Исмәғил Кадаре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исмәғил Кадаре
алб. Ismail Kadare
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Албания[3]
 Франция[3]
 Косово[4]
Тыуған көнө 28 ғинуар 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1][5][6][…] (88 йәш)
Тыуған урыны Гирокастра[d][1][7][8]
Хәләл ефете Хелена Кадаре[d][9]
Балалары Кадаре Бесиана
Яҙма әҫәрҙәр теле албан теле һәм Француз теле
Һөнәр төрө шағир, романист, яҙыусы, тәржемәсе
Биләгән вазифаһы депутат Народного собрания Албании[d]
Уҡыу йорто Тирана университеты
А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
Ойошма ағзаһы Албания Фәндәр академияһы, Академия моральных и политических наук[d], Косово Фән һәм сәнғәт академияһы[10] һәм Черногорская академия наук и искусств[d][11][12]
Йоғонто яһаусы Итало Кальвино[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Исмәғил Кадаре Викимилектә

Исмәғил Кадаре (алб. Ismail Kadare; яҙыу варианты — Исмәғил Кадаре; 1936 йылдың 28 ғинуарында Албанияла тыуған,) албан прозаигы һәм шағиры, бөтә донъяға билдәлелек алған һәм донъя телдәренә тәржемә ителгән. Букер премияһы лауреаты (2005).

Йәшлеге һәм ижадға баҫыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кадаре көньяҡ албан ҡалаһы Гирокастрала тыуған. Ижад юлын шағир булып башлай. Беренсе шиғырҙар йыйынтығы Frymëzimet djaloshare (Үҫмер ынтылышы) 1957 йылда донъя күрә. Икенсе шиғырҙар йыйынтығы "Ëndërrimet "(Хыялдар) 1957 йылда сыға. Тирана университетынының тарих-филология факультетында уҡый, артабан, 1959—1961 йылдарҙа, Мәскәүҙә Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында белем ала (был осор тураһындағы тәьҫораттары «Дала аллалары ҡараңғылығы» /"Muzgu i perendive të stepes " (1978) романында сағылыш таба). Мәскәүҙә булғанда яҙған тәүге романынында (Quteti pa reklama, башҡ."Рекламаһыҙ ҡала", 1959), коммунистик Албанияла, пуритан шарттарында тормошта үҙ юлын эҙләгән албан егеттәренең мажараларын һүрәтләй. Ул саҡтағы цензура шарттары буйынса роман баҫтырыуға ҡабул ителмәй. Роман тик 1998 йылда донъя күрә. 1961 йылда Мәскәүҙә Кадаре шиғырҙарының урыҫ теленә тәржемәләре йыйынтығы лирика редакцияһында нәшер ителә, инеш һүҙҙе Д. Самойлов яҙа.

Яҙыусы булараҡ формалашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кадареның Албанияға ҡайтыуы совет-албан мөнәсәбәттәренең өҙөлөү мәленә тап килә. 1990 йылда эмиграцияға китеүенә тиклем Кадаре XХ быуаттың икенсе яртыһында Европаның иң аяуһыҙ тоталитар режим хөкөм һөргән илендә йәшәй, шуға ҡарамаҫтан албан этносының тарихи ысынбарлығы өсөн кардиналь һорауҙар ҡуйған әҫәрҙәр ижад итә ала. Шул уҡ ваҡытта Кадаре режим сиктәрендә йәшәүен дауам итә, уның әҫәрҙәренең күбеһе баҫылып сыға, һәм властар уны иң ҙур милли яҙыусы тип танырға мәжбүр була. Шуға ла һуңынан уны тормош һәм ижади конформизмда ғәйепләйҙәр. Әммә шуны билдәләп үтергә кәрәк, Кадареның режим менән үҙ-ара мөнәсәбәттәре бер нисек тә идиллик шарттарҙа булмай: уның бер нисә әҫәре тыйыла, башҡалары рәсми тәнҡиткә дусар ителә йәки, киреһенсә, иғтибарҙан ситтә ҡалдырыла. Хатта бер тапҡыр Кадаре физик хеҙмәт менән тәрбиәләү үҙәгенә ебәрелә, әйткәндәй, коммунистик Албанияла интеллигенция менән эшләүҙең киң таралған ысулы[13] Кадареның сағыштырмаса именлеге, уның кеүек үк, Гирокастрала тыуған диктатор Энвера Ходжиға уның әҫәрҙәренең оҡшауы менән бәйле булған тигән фекер бар. Иң мөһиме — ғәйәт ҙур идеологик баҫым булыуға ҡарамаҫтан, Кадаре албан әҙәбиәтен яңы сифат кимәленә күтәргән әҫәрҙәр тыуҙыра алған.

