Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы (Шәүлиә Алкинская)
Эшмәкәрлек төрө:

яҙыусы, шағир, журналист

Тыуған көнө:

16 май, 1946

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Учалы районы Ахун ауылы)

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Награда һәм премиялары:

М. Хәйҙәров исемендәге премия лауреаты (2005); Р. Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты (2006).

Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы (Шәүлиә Алкинская) (16 май, 1946, Башҡорт АССР-ның Учалы районы Ахун ауылы) — яҙыусы, шағир, журналист. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы Башҡорт АССР-ның Учалы районы Ахун ауылында 1946 йылдың 16 майында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Исеменең үҙ тарихы бар. «Шәүлиә» исеме «шаүле» (Šiaulē) литва һүҙенән алынған — ҡояш мәғәнәһендә. Шәүлиәнең атаһы Литваны азат итеүҙә ҡатнаша, ҡамауға эләгә, шул саҡта, тере ҡайтһам, ҡыҙыма Шяуляй ҡалаһы исеменә оҡшаш исем ҡушам тип, үҙ-үҙенә һүҙ бирә[1].

1984 йылдың йәйендә Зөлкәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙына шәхси саҡырыу буйынса Литваға немец-фашист илбаҫарҙарынан Шяйляү ҡалаһын азат итеүгә арналаған тантанаға барып ҡайтыу бәхете тейә. Күрһәтелгән документаль фильмдағы бер кадрҙа атакаға күтәрелгән атаһын күреү мәңгегә Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙының иҫендә онотолмаҫлыҡ ваҡиға булып ҡала[2].

1963 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Артабан ғүмеренең 25 йылын уҡытыу эшенә бағышлай, Күмертау ҡалаһында башта . Ю. А. Гагарин исемендәге интернат-мәктәптә, һуңынан Күмертау педагогия училищеһында эшләй. Күмертау ҡалаһында 20 йылдан ашыу эшләгәндән һуң ғаилә сәбәптәре арҡаһында тыуған яҡтарына, Учалыға, ҡайта.

Учалы ҡалаһында район гәзите редакцияһында — бүлек мөдире, артабан урындағы яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе булып эшләй. 1997 йылдан алып — ирекле ижадсы[3].

Зөлҡәрнәева Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы — көслө рухлы, һәр нәмәне йөрәге аша кисереүсе, әүҙем тормош алып барыусы шәхес. Әҫәрҙәренең төп тематикаһы: кешелеклелек, ватансылыҡ, әхлаҡлылыҡ. Алты китап авторы (шиғриәт, проза). Әҙәбиәт донъяһында Шәүлиә Алкинская исеме аҫтында билдәле.

Китаптары[4][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ғүмер октавалары», шиғырҙар йыйынтығы, баш. телендә, Өфө, 1996 йыл.
  • «Ҡояшлы серенада», хикәйәләр йыйынтығы, баш. телендә, Өфө, 2002 йыл.
  • «Барон», балалар өсөн, проза йыйынтығы, рус телендә., Сыуаш китап нәшриәте, 2003 йыл.
  • «Йондоҙло рапсодия», шиғырҙар йыйынтығы, на башк. Уфа,2003 йыл.
  • «Приключения кота Барона», повесттар йыйынтығы, балалар өсөн, рус телендә, Өфө, 2010 йыл.
  • «Алма бабай һабаҡтары», хикәйәләр йыйынтығы, балалар өсөн, баш. телендә, Өфө, 2014 йыл.

Уның тәүге әҫәре 1986 йылда Вильнюста литва телендә сыҡҡан «Салдуве» коллектив йыйынтығында баҫтырылып сыға.

Библиографияһы[4][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Тәүге шигырзар» — «Башҡортостан кыҙы» журналы, 1968.
  • «Канатлы йәштәр» — И.Валитов, «Совет Башкортостаны» гәзите, 1969.
  • «Якты көндәр» — Г.Расулева, «Йэшлек» гәзите, 1995.
  • «Улькар» — Учалы ҡалы типографияһы, 1996, 2-се һан.
  • «Века и тысячелетия» — «Ағиҙел» журналы, 2001, 6-сы һан, 46 бит.
  • «Писатель и время» — Өфө, «Чурагул» нәшриәт йорто, 51 бит.
  • «Учалы — золотая колыбель»- төҙөүсеһе Р.Шаһиев, Өфө, 2003.
  • «Учалинской писательской организации 15 лет», 2006, брошюра, Учалы ҡалаһы.
  • «Рухи тамырзар» — «Ағиҙел» журналы, 2006, с.103,110-112.
  • «Асылташтар йыйыр сак» — альм., 3 бит, Учалы ҡалы типографияһы, 2006.
  • «Писатели земли башкирской». Справочник. Сост. Р. Н. Баимов. Өфө: «Китап».
  • «Шагирә, укытыусы, языусы» — М.Ямалетдинов, «Яйык» гәзите, 2006, 112-се һан.
  • «Антология поэзии Башкортостана»- Төҙөүсеһе Р. Т. Бикбаев. Өфө: «Китап», 456 бит.
  • «Энциклопедия Учалинского района» — Өфө: «Китап», 2009.
  • «Эссе, как учебное пособие» — А. Сулейманова, 1996, мәҡәлә. «Серп и молот».
  • "Чувство грусти в «Октавах жизни» — Р. Шаһиев, «Серп и молот» гәзите, «Яйыҡ», 1997.
  • «Корни внутреннего духа» — З. Әҡбәров, «Ағиҙел» журналы, 5-се һан, 2006.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[4][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ватандаш» республика журналы лауреаты — Еңеүҙең 55 йыллығына арналған юл яҙмалары өсөн (2000)
  • М. Хәйҙәров исемендәге премия лауреаты (2005)
  • Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Почетлы грамотаһы (2011).
  • Р. Хисаметдинова исемендәге премияһы лауреаты (2006)
  • «Һәнәк» журналы лауреаты — юмористик хикәйәләре өсөн (2014)

Фәнни эҙләнеүҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Башкирская литература. Истоки и современный этап» монографияһы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • [1] Слово о преподавателе
  • [2] Авторы «Бельских Просторов»
  • [3] Урок-презентация.