Зөлфиә (шағирә)
Зөлфиә | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 1 (14) март 1915[1][2] |
Тыуған урыны | Ташкент, Төркөстан генерал-губернаторлығы, Рәсәй империяһы[1][3] |
Вафат булған көнө | 1 август 1996[1] (81 йәш) или 23 август 1996 (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Ташкент, Үзбәкстан |
Хәләл ефете | Хамид Алимджан[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Үзбәк теле һәм урыҫ теле |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, баш мөхәррир |
Эшмәкәрлек төрө | шиғриәт |
Уҡыу йорто | Низами исемендәге Ташкент дәүләт педагогия университеты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Сәнғәт йүнәлеше | социалистик реализм[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Зөлфиә Исраи́лова (псевдонимы — Зөлфиә; 1915—1996) — үзбәк совет шағирәһе. Үзбәк ССР-ының халыҡ шағиры (1965). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1976). 1953 йылдан КПСС ағзаһы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шағирә 1915 йылдың 1 мартында Ташкент ҡалаһының Уҡсы мәхәлләһендә ҡойоусы һөнәре менән көн күргән ғаиләлә тыуған.
Зөлфиәнең ата-әсәһе юғары мәҙәниәтле кешеләр булған. Әсәһе бик күп халыҡ йырҙары һәм риүәйәттәр белгән, һәм уларҙы үҙенең балаларына һөйләгән. Балаларын юғары белемгә һәм мәҙәниәткә эйә итеп күрергә теләгән ата-әсәһе Зөлфиәлә һүҙгә һөйөү тәрбиәләгән.
Урта мәктәпте һәм ҡатын-ҡыҙҙар педагогия училищеһын тамамлағндан һуң, Зөлфиә республика гәзиттәре һәм журналдары редакцияларында эшләй, шиғриәт менән мауыға, шиғырҙар ижад итә башлай. 17 йәшендә (1932 йылда) уның «Тормош сәхифәләре» исемле тәүге китабы донъя күрә, шиғри йыйынтыҡҡа йәштәр, дуҫлыҡ һәм кеше күңеленең матурлығы тураһындағы шиғырҙары ингән. 1938 йылдан ул төрлө нәшриәттәрҙә эшләй, республика һәм республика-ара ойошмалар ағзаһы була.
Үҙенең нәфис ижады әҫәрҙәрендә Зөлфиә туған халҡын, уның күп быуатлы йолаларын данлай. Ул әсәгә — ғаилә усағын һаҡлаусыға дан йырлай, сикһеҙ рәхмәтен еткерә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #1030215448 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Исраилова Зульфия // Герои страны (урыҫ) — 2000.
- ↑ Зульфия // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Зөлфиә (шағирә) . «Герои страны» сайты.
- В. Костыря, «Творчество Зульфии». Журнал «Звезда Востока», № 6, 1953.
- «Негасимая звезда Зульфии»
- Зульфия (поэтесса) // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- По страницам узбекской литературы. Зульфия
- Биография Зульфии(недоступная ссылка)
- Сафаров М. А. Теплый дом, встречающий гостей. К столетию узбекской поэтессы Зульфии // http://www.islamrf.ru/news/culture/c-news/38372/
- 14 мартта тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Ташкентта тыуғандар
- 1 августа вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- 23 августа вафат булғандар
- Ташкентта вафат булғандар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Үзбәк ССР-ының халыҡ шағирҙары
- Социалистик реализм яҙыусылары
- Псевдоним аҫтында билдәле булған әҙиптәр
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- КПСС ағзалары
- Соцреалист яҙыусылар
- Үзбәк шағирҙары
- «Дустлик» ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр