Эстәлеккә күсергә

Хәйҙәров Мөхәммәт Аллаяр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Мөхәммәт Хәйҙәров битенән йүнәлтелде)
Мөхәммәт Хәйҙәров
Тыуған көнө:

7 март 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе [1]Өргөн ауылы

Вафат булған көнө:

17 июль 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (84 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

журналистика, әҙәбиәт

Ижад йылдары:

1956—1999

Жанр:

проза, драматургия

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

«Ике пьеса» (1959)

Наградалары:
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1945 «Батырлыҡ өсөн» миҙалы — 1945

Хәйҙәров Мөхәммәт Аллаяр улы (7 март 1915 йыл17 июль 1999 йыл) — башҡорт журналисы, прозаик һәм драматург. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты (1994).

Мөхәммәт Аллаяр улы Хәйҙәров Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1] Өргөн ауылында 1915 йылдың 7 мартында тыуған. Учалы ауылындағы крәҫтиән йәштәре мәктәбен тамамлағандан һуң, ул Белорет металлургия техникумында уҡын.

1933—1936 йылдарҙа Мөхәммәт Хәйҙәров Учалы районының «Шахта байрағы» газетаһын редакторлай, һуңынан «Ленинсы» республика газетаһының эшсе йәштәр бүлеге мөдире булып эшләй.

1941—1945 йылдарҙа ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. I дәрәжә Ватан һуғышы[2], Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары[3], миҙалдар менән буләкләнә[4].

1946 йылдан — «Совет Башҡортостаны» газетаһының үҙ хәбәрсеһе. 1949 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

Мөхәммәт Хәйҙәров 1956—1958 йылдарҙа СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡый, М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.

Ул 1947 йылда — Коммунистар партияһы сафына, 1957 йылда — СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына.

Прозанан тыш, М. Хәйҙәров драматургия өлкәһендә лә актив эшләй. Башҡортостанда уның «Намыҫ» (1949), «Ирәндек» (1951), «Ирәндек», «Һүнмәҫ мөхәббәт» (1953), «Беҙҙең малай» (1955), «Килмешәк» (1957), «Азамат» (1958), «Килен» (1972), «Кейәү балаҡай» (1973), «Ҡоҙалар, ҡоҙасалар» (1977), «Ҡотло булһын туйығыҙ!» (1980) тигән пьесалары сәхнәләштерелде һәм билдәлелек алды.

  1. 1,0 1,1 хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Башҡорт драматургияһы антологияһы
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 5 март 2018)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 март 2018)