Эстәлеккә күсергә

Итйеймәҫ Абдуллов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Итзимас Абдулов битенән йүнәлтелде)
Итзимас Абдуллов
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Барҙы ауылы, Ғәйнә улусы, Уҫы даруғаһы (хәҙерге Пермь крайының Барҙы районы)

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Итзимас (Иштемәс) Абдуллов — 1737—1738 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.

Итзимас Абдуллов сығышы менән Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Барҙы ауылы башҡорттарынан.

1737 йылдың февралендә Уҫы даруғаһында ихтилал тоҡана, уның менән Итзимас Абдуллов етәкселек итә[1].

Итзимас Абдуллов етәксегендәге Уҫы даруғаһы ихтилалсылары Бәпәнәй Төрөпбирҙин һәм Мәндәр Ҡарабаевтан ярҙам һорап Себер даруғаһына килә. Баш күтәреүселәрҙең Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Мәндәр Ҡарабаев һәм Төлкөсура Алдағолов етәкселегендәге ҙур отрядтары Красноуфимск, Көңгөр һәм Бөрө ҡалалары тирәһендә, шулай уҡ Тере Танып йылғаһы бассейнында хәрәкәт итә. Июндә 2500 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 4200) кешенән торған Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Юлдаш Һөйәрембәтов, Мәндәр Ҡарабаев һәм Төлкөсура Алдағолов етәкселегендәге баш күтәреүселәр Богдановский ҡәлғәһен ҡамауға ала. Алыш ике көн дауам итә, әммә ихтилалсылар ҡәлғәне яулап ала алмай, эргә тирәһендәге күскенселәрҙең тораҡ пункттарын талап Бөрө ҡалаһына йүнәлә. Ғәйнә башҡорттары Себер даруғаһы баш күтәреүселәренә ҡушыла һәм улар бергәләп Уҫы һәм Көңгөр ҡалалары, Тере Танып йылғаһы тирәһендәге күскенселәрҙең ауылдарын талайҙар[2].

1773 йылдың авгусында Итзимас Абдуллов етәкселегендәге 2000 ғәйнә башҡорттарының отряды Строгановтарҙың Крылово ауылын һәм Уҫы ҡалаһы тирәһендәге рус ауылдарын яндыралар[3].

  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
  • История башкирских родов. Гайна. Том 11 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, А. Р. Махмудов, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 27. — 696 с. — ISBN 978-5-85051-641-3.