Эстәлеккә күсергә

Теләүбаев Илгиз Сафи улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Илгиз Теләүбаев битенән йүнәлтелде)
Теләүбаев Илгиз Сафи улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 апрель 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Нәби ауылы, Иҫке Монасип ауыл Советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Башҡорт дәүләт университеты
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы

Теләүбаев Илгиз Сафый улы (19 апрель 1964 йыл) — уҡытыусы, муниципаль хеҙмәткәр. 2006 йылдан Белорет район хакимиәте башлығының урынбаҫары, 2011—2022 йылдарҙа — беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы.

Илгиз Сафый улы Теләүбаев 1964 йылдың 19 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған.

1982 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай һәм ошонда уҡ уҡытыусы булып үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инә. 1985—1987 йылдарҙа Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була һәм, запасҡа ҡайтарылғандан һуң, уҡыуын дауам итә.

«Тарихсы. Тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы» һөнәре буйынса юғары белем алғас, 1990 йылда йүнәлтмә буйынса Белорет ҡалаһының 21-се урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булып эш башлай.

1992 йылдың авгусында Илгиз Теләүбаев Белорет районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетына 1-се категориялы белгес вазифаһына тәғәйенләнә.

1990 йылдың ноябренән 1999 йылдың июненә тиклем Белорет районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы начальнигы була.

Артабан 2005 йылдың февраленә тиклем Белорет ҡалаһы һәм Белорет районы хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы вазифаһында эшләй.

2002—2005 йылдарҙа ситтән тороп Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында уҡый һәм, уны уңышлы тамамлап, «юрист» һөнәренә эйә була.

2005 йылдың февралендә Белорет районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 2011 йылдың 3 майынан — 2022 йылдың октябренәсә Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләй[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Белорет районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет рәйесе[2].

Матбуғат баҫмаларындағы мәҡәләләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бер-беребеҙҙе яҡлап, һаҡлап йәшәйек. «Йәшлек» гәзите, 2019 йыл, 17 май.
  • Социально-гуманитарная сфера Белоречья на современном этапе. Журнал «Ватандаш»[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]