Ибн әл-Хайсам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ибн әл-Хайсам
ғәр. أبو علي الحسن بن الحسن بن الهيثم البصري المصري
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Тыуған ваҡыттағы исеме ғәр. أَبُو عَلِيّ ٱلْحَسَنٌ بْن ٱلْحَسَنٌ بْن ٱلْهَيْثَم
Тыуған көнө 965[4][5][6][…]
Тыуған урыны Бәсра, Буиды[d][4][7]
Вафат булған көнө 1039[8][5][6][…]
Вафат булған урыны Ҡаһирә, Фатимиҙар хәлифәлеге[4][9][7]
Һөнәр төрө математик, физик, фәлсәфәсе, астроном, уйлап табыусы, астролог, инженер
Эшмәкәрлек төрө Физика
Уҡыусылар Al-Mubashshir ibn Fātik[d]
Йоғонто яһаусы Аристотель
Вики-проект Проект:Математика[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Ибн әл-Хайсам Викимилектә
Файл:IraqPNew-10000Dinars-2003 f.jpg
Ирактың 10000 купюрында Ибн әл-Хайсам һүрәте

Абу́ Али́ әл-Хаса́н ибн әл-Хаса́н ибн әл-Хайса́м әл-Басри́ (ғәр. أبو علي الحسن بن الحسن بن الهيثم‎, 965, Басра — 1039, Ҡаһирә) — ғәрәп ғалимы-универсал: математик, механик, физик һәм астроном. Урта быуатта Европала латинлаштырылған Alhazen (Альгазен или Альхазен) исеме аҫтында билдәле була[10].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙенең сағыу һәләттәре арҡаһында Ибн әл-Хайсам тыуған ҡалаһы Басрала вәзир вазифаһын алыуға өлгәшә, әммә фән-ғилемгә ҡарата һөйөүе уны, был вазифанан баш тартып, тик фән менән генә шөғөлләнергә мөжбүр итә. Мысыр хәлифәһе әл-Хәким, Ибн әл-Хайсамдың, Асуандан түбәнерәк урында быуа төҙөп, Нилдың һыуын буйһондороу проектын төҙөүе тураһында ишеткәс, ул ғалимды Мысырға саҡыра. Әммә урынға барып ҡарағас, Ибн әл-Хайсам ул замандағы техник саралар менән был проектты тормошҡа ашырыуҙың мөмкин түгеллегенә инанана (был хәл Асуан плотинаһын ҡороуға тиклем мең йыл тип әйтерлерк алда була). Был турала белгәс, хәлифә ғалимға асыулана, уны йортонда һаҡ аҫтында тотоуға тарттыра һәм бөтә мөлкәтен тартып ала. Иҫән ҡалыу өсөн Ибн әл-Хайсам әл-Хакимдың вафатынаса аҡылдан яҙған кеше булып ҡыйланырға мәжбүр була. Әл-Хәкимдың вариҫтары дәүерендә ул иреккә сығарыла һәм вафатына тиклем Ҡаһирәлә ихтирам һәм абруй ҡаҙанып йәшәй.

Сүриә кешеһе Ибн Әбү Усайбиала һаҡланып ҡалған исемлектә Ибн әл-Хайсамдың 92 ғилми эшенең булыуы теркәлгән була, уларҙың 89-ы математика, астрономия, оптика һәм механикаға арналған була. Ибн әл-Хайсам үҙенең фәнни эштәрендә, ҡәтғи математик дәлилдәргә таянып, ентекле эксперименттарға мәрәжәғәт итә. Йыш ҡына уны «оптика атаһы» тип тә атайҙар.

Ғалимды хөрмәт итеп, Айҙың бер кратеры уның исеме менән аталған.

Математика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйөмләштереүҙе геометрик юл менән иҫбатлаған Альхазен формулаһы
Альхазен киҫәктәре. 2 күк айсыҡтың бергә алынған майҙаны йәшел тура өсмөйөштөң майҙанына тиң .

