Ишмияров Марат Хафиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ишмийәров Марат Хафиз улы битенән йүнәлтелде)
Ишмияров Марат Хафиз улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 сентябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Ҡуғанаҡбаш, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө нефтехимия[d]
Эш урыны Газпром Нефтехим Салауат
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат филиалы
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Ишмияров Марат Хафиз улы (13 сентябрь 1947 йыл) — ғалим-инженер-механик, иҡтисадсы. 1995—2005 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе генераль директорының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, беренсе урынбаҫары, берекмәнең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1999).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Марат Хафиз улы Ишмияров 1947 йылдың 13 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Ҡуғанаҡбаш ауылында тыуған.

1966 йылда 18-се Салауат комбинатында слесарь өйрәнсеге булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Ул 1967 йылда Салауат индустриаль техникумының «нефть химияһы производствоһы һәм нефть эшкәртеү заводы ҡорамалдары» һөнәре буйынса киске бүлеген тамамлай. 1976 йылда Өфө нефть институтының Салауат филиалының «машиналар һәм химик аппараттар инженер-механигы» һөнәре буйынса киске бүлеген, ә 1997 йылда — «иҡтисадсы» квалификацияһы буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1976—1977 йылдарҙа 6-сы көкөрт кислотаһы һәм катализаторҙар заводында цех инженеры механигы булып эшләй.

1977—1982 йылдарҙа — КПСС-тың Салауат ҡала комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы.

1982—1995 йылдарҙа — Салауат тегеү производство берекмәһенең генераль директоры.

1995—2005 йылдарҙа — «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең генераль директорының иҡтисад буйынса урынбаҫары, беренсе урынбаҫары, генераль директоры.

2005 йылда «Модернизация технологии и аппаратурного оформления процесса каталитического крекинга в ОАО „Салаватнефтеоргсинтез“» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

61-се Алаҡай һайлау округынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана[1][2]. Берҙәм Рәсәй партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тәҡдим иткән.

2005 йылда Мәскәүгә күсә, унда «Межрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры кәңәшсеһе булып эшләй, 2006 йылдан — «Газпром-Нефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президентының компанияның стратегик үҫеш мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе. 2007 йылдан химик синтез, нефть сығарыу өлкәһендә инвестиция проекттарын комплекслы тормошҡа ашырыуҙа махсуслашҡан «МетаСинтез» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе компанияһы етәксеһе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1991),
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1999),
  • Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм фән министрлығының Почет грамотаһы (2001),
  • «Ижад Йондоҙо» ордены,
  • Рәсәй бизнес һәм эшҡыуарлыҡ академияһының атҡаҙанған эшҡыуары(2002),
  • «Намыҫ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн» ордены (2003).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Потеряхин Владимир Александрович, Фахреев Наиль Камилович, Зыкина Раиса Фаритовна. Комбинат. — Автор, 1998. — 206 с. — ISBN 5-93102-001-2.
  • Ишмияров Марат Хафизович. Модернизация технологии и аппаратурного оформления процесса каталитического крекинга в ОАО «Салаватнефтеоргсинтез» : Дис. канд. техн. наук : 05.17.08 Москва, 2005 210 с.
  • Салават. Ишимбай. Журнал о городах и горожанах. № 3, 2003 г.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]