Ибраһим Биксурин
Ибраһим Биксурин | |
Тыуған ваҡыты | |
---|---|
Тыуған урыны |
Иркәнәш ауылы, Бүләр улусы, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Минзәлә районы) |
Үлгән ваҡыты |
билдәһеҙ |
Вафат урыны |
билдәһеҙ |
Хеҙмәт иткән урыны | |
Ғәскәр төрө |
кавалерия |
Хеҙмәт итеү йылдары | |
Хәрби звание |
подпоручик |
Хәрби алыш/һуғыш |
1812 йылғы Ватан һуғышы, |
Наградалар һәм премиялар |
Ибраһим Биксурин (1770—?) — поход старшинаһы, подпоручик (1813). 1812 йылғы Ватан һуғышында 5-се Башҡорт атлы полкының полк командиры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ибраһим Биксурин 1770 йылда Ырымбур губернаһы Бүләр улусы Иркәнәш ауылында (хәҙерге Татарстан Республикаһы Минзәлә районы Иҫке Иркәнәш ауылында) тыуған.
1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, 12-се, 11-се һәм 10-сы кантон башҡорттарынан 5-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, полк командиры итеп Ибраһим Биксурин тәғәйенләнә. 1812 йылдың 7 майында император Александр I тарафынан уға ғәскәри зауряд-старшинаһы званиеһы бирелә[1].
1812 йылдың 29 августта полк Түбәнге Новгородҡа килә, артабан Витебск яғына йүнәлә. 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алышта һуғыша. Һуңыраҡ Данциг (Гданьск) ҡалаһын блокадалауҙа ҡатнаша[2][3][1].
1812 йылдың аҙағынан ғәскәри зауряд-старшина Ибраһим Биксурин етәкселегендәге 5-се Башҡорт атлы полкының сотняһы инфантериянан генерал М. Б. Барклай де Толлиның штабы ҡарамағында хеҙмәт итә[1]. 1813 йылда 5-се Башҡорт атлы полкы командаһы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. Бында 4 һәм 6 октябрендәге алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ибраһим Биксурин III дәрәжәләге Изге Анна ордены менән бүләкләнә. 1813 йылдың 4 октябрендә подпоручик званиеһын ала[4].
1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 1-се, 4-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә[5].
1814 йылдың мартында 5-се Башҡорт атлы полкы командаһы Парижға ҡәҙәр барып етә[1].
12-се башҡорт кантонының 13 класслы дистанция начальнигы булып хеҙмәт итә[6].
1834 йылдың 9 ғинуарында 4 ҡатыны, 5 ҡыҙы, 4 улы һәм ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә дворянлыҡ хоҡуғына лайыҡ була[7].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- III дәрәжәләге Изге Анна ордены кавалеры (13 ғинуар 1814 йыл)[8].
- IV дәрәжәләге Изге Анна ордены кавалеры (3 ноябрь 1828 йыл)[4]
- «1812 йылғы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы кавалеры
- «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы кавалеры
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Рахимов Р. Н. 3-й, 4-й и 5-й башкирские полки в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 3. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Гатиятуллин З. Башкиры 11-го кантона в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 8. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Гатиятуллин З. Башкиры 12-го кантона в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- ↑ 4,0 4,1 Ильясова А. Я., 2015, с. 125
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 140
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 135. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Ильясова А. Я., 2015, с. 119
- ↑ Асфатуллин С. Г., 2000, с. 138
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
- Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 1770 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Минзәлә районында тыуғандар
- III дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә Изге Анна ордены кавалерҙары
- 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Березина янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Лейпциг янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Дрезден янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Париж янындағы алышта ҡатнашыусылар
- Башҡорт дворянлығы