Албанияға ҡайтҡандан һуң Кадаре шиғырҙар яҙыуын дауам итә, әммә күбеһенсә проза яҙыуға күсә. 1963 йылда ул «Gjenerali i ushtrisë së vdekur» («Үле армия генералы», рус. тәржемәһе:1989, 2006 йй.) романын баҫтырып сығара, был проза әҫәре уға Албанияла дан килтерә, ә 1970 йылда Францияла баҫылып сыҡҡандан һуң, Кадаре Европала яҙыусы булараҡ билдәлелек яулай. Кадареның итальян оккупацияһы йылдарында (1939—1943) һәләк булған албан һалдаттарының кәүҙәләрен эҙләп табыу тураһындағы китабы совет социалистик реализмы өлгөлөренә эйәреп яҙылған албан прозаһы фонында айырылып тора. Роман Кадареның артабанғы ижадына ла хас булған сағыу үҙенсәлектәрҙе күрһәтә: көнкүреш, көндәлек сиктәрҙән сыҡҡан экстремаль хәлдәрҙе һүрәтләүгә һөйөү; хикәйәләүҙә төрлөсә фекерҙәрҙе ҡулланыу; шартлы образдарҙы аңлайышлы булмаған шарттарға ҡуйыу һәм серлелеккә иғтибарҙы арттырыуҙы рационализм менән берләштереү был романдың уңышын тәьмин итә. Кадареның киләһе романы Përbindëshi (Ғифрит, 1965) — Албания әҙәбиәтендә сюрреализмдың тәүге өлгөһө: ундағы ваҡиғалар яҙыусы йәшәгән хәҙерге Албанияла, шул уҡ ваҡытта, боронғо Трояла бара. Роман баҫылып сығыу менән цензура тарафынан тыйыла. Сағыштырмаса көсһөҙ һәм конъюнктуралы романы Dasma (Свадьба 1968) донъя күргәндән һуң Кадаре Kështjella (Ҡәлғә 1970) китабын сығара. Унда тәүге тапҡыр боронғо албан тарихына мөрәжәғәт итә.

Ижади өлгөрөүе. Дан һәм эҙәрлекләүгә дусар булыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1971 йылда Кадареның иң әһәмиәтле әҫәрҙәренең береһе — «Kronikë në gur» (Ташҡа яҙылған хроника) романы донъя күрә, уны яҙыусы үҙенең автобиографияһына таянып яҙа. Көслө лирик хистәргә бай, бер үк ваҡытта формаһы буйынса ҡатмарлы булған романда Кадаре тыуған ҡалаһының итальян һәм немец оккупацияһы ваҡытындағы тормошон сәйәси конъюнктуранан тулыһынса азат килеш һүрәтләй.

1973 йылда Кадаре «Dimri i vjetmisë së madhe» романын баҫтыра («Бөйөк яңғыҙлыҡ ҡышы», өҫтәп эшкәртелгән баҫмаһы «Dimri i madh» / «Бөйөк ҡыш» исеме аҫтында 1977 йылда, урыҫ тәржемәһе 1992 йылда «Ҡырыҫ ҡыш» исеме аҫтында сыға, 1979 йылда "«Йөҙгә-йөҙ» исеме аҫтында экранизациялана), әҫәр иң ҡапма-ҡаршылыҡлы әҫәрҙәренең береһе. Был монументаль романда Кадаре албан күҙлегенән албан—совет мөнәсәбәттәренең өҙөлөү тарихын тәҡдим итә. Романдың үҙәгендә совет етәкселәре — Хрущев һәм башҡаларҙың образдары сатирик рәүештә Энвера Ходжи фигураһында бирелә. Һис шикһеҙ, бындай роман яҙыу факты прагматик әһәмиәткә эйә була: Кадаре диктатор уны данлаған билдәле яҙыусыны үлтермәҫ тип өмөтләнә. Шул уҡ ваҡытта Кадаре үҙенең китабында Ходжаға хас булмаған һыҙаттарҙы аңлы рәүештә биргәнен, уны гуманлы, демократик ҡарарҙарға ынтылышлы кеше итеп һүрәтләгәнен, һүрәтләнгән портрет үҙенең прототибына кире йоғонто яһар тип өмөтләнгәнен билдәләй.[14]

