Инка юлдары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Инка юлдары
Рәсем
Дәүләт Flag of Peru (state).svg Перу
Flag of Chile.svg ba
Bandera de Bolivia (Estado).svg Боливия
Flag of Colombia.svg Колумбия
Flag of Ecuador.svg Эквадор
Flag of Argentina.svg Аргентина
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы һәм Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d]
Оҙонлоҡ 40 000 ± 150 km[1]
Майҙаны 11 406,95 гектар,
663 069,68 гектар
Ошо юлдың картаһы
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы (ii)[d][2], (iii)[d][2], (iv)[d][2] һәм (vi)[d][2]
Карта
Commons-logo.svg Инка юлдары Викимилектә

Инка юлдары (кечуа Qhapaq Ñan — Капы-Ньан, «Король юлы») — таш түшәлгән күп һанлы юлдар селтәре, уларҙы Көньяҡ Американың Анд тауҙары төбәгендә: Колумбия, Эквадор, Перу, Боливия, Чили, Аргентинала индеецтар цивилизациялары яр буйы сүллектәре тигеҙлеге, шулай уҡ тауҙар, ҡая һәм тарлауыҡтар аша аҫылмалы күперҙәр һәм баҫмалар ярҙамында нисәмә мең йылдар буйына һалған.

Төп магистралдәрҙең төҙөүселәре — инкылар; юлдар төҙөү эше тик XVI быуатта ғына туҡталып ҡала, сөнки илде баҫып алған испан конкистадорҙары урындағы технологияларҙы белмәй һәм хатта шул юлдарҙы тейешенсә тоторға һәләтле булмай.

Тотош Инкы империяһын тәре формаһында киҫеп үткән дүрт юл — төп юлдар (үҙәге Куско ҡалаһында). Иң оҙон юл кәмендә 6600 километр (1200 лиг) оҙонлоғонда була. Провинцияларҙың бөтә баш ҡалалары ла юлдар менән тоташа, һәр береһенән бер нисә юл һалына. Һәр юлда билдәле бер ара аша Ҡунаҡ йорттары урынлаша, юлдар ыҙан бағаналары менән билдәләнә һәм топо йәки тупу тип атала.

Юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо 30 000 километрға етә. Юғарыла атап үтелгән илдәрҙең алтыһының территорияһында башҡа юлдарға ҡарағанда яҡшыраҡ һаҡланған участкалағы 6000 км оҙонлоғондағы юл 2014 йылда Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]