Измайлов Әнүәр Сәрүәр улы
Измайлов Әнүәр Сәрүәр улы | |
укр. Енвер Ізмайлов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина |
Тыуған көнө | 12 июнь 1955 (69 йәш) |
Тыуған урыны | Фәрғәнә, Үзбәк ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | джазмен, гитарасы, джаз-гитарист |
Музыка ҡоралы | гитара |
Жанр | Джаз |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Измайлов Әнүәр Сәрүәр улы Викимилектә |
Измайлов Әнүәр Сәрүәр улы (ҡырымтат. Enver Server oğlu İzmaylov; 12 июнь 1955 йыл) — Украина һәм ҡырым татар музыканты, виртуоз гитарист, билдәле «тэппинг» гитара техникаһын пропагандалаусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әнүәр Измайлов 1955 йылдың 12 июнендә Үзбәкстандың Фәрғәнә ҡалаһында тыуа, уның ғаиләһе 1944 йылда ҡырым татарҙарын депортациялау барышында Ҡырымдан Үзбәкстанға һөрөлә. Фагот класы буйынса урындағы сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, үҙаллы үҙләштереп, электр гитараһында уйнай башлай (башта рок-музыканы. 1980-се йылдарҙа «Сато» джаз-рок төркөмөндә ҡатнаша, бөтә Союз фестивалдәрендә сығыш яһай.
Измайлов элекке Советтар Союзының бөтә музыкаль киңлегендә тэппингтың популяштырыусы улып бһанала.
1990-сы йылдар башында Әнүәр Измайлов Фонтан исемле үҙенсәлекле ауылға йәшәүгә күсә (хәҙер — Симферополдең көнбайыш ситендәге микрорайон. Ошо уҡ йылдарҙа ул Игорь Николаевич Пупенко менән бергә бер нисә соло программаһын яҙа, уларҙа ул этноджаз синтезы буйынса үҙенең ҡарашын белдерә. Бер үк ваҡытта улар 1995 йылда флейтасы Наркәт Рамазанов һәм барабансы Рөстәм Бари ойошторған трио менән етәкслелек итәләр («Манара» альбомы, 1999). Халыҡ-ара фестивалдәрендә Энвер Измайлов төрөк перкуссионисты Борхан Очал, француз пианисты Ксавье Гарси һәм башҡалар менән сығыш яһай.
«Совет йәштәре» гәзите (Рига) үткәргән анкетлау һөҙөмтәләре буйынса Әнүәр Измайлов СССР гитарасылары араһында 6 урынды биләй һәм «Киңерәк танылыуға лайыҡ музыкант» номинацияһында икенсе урынды биләй. Европа Халыҡ-ара гитарасылар конкурсының беренсе премияһы лауреаты (Швейцария, Лозанна), күп бүләктәр һәм дипломдар эйәһе. 1995 йылдан — Украина Джаз ассоциацияһы Президиумы ағзаһы.
Латвия, Украина, Рәсәй, Финляндия, Германия, Норвегия, Франция, Италия, Австрия, Швейцария, Швециялағы джаз фестивалдәрендә ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Украинаның атҡаҙанған артисы.
- Ҡырым Автономиялы Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Украинаның халыҡ артисы (2009).
Альбомдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Эфсане» (1986)
- «Изгелекте тарат» «Сато» төркөмө составында, (Фәрғәнә, 1987);
- «At Fergana Bazar» (Германия, 1991);
- «Easten Legend»(Москва, 1993);
- «Black Sea» (Швеция, 1993);
- «Dancing over the Moon» (Германия,1995);
- «Minaret» (Киев, 1997);
- «Ultra-marin» (Болгария, 2001);
- «Meganom» (Украина, 2012)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт 2011 йыл 28 июль архивланған.
- Сергей Губин Jazz в усадьбе Сандецкого. 2016 йыл 5 март архивланған.
- Полночные шаги. 2016 йыл 5 март архивланған. // журнал «Элита Татарстана»