Исмәғилев Мирсал Зәйнәғәбдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исмәғилев Мирсал Зәйнәғәбдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 декабрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1]
Тыуған урыны Абҙан, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 24 апрель 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (78 йәш)
Һөнәр төрө табип, hospital chief executive officer
Эш урыны Иҫәнғол
Биләгән вазифаһы hospital chief executive officer[d]
Уҡыу йорто БДМУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Исмәғилев Мирсал Зәйнәғәбдин улы (25 декабрь 1931 йыл24 апрель 2010 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, табип-психиатр. 1959—1980 йылдарҙа Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының баш табибы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мирсал Зәйнәғәбдин улы Исмәғилев 1931 йылдың 25 декабрендә Башҡорт АССР-ы Ейәнсура районы Абҙан ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа[2].

Үҙ ауылында урта мәктәпте тамамлағас, бер аҙ прокуратурала, район гәзитендә яуаплы секретарь, Байыш урта мәктәбендә пионервожатый булып эшләй. Артабан уҡыу теләге Мирсал Зәйнәғәбдин улын Башҡорт дәүләт медицина институтына алып килә.

1957 йылда йәш белгес тыуған ауылы Абҙанға табип булып эшкә ҡайта. Участка дауаханаһында хирург булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. 1959 йылда Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһына эшкә күсерелә. 19681972 йылдарҙа Красноусол шифаханаһында — бүлек мөдире, шул уҡ ваҡытта йәмәғәт эше — партия ойошмаһы секретары эшен алып бара. 19731980 йылдарҙа Ейәнсура районы Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡара. Хеҙмәт эшмәкәрлегенең һуңғы йылдарында район дауаханаһында табип-психиатр булып эшләй[3]. Ейәнсура районының почётлы гражданы (2009).

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны 2010 йылдың 24 апрелендә вафат була.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мирсал Зәйнәғбдин улы үҙе ғүмере буйы эшләгән поликлиникаһында музей аса. Бында районда эшләгән һәм эшләп киткән табиптар, һаулыҡ һаҡлау эшенең тәү башлап юлға һалыныуы, күтәрелеше, хәҙерге ваҡыттағы ҡаҙаныштары тураһында күп мәғлүмәт тупланған;
  • Генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында һуғышҡан яугир-ейәнсурасылар тураһында материалдар йыя;
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советының беренсе рәйесе Рәхим Кирәй улы Ибраһимовтың тыуған төйәгендә уның етәкселегендә музей асыла.
  • 2009 йылда «Ейәнсура районының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте: кисә һәм бөгөн» («Здравоохранение Зианчуринского района: вчера и сегодня») исемле бай мәғлүмәтле китап сығара[3].

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Исмагилов М.З., Здравоохранение Зианчуринского района: вчера и сегодня [Текст]: очерки о становлении здравоохранения района /М.З. Исмагилов , Исянгулово.- 2009.- С.144

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2012 йылда үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы бинаһында Исмәғилев Мирсал Зәйнәғбдин улы хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]