Йәһүҙин Инсур Ғәззәли улы
Инсур Йәһүҙин | |
Исеме: |
Йәһүҙин Инсур Ғаззали улы |
---|---|
Псевдонимдары: |
Инсур Артур |
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Иҫке Мөсәт ауылы, Бөрйән районы, БАССР |
Вафат булған көнө: | |
Гражданлығы: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Йәһүҙин Инсур Ғәззәли улы (псевдонимы Инсур Артур; 26 март 1951 йыл — 21 март 2011 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы. СССР-ҙың Журналистар, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инсур Ғәззәли улы Йәһүҙин (Инсур Артур) 1951 йылдың 26 мартында Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылында (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, Белорет ҡалаһында[1]) тыуған.
Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлаған, журналистика буйынса юғары һөнәри белем ала.
Шиғырҙары, нәҫерҙәре матбуғатта 14 йәшендә күренә башлай. Оҙаҡ йылдар матбуғат өлкәһендә эшләй: гәзит баҫыусы, хәбәрсе, бүлек мөдире, «Совет Башҡортостаны» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, «Таң» гәзитенең баш мөхәррире була. Ул СССР, Рәсәй, Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы булды. 1996 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Шиғырҙары, башҡа әҫәрҙәре төрлө телдәрҙә Мәскәүҙә, туғандаш республикаларҙа, сит илдәрҙә донъя күрә.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлға сығам (шиғырҙар)
- Тауҙарҙа тауыш аҙашмай (поэма һәм шиғырҙар)
- Көнлөғояш (проза)
- Дала сыңы (шиғырҙар)
- Төлкө килде ҡунаҡҡа" (балалар өсөн шиғырҙар) китаптары донъя күрҙе
- Даға ҫыңы
- Атайсал — бөрйәндәрдең ере
- Яраһыҙ һағыш
- Йөрәгемдә кояш күтәрәм
Күләмле әҫәрҙәре, поэмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тулғанай
- Тауыштар
- Тынлык минуты
- Гөргөлдәк
- Ете моң
- Минең ҡоролтай
- Ысыҡлы дала»
- Тыуған көндәр
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 март 2021)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 март 2021)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 март 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡорт шиғриәте анталогияһы». — Өфө: Китап, 2001.
- Литературная карта Башкортостана: Ягудин Инсур Газзалиевич (Инсур Артур)
- Ягудин Инсур Газзалиевич, поэт(недоступная ссылка)