Стуков Иннокентий Николаевич
Стуков Иннокентий Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 4 август 1887 |
Тыуған урыны | Иркутск өлкәһе[d], Иркутск генерал-губернаторлығы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 4 ноябрь 1936 (49 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d] |
Ойошма ағзаһы | Общество старых большевиков[d] |
Иннокентий Николаевич Стуков (4 август 1887 йыл — 4 ноябрь 1936 йыл) — совет партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, РСФСР Финанстар халыҡ комиссариатының иҡтисади тикшеренеүҙәр секторы начальнигы. Өфө революцион комитеты рәйесе (1919). РКП(б)-ның Өфө өлкә комитеты рәйесе (1920).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Священник улы. Троицкосавск (Кяхта) ҡалаһында реаль училищены тамамлай. Психоневрологик институтында уҡый, әммә уны тамамламай, артабан пехота хәрби училищеһында уҡый. РСДРП-ла 1905 йылдан, большевик. Батша төрмәләрендә 6 йыл үткәрә, 1911 йылда Томск губернаһындағы һөргөндән ҡаса. 1917 йылда РСДРП(б)-ның Мәскәү өлкә бюроһы ағзаһы. Владимир, Тверь һәм Калуга округтарынан Учредителдәр йыйылышына һайлана, 5 ғинуарҙағы ултырышта ҡатнашыусы.
1918 йылдан алып РККА-ла, 5-се армияның Реввоенсовет ағзаһы. 1919 йылда Өфө революцион комитеты рәйесе, 1920 РКП(б)-ның Өфө өлкә комитеты рәйесе[1]. «Совет Себере» журналы нәшриәтенең редакторы була, 1920-1921 йылдарҙа «децист»арға (группа демократического централизма) ҡушыла. 1926—1927 йылдарҙа берләшкән оппозицияла ҡатнаша, шунан һуң партия сафтарынан сығарыла һәм һөрөлә. Артабанғы йылдарҙа Мәскәүҙә хәрби һәм хужалыҡ эшендә. 1936 йылда РСФСР-ҙың Финанстар халыҡ комиссариатының иҡтисади тикшеренеүҙәр секторы начальнигы.
1936 йылдың 21 мартында ҡулға алына. СССР-ҙың Юғары судының хәрби коллегияһы тарафынан атырға хөкөм ителә. 1936 йылдың 4 ноябрендә хөкөм ҡарары ғәмәлгә ашырыла. 1957 йылдың 30 ноябрендә, үлгәндән һуң, аҡлана.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Протасов Л. Г. Люди Учредительного собрания: портрет в интерьере эпохи. М., РОСПЭН, 2008.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.gasrb.ru/uf/file/putev_sekrbashobkomakp.pdf 2017 йыл 15 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 4 августа тыуғандар
- 1887 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 4 ноябрҙә вафат булғандар
- 1936 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Большевиктар
- КПСС ағзалары
- Марксистар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР-ҙа аҡланғандар
- Рәсәй революционерҙары
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзалары