Иманғолов Насибулла Хисаметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иманғолов Насибулла Хисаметдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Байназар, Бөрйән районы
Вафат булған урыны Байназар, Бөрйән районы
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Иманғолов Насибулла Хисаметдин улы (1902 - ?), 112-се кавалерия дивизияһы яугиры , 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иманғолов Насибулла Хисаметдин улы 1902 йылда Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.

1920 йылдың июгь айынан 1921 йылдың авгусына ҡәҙәр Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Силәбе 42-се уҡсы полкында хеҙмәт итә.

1921 йылдың сентябренән Байназар ауылында үҙ хужалығы менән көн күрә.

1924 йылдың сентябренән ноябренә тиклем Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 9-сы (2-се гв.) Ҡырым дивизияһының 7-се уҡсы полкында хеҙмәт итә.

1226 йылдың июненән 1931 йылдың 18 ғинуарына тиклем Бөрйән урман хужалығының Ҡыпсаҡ бүлексәһендә урмансы булып эшләй.

1931 йылдың 18 ғинуарынан 1938 йылдың июленә тиклем Байназар ауыл Советының председателе булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Ул Миңлеғәле Шайморатов етәкләгән 112-се кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә.

1946 йылда демобилизациялана.

Һуғыштан ҡайтҡас колхозға эшкә төшә.

1952 йылдың март айынан Байназар ауылында Бөрйән ОРС-ның келәт мөдире булып эшләй башлай.

1953 йылдан алып 1955 йылға тиклем «Буденный» колхозында клуб мөдире булып эшләй.

1955 йылдың 24 сентябренән 1959 йылдың 22 октябренә тиклем Байназар мәктәбенең яңы бинаһын төҙөүҙә эшләй.

1960 йылдың 17 февраленән алып 1962 йылға тиклем элемтә бүлегендә эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (27 июнь 1946 йыл)
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (Ж №667308)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]