөтә дауамында тәрәнлеге ҙур түгел. Ағымы яй.

Алты ҡушылдығының оҙонлоғо бергә 10 км -ҙан ҡыҫҡараҡ [2]

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыИҫәт йылғаһы Екатеринбург ҡалаһынан Теча йылғаһы ҡушылғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Тобол, йылға бассейны — Иртыш[3].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[3]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500612111200002973
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200297
  • Бассейн коды — 14.01.05.006
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гидроним буйынса төрлө фараздар йәшәп килә. Мәҫәлән, Урал төбәге топонимикаһы белгесе А. К. Матвеев, гидроним башҡорт телендәге ике һүҙҙән тора, тип яҙа: «елга» со значением «река» и «уз» со значением «свой», «собственный», «родной», «близкий». [4] ЧелСити/ Зю́зелга (река) 2019 йыл 30 май архивланған.</ref>

Икенсе географ, топонимист Шувалов Николай Иванович - Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын тәрәндән өйрәнгән шәхес, үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә гидронимдың килеп сығышын былай тип аңлата:Зюзелка, река, правый приток Течи.В источниках значатся: Изюлга, Юзелга, Юзя, Изюлге, Юзелга, Юзюзелга, Изюлька, Изюзелга, Изюльга, Исюсильга, Узюлга, Зюелга. На ландкарте Исетской провинции 1736 года один из притоков Миасса отмечен башкирским диалектным слов зильга — «река», «речка» (от йылга (елга) — «река», «речка»). Местные башкиры и теперь называют реку Елга. На этой же карте и в архивных документах другая река, приток Течи, значится Узя, Узю, от старобашкирского слова узен, узюн, узян с основой уз, узя, узы — «река», «речка», «протока». Бытующие теперь названия Зюзелга и Зюзелка представляют видоизмененное сочетание слов узя и зилга, с одинаковым значением. Частица -га в русском произношении передается через -ка. Одного корня с Зюзелкой и название речки Узелга, правый приток Урляды, бассейн Урала [5][6].

Атама "үҙән" тигән һүҙҙән дә, "үҙ" һәм "йылға" тигән һүҙҙәрҙән дә килеп сыҡҡан булыуы ихтимал, йәғни Үҙәнйылға тип аталған булыуы ла мөмкин. Мәгәр "үҙән" һүҙе ҡыҫҡартылып, "Үҙъйылға" булып китеүе лә урыҫ телендәге атамаға яҡын, танырлыҡ итә, мәғәнә лә юғалмай. Үҙән һәм йылға һүҙҙәре борон синонимдар булыуы Башҡортостанда ла "Үҙән" тип аталған йылға атамаларында сағыла.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. [https://catcher.fish/enciklopedia/vodoemy/urfo/zyuzelka/. Главная / Энциклопедия рыбалки / Водоёмы / УФО/ ЗЮЗЕЛКА]
  3. 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Зюзелка.
  4. Матвеев А.К. Географические названия Урала.: Топономический словарь. - Екатеринбург: ИД "Сократ", 2008, -352 с.
  5. Шувалов Н.И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  6. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 2-се том, 490-сы бит/ Үҙән