Зәйнуллин Ғәриф Әхмәҙиә улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зәйнуллин Ғәриф Әхмәҙиә улы
Эшмәкәрлек төрө:

малсы

Тыуған көнө:

15 сентябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Вафат булған көнө:

4 декабрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (51 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауылы

Награда һәм премиялары:

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы

Зәйнуллин Ғәриф Әхмәҙиә улы (15 сентябрь 1951 йыл — 4 декабрь 2002 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1987).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәриф Әхмәҙиә улы Зәйнуллин 1951 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Зәйнуллин Әхмәҙиә Рәхмәтулла улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, япон самурайҙары менән һуғышта ҡатнашҡан. Ишле ғаиләлә беренсе бала булған Ғәриф үҙенән бәләкәй һигеҙ һеңле-ҡустыларын ҡараша.

1958 йылда Байназар мәктәбенең 1-се класына уҡырға бара.

Мәктәптә 8-се класты тамамлағас, бик күп тиҫтерҙәре кеүек Ғәриф тә 1967 йылда Әбйәлил районы Таштимер һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Училищела өс йыл уҡып, 1969 йылда тракторсы-машинист һөнәрен алған егеттең хеҙмәт юлы Бөрйән районы «Ағиҙел» колхозында башлана. Сәсеү, урып-йыйыу, туңға һөрөү эштәрендә ал-ял белмәй эшләй ул. Тырыш, ныҡышмал егетте тиҙ күрәләр колхозда. Уға ышанып яңы техника бирәләр.

1971 йылдың май айында Совет Армияһы сафына алына. Тольятти ҡалаһында автомобилдәр эшләү заводын төҙөүҙә ҡатнаша. Ике йыл хеҙмәт иткәс, 1973 йылдың июнь айында запасҡа ҡайтарыла һәм тыуған ауылында яратҡан эшенә тотона. Колхоздарҙың гөрләп эшләгән мәле, тракторсылар, эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ. Көндөҙ эштә була, ә кистәрен мәктәпкә уҡырға йөрөй. 1975 йылда Байназар ауылында киске мәктәпте тамамлап, урта белем тураһында аттестат ала.

1976 йылдың февраль айында Байназар ауылы ҡыҙы Шагаева Нәйлә Әхмәт ҡыҙы менән донъя ҡоралар. Өс бала үҫтерәләр.

1978 йылда «Ағиҙел» колхозы Урал йәйләүҙәренә ферма малын көтөргә көтөүсе эҙләп таба алмай. Ярты йыллап ғаиләһенән айырылып, ҡырҙа ятып эшләргә теләк белдереүсе энтузиастар табылмай. Күңеле ятҡан эшенән айырылырға теләмәһә лә, Ғәриф Зәйнуллин шул мәлдән малсы булып китә. Аҙаҡтан көтөүселеккә күнегеп китә һәм ғүмеренең ахырына тиклем ошо эштән айырылмай. Егәрле малсының хеҙмәтен күп һандағы Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр менән баһалайҙар.

Ғәриф Әхмәҙиә улы 2002 йылдың 4 декабрендә 51 йәшендә генә ҡаты ауырыуҙан вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (О присвоении почетных званий Башкирской АССР Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 08.01.1987 N 6-2/7)
  • Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (1991)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]