Эстәлеккә күсергә

Илбәков Ишморат Ҡәйүм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ишморат Ильбаков битенән йүнәлтелде)
Ишморат Ҡәйүм улы Илбәков
Тыуған

10 февраль 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

артист, ҡурайсы

Хеҙмәттәшлек

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Илбәков Ишморат Ҡәйүм улы (10 февраль 1963 йыл) — ҡурайсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).

Илбәков Ишморат Ҡәйүм улы 1963 йылдың 10 февралендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында тыуған. Ата-әсәһе Ҡәйүм һәм Ырыҫбикә Илбәковтар.

Ишморат Ҡәйүм улы бала саҡтан гармунда һәм тальянда уйнай. 1978—1982 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. 1982—1984 йылдарҙа Камчаткала армия сафында хеҙмәт итә.

1996 йылда Ҡорманғаҙы исемендәге Ҡаҙаҡ милли консерваторияһының халыