Иванов Леонид Александрович (сәйәсмән)
Уҡыу көйләүҙәре
Иванов Леонид Александрович (сәйәсмән) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1 ноябрь 1904 |
Тыуған урыны | Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1968 |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Иванов Леонид Александрович (1904 йыл, Булатный ҡасабаһы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы, хәҙерге Башҡортостан — 1968) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, Ҡурған өлкә Советы башҡарма комитеты рәйесе (1947—1950).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фабрика хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде (2 класс) фабрика ҡасабаһындағы юғары башланғыс училищела ала.
- 1917 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Нуриман районындағы «Ҡыҙыл шишмә» ҡағыҙ фабрикаһында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Шунда уҡ 1919 йылда комсомол ячейкаһын ойоштороуҙа ҡатнаша, һуңыраҡ уның рәйесе итеп һайлана.
- 1920 йылда РКСМ Үҙәк комитеты саҡырыуы буйынса Ҡыҙыл Армия сафына баҫа һәм Пенза ҡалаһына комсоставтың хәрби-пулемётсы мәктәбенә уҡырға ебәрелә, әммә 1921 йылдың ноябрендә бәлиғ булмаған сифатында унан демобилизациялана.
- 1921 йылда Бөрө ҡалаһына килә, фабрикала эшләй һәм урындағы комсомол ойошмаһына етәкселек итә.
- 1924 йылда эшселәр коллективы тарафынан фабрика-завод комитеты составына тәҡдим ителә, башта ойошманың секретары, унан һуң рәйесе була.
- 1925 йылдан ВКП(б), КПСС ағзаһы.
- 1929—1931 йылдарҙа Профсоюздарҙың Башҡортостан советында етәксе вазифаларҙа эшләй, артабан ВКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитетына эшкә күсерелә.
- 1932—1934 йылдарҙа — Урал-Ҡаҙағстан сәнәғәт академияһында уҡый (1-се курсты тамамлай). Партия сафтарын таҙартыу буйынса комиссияла эшләргә саҡырып ҡайтарыла.
- 1934—1935 йылдарҙа — ВКП(б)-ның Петухово район комитетының беренсе секретары (Силәбе өлкәһе, хәҙерге Ҡурған өлкәһе).
- 1935—1937 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ында партия, совет эшендә: ВКП(б)-ның Боҙаяҙ район комитеты секретары, ВКП(б)-ның Благовещен район комитеты секретары.
- 1937—1940 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының еңел сәнәғәт халыҡ комиссары, СССР Әҙерләүҙәр халыҡ комиссариатының Башҡорт АССР-ы буйынса вәкиле, Башҡорт АССР-ының урман сәнәғәте халыҡ комиссары.
- 1940—1947 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы — Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары.
- 1938, 1947 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының I һәм II саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана (Шаран округы, Шаран районы һәм 112-се Нуриман округы, Нуриман районы).
- 1947 йылда — ВКП(б) Үҙәк Комитеты эргәһендәге Ҡабаттан әҙерләү курсы тыңлаусыһы.
- 1947 йылда Ҡурған өлкәһенә эшкә күсерелә һәм хеҙмәтсәндәр депутаттарының II саҡырылыш Ҡурған өлкә Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.
- 1950 йылдың апрелендә Ҡурған өлкә Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп күсерелә, 1959 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем ошо вазифала эшләй.
12 йыл тирәһе Леонид Александрович Иванов хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ҡурған өлкә Советының һәм хеҙмәтсәндәр депутаттарының Ҡурған ҡала Советының депутаты була.
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ленин ордены (1943) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1956), «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» һәм «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Представительная власть в Зауралье: история и современность. — Челябинск: Авто Граф, 2009.
Категориялар:
- 1 ноябрҙә тыуғандар
- 1904 йылда тыуғандар
- Бөрө өйәҙендә тыуғандар
- 1968 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- ВДНХ алтын миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- 2-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 1-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Нуриман районында тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- КПСС ағзалары
- Шәхестәр:Нуриман районы