"Евклидтың "Башы"ның инеш һүҙҙәренә аңлатмалар китабында" Ибн әл-Хайсам Евклидтың бишенсе постулатын иҫбатларға тырыша. Уның иҫбатлауы хата була, сөнки ул иҫбатлау бишенсе постулатҡа тап килә. Ибн әл-Хайсам беренселәрҙән булып «Ламберт дүртмөйөшөн» тикшерә (был дүртмөйөштә өс тура мөйөш була). Ибн әл-Хайсам был йәһәттән өс вариант тәҡдим итә: ҡыҫынҡы, тура, йәйенке мөйөштәр. Бишенсе постулаттың һуңғы тикшеренеүҙәрендә күп тапҡырҙар ошо өс гипотезаны тикшереү бара[11].

«Параболик есем үлсәмдәре тураһындағы» трактатында Ибн әл-Хайсам артабанғы квадраттар, кубтар һәм дүртенсе дәрәжәләр, һәм башҡа формулалар суммалары өсөн формулалар уйлап таба. Ошо формулалар ярҙамында ул билдәле интегралын иҫәпләүгә тигеҙ булған хисаплауҙы миҫал итеп килтерә.

Оптика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Оптика китабының» титул бите, латин тәржемәһенең тәүге баҫмаһы. Иллюстрациялар оптик күренештәрҙең, шул иҫәптән перспектив эффекттар, йәйғор, көҙгөләр һәм һыныуҙарҙың бик күп миҫалдарын үҙ эсенә ала.

Ибн әл-Хайсам оптика буйынса фундаменталь хеҙмәт — «Книга оптики[en]» (7 китаптан тора) китабын яҙа.

Физиология оптикаһы өлкәһендә, боронғо грек ғалимы Галенға эйәреп, күҙ төҙөлөшөн тасуирлап бирә, һәм тәжрибә нигеҙендә Платон менән Евклидтың яҡтылыҡ тураһындағы ҡараштарының дөрөҫлөккә тап килмәүен иҫбатлай. Был йәһәттән Ибн әл-Хайсам үҙ теорияһын тәҡдим итә: уға ярашлы «тәбиғи яҡтылыҡ һәм төҫлө нурҙар күҙгә тәьҫир итә», ә «күрелгән образ күренеп торған есемдәр ебәргән нурҙар ярҙамында күҙгә барып эләгә». Өҫтәүенә б. э. тиклем VI быуатта (йәғни әл-Хайсамға тиклем 17 быуат элек) Пифагор шундай уҡ (хәҙергегә бик яҡын) идеяны әйткән була: үҙҙәре ебәргән киҫәксәләр ярҙамында есемдәр күҙгә күренә башлай. Әл-Хайсамдан алдараҡ йәшәгән башҡа аҡыл эйәләре лә — Аристотель (б. э. т. IV быуат), Платон (б. э. т. IV быуат), Евклид (б. э. т. III быуат), Клеомед (б. э. I быуаты), Птолемей (б. э. 130 йылдары) һәм башҡалар төрлө оптик күренештәр концепцияһын хәҙерге замандағыға яҡын рәүештә аңлата.

Әл-Хайсам бинокуляр күреүгә дөрөҫ аңлатма бирә. Аҙаҡ килеп, ул яҡтылыҡ тиҙлегенең сиге тураһында күҙаллау тәҡдим итә.

Камера-обскура менән тәжрибәләр, яҡтылыҡтың һыныуы буйынса тәжрибәләр һәм, Диокл тәғлимәтен үҫтерә барып, һәр төрлө көҙгөләр менән эксперименттар ғалим үткәргән тәжрибәләр араһында айырым бер урын алып тора.

XII быуатта тикшерелгән ғилми хеҙмәт «Оптика хазинаһы» (лат. Opticae thesaurus) исеме аҫтында латин теленә тәржемә ителә һәм Европала оптиканың үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Европала оптика буйынса тәүге ҙур ғилми хеҙмәтте — Вителоның «Перспектива»һын — Ибн әл-Хайсамдың трактатын ярайһы уҡ ҙур ғына дәрәжәлә эшкәртеп тәҡдим ителгән ғилми эш тип атарға була.

Ибн әл-Хайсам шулай уҡ яндырыусы быялалар тураһында бер нисә трактат һәм «Ай яҡтылығы тураһында», «Гало һәм йәйғор тураһында», «Күләгәләрҙең сифаттары тураһында» трактаттар яҙып ҡалдыра.

Астрономия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фронтиспис книги с изображением двух людей в мантии, один держит геометрическую схему, а другой держит телескоп.
Гевелий селенографияһы: сәбәпте һынландырған Альхазен, һәм тойғоно һынландырған Галилео.

