Ишморатов
Уҡыу көйләүҙәре
Ишморатов — башҡорт фамилияһы. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла бар.
Ишморатова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишморатов Мансур Ғәйзулла улы (1913—1.02.1945), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының орудие командиры, старшина.
- Ишморатов Миңлерәйес Миңлеғәли улы (25.10.1940), ауыл хужалығы, партия һәм дәүләт органдары ветераны, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2010), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры. Ауырғазы (2000) һәм Стәрлетамаҡ райондарының (2008) почётлы гражданы.
- Ишморатов Хажиәхмәт Вәлиәхмәт улы (1909 — ?), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.
- Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы (2.02.1960), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2004).
- Ишморатов Ғүмәр Йосоп улы (28.09.1951), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Химия фәндәре докторы (1993), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). А. Н. Несмеянов исемендәге премия лауреаты (1999). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе (2023).
- Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы (28.09.1954), ғалим-химик. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010).
- Ишморатова Майя Мөнир ҡыҙы (27.05.1966), ғалим-ботаник. Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы, биология фәндәре докторы (2004), профессор (2011). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
- Ишморатова Светлана Ирек ҡыҙы (1972), биатлонсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. Рәсәй Биатлонсылар союзының идара ағзаһы.
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |