Илһамов Тамерлан Айсар улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илһамов Тамерлан Айсар улы
рус. Тамерлан Айсарович Ильгамов
Зат ир-ат
Тыуған көнө 22 июнь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Асҡар, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Вафат булған көнө 4 июль 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (28 йәш)
Вафат булған урыны Украина
Ерләнгән урыны Асҡар
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание прапорщик
Һуғыш/алыш Военная операция России в Сирии[d] һәм Рәсәйҙең Украиналағы махсус хәрби операцияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы медаль «За отвагу» медаль «За воинскую доблесть» 2 степени медаль «Участнику военной операции в Сирии» генерал Шайморатов ордены медаль «За воинскую доблесть»
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Илһамов Тамерлан Айсар улы[1] (22 июнь 1994 йыл — 4 июль 2022 йыл) — гвардия зенит ракета полкының зенит батареяһы хәрби расчет командиры, гвардия прапорщигы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022).[2]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тамерлан Илһамов 1994 йылдың 22 июнендә Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. 2009—2011 йылдарҙа Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимов исемендәге урындағы гимназияла уҡый. 2011 йылда Башҡорт дәүләт университеты (хәҙер — Өфө фән һәм технологиялар университеты) Сибай филиалының юридик факультетына уҡырға инә. 2012 йылдың декабрендә үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә китә, 2014 йылдың мартында хәрби хеҙмәт үтеүе тураһында контрактҡа ҡул ҡуя. Гвардия зенит ракетаһы полкының зенит ракетаһы батареяһы хәрби расчетының командиры булып хеҙмәт итә. Сүриәлә, Таджикстанда була. Бер үк ваҡытта Сервноводскиҙа аграр-техник колледжда «ауыл хужалығын механизациялау» һөнәре буйынса белем ала һәм уны 2019 йылда тамамлай.

Хәрби эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2022 йылдың 24 февраленән үҙенең подразделениеһы составында Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Рәсәй киң мәғлүмәт саралары белдереүенсә, Илһамовтың расчеты 4 июлдә хәрби дежурство ваҡытында, Украина хәрби көстәренең авиаһөжүме Рәсәй хәрби позицияларына барып етмәһен өсөн, уларға ҡаршы ут аса һәм һөжүмде үҙенә ҡабул итә. Дошмандың 9 ракетаһын бәреп төшөрәләр, әммә позиция алмаштырғанда 2 ракета беҙҙең ЗРК-ға эләгә. Илһамовһәм уның хеҙмәттәштәре һәләк була.[3][4][5]

2022 йылдың 13 июлендә Әбйәлил районында тыуған Аскар ауылында ерләнә.

Үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Указына ярашлы (ябыҡ указ), Рәсәй Геройы исеме бирелә.

Награда Өфөлә Илһамовтың ата-әсәһенә тапшырыла.

Наградалары һәм ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022)
  • «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы (2022)[6]
  • 2-се дәрәжә «Хәрби фиҙаҡәрелеге өсөн» миҙалы (2017)[6]
  • «Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы (2017)[6]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2022 йылдың 1 сентябрендә Әбйәлил районының Аскар ауылында Советтар Союзы Геройы Тагир Кусимов исемендәге гимназия бинаһына Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.[7]

Өфө фән һәм технологиялар университетының (БДУ) Сибай филиалына Тамерлан Илһамов исемен биреү планлаштырыла.

«Марка» акционерҙар йәмғиәте Тамрлан Илһамов, хәрби күренеш һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы төшөрөлгән почта маркаһы сығара (2022).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 6 сентябрь 2022.
  2. Звания Героев России посмертно присвоили двум военнослужащим из Башкирии, rbc.ru.
  3. БГУ могут присвоить имя погибшего на Украине Тамерлана Ильгамова. Дата обращения: 3 ноябрь 2022. Архивировано 3 ноябрь 2022 года.
  4. «Ильгамов Тамерлан Айсарович». Дата обращения: 3 ноябрь 2022. Архивировано 3 ноябрь 2022 года.
  5. «Два уроженца Башкирии удостоены звания Героя России». Дата обращения: 3 ноябрь 2022. Архивировано 3 ноябрь 2022 года.
  6. 6,0 6,1 6,2 Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 6 сентябрь 2022.
  7. Фотография мемориальной доски