Шул уҡ ваҡытта Кадареның башы өҫтөндә болоттар ҡуйыра башлай. 1974 йылдың июнь айында Тирана ҡалаһында Албания хеҙмәт партияһының сираттағы пленумы үтә, унда Энвер Ходжа көнбайыш йоғонтоһона дусар булған партия даирәләре һәм интеллигенция вәкилдәрен, «либералдарҙы» тәнҡитләй. Албания яҙыусыларының ижади азатлығы бөткән кеүек тойола. Кадаре яңы хәлгә яраҡлашырға тырыша һәм властар өсөн яраҡлы булған "Nëndori i një kryequteti " романын баҫтырып сығара (1975 йылдың ноябрендә, баш ҡалаларҙың береһендә), ул 1944 йылда Тирананың партизан отрядтары тарафынананы азат ителеүенә арнала.1975 йылда Кадаре албан гәзиттәре береһендә Pashallarët e kuq (Ҡыҙыл пашалар) тигән ҙур шиғырын баҫтырырға тырыша, унда ул, Ходжаны маҡтап, партияның юғары ҡатламында тәрән көрсөк булыуына күрһәтә. Кадаре үҙе тәнҡитләүҙәргә дусар була, әҫәрҙәрен баҫтырып сығарыу хоҡуғынан мәхрүм ителә һәм ул ауылға ебәрелә.[15]

Был осорҙа Кадаре яҙған әҫәрҙәр уның иң ҙур албан яҙыусыһы, Фолкнер һәм Гарсия Маркесҡа оҡшап, Европа классик модернизмының танылған оҫтаһы булараҡ әҙәби абруйын нығыта.

Танылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер нисә тапҡыр донъя әҙәби премиялары менән билдәләнә, атап әйткәндә, Чино дель Дука премияһы (1992), Букер премияһы (2005), принц Астурийскийҙың әҙәби премияһы (2009), бер нисә тапҡыр Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына лайыҡ була. Тирананың почетлы гражданы тип таныла.

Әҫәрҙәр йыйынтыҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Vepra letrare. V.1-12.Tiranë: Naim Frasheri, 1981—1989.
  • Vepra / Oeuvres. V. 1-12- . Paris: Fayard, 1993- (двуязычное собрание сочинений, выходит параллельно на французском и албанском языках).
  • Vepra letrare. V.1-2- .Tiranë: Onufri, 2007- («дефинитивное» собрание сочинений, тексты печатаются в окончательных авторских редакциях, вышло два тома, планируется выпустить 20 томов)

Кадаре әҫәрҙәренең рус теленә тәржемәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Лирика. Перевод с албанского, под редакцией и с предисловием Д.Самойлова. М.: Издательство иностранной литературы, 1961.
  • Генерал армии мёртвых. Перевод Василия Тюхина // Иностранная литература, 1989, № 6.
  • Суровая зима. Перевод И.Ворониной и В.Модестова. М.: Художественная литература. 1992.
  • Вестник беды. Islama nox Перевод О.Колпаковой // Иностранная литература, 1992, № 8.
  • Великая стена. Перевод Л.Милько // Иностранная литература, 1995, № 9.
  • Генерал мёртвой армии. Перевод В.Тюхина. СПб.: 2006.
  • Прощальный подарок зла. Перевод В.Тюхина // Иностранная литература, 2008, № 6.
  • Дворец сновидений. Перевод В.Тюхина // СПб.: Polyandria NoAge, 2021.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хелена Кадаре яҙыусының ҡатыны, әҙәбиәтсе, албан телендә роман баҫтырып сығарған беренсе ҡатын-ҡыҙ.
  • Анион Кельменди
  • Шпенд Соллаку Ноэ
  • Вриони, Йософ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Иерусалимская премия Ҡалып:Букеровская премия