Астрономия һәм геодезия буйынса Ибн әл-Хайсамдың бер нисә ғилми эше: «Яҡтыртҡыстарҙың яҡтылығы тураһында», «Есем тотолоу формалары тураһында», «Ай хәрәкәте тураһында», «Ҙур аныҡлыҡ менән полюсты билдәләү тураһында», «Айҙың параллаксы тураһында», «Сәғәт һыҙаттары тураһында», «Ай өҫтөндә күренгән эҙҙәрҙең асылы тураһында», «Бер күләгә буйынса меридианды асыҡлау тураһында», «Горизонталь ҡояш сәғәттәре тураһында», «Яҡтыртҡыстар бейеклегенең төрлөлөгө тураһындал», «Күҙәтеүҙәр ысулдары тураһында», «Ҡибла азимутын асыҡлау тураһында» (ҡибла тип Мәккәгә йүнәлеш атала), «Геометрия ярҙамында ике ҡала араһын билдәләү тураһында» һәм башҡалар.

Ибн әл-Хайсам үҙенең «Донъя формаһы тураһындағы китабында» әл-Фәрғәни һәм әл-Хазиндарҙың планеталарҙың уғата ҙур эфир орбиталары булыуы тураһындағы идеяларын артабан үҫтерә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #90038995, Record #90145857113022922818, Record #950145857099122922251 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012. — ISBN 978-0-19-538207-5
  4. 4,0 4,1 4,2 Nallino C. A., autori vari IBN al-HAITHAM, Abū ‛Alī al-Ḥasan ibn al-Ḥasan // Enciclopedia Treccani (итал.)Istituto dell'Enciclopedia Italiana, 1933.
  5. 5,0 5,1 autori vari Alhazen (o Avenatan) // Философская энциклопедия Треккани (итал.) / G. BedeschiIstituto dell'Enciclopedia Italiana, 2009.
  6. 6,0 6,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118648160 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  7. 7,0 7,1 Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  8. Trove — 2009.
  9. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  10. Храмов, 1983
  11. Прасолов В. В. История математики, в двух томах. — М.: МЦНМО, 2018. — Т. 1. — С. 198—200. — 296 с. — ISBN 978-5-4439-1275-2, 978-5-4439-1276-9.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ибн әл-Хайсамдың хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ибн аль-Хайсам Хасан. Книга комментариев к введениям книги Евклида «Начала». Историко-математические исследования, 11, 1958, с. 733—762.
  • Ибн аль-Хайсам Хасан. Трактат об изопериметрических фигурах. Пер. и прим. Джамаля Ад-Даббаха. Историко-математические исследования, 17, 1966, с. 399—448.
  • Ибн аль-Хайсам Хасан. Книга об измерении шара. Физико-математические науки в странах Востока, 2(5), 1968, с. 131—146.

Уның тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
  • Кулиева Г. З.  Теория составных отношений Ибн аль-Хайсама // Учёные записки Азерб. ун-та. — 1963. — № 4.
  • Льоцци М.  История физики. — М.: Мир, 1970. — 464 с.
  • Рожанская М. М.  Механика на средневековом Востоке. — М.: Наука, 1976. — 324 с.
  • Розенфельд Б. А., Юшкевич А. П.  Теория параллельных линий на средневековом Востоке. — М.: Наука, 1983. — 124 с.
  • Розенфельд Б. А.  Астрономия стран Ислама // Историко-астрономические исследования. — 1984. — Т. 17. — С. 67—122.
  • Храмов Ю. А. Альхазен (латинизированное имя Абу Али Хайсама) // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 13. — 400 с. — 200 000 экз.
  • Roshdi Rashed.  A Polymath in the 10th century (инг.) // Science. — 2002.
  • Roshdi Rashed.  Ibn al-Haytham’s Scientific Research Programme (инг.) // In: Al-Amri M., El-Gomati M., Zubairy M. (eds) Optics in Our Time. — Springer, 2016.
  • Nader El-Bizri, A Philosophical Perspective on Alhazen’s Optics, Arabic Sciences and Philosophy, Vol. 15, Issue 2 (2005), pp. 189-218 (Cambridge University Press)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Перевести Ҡалып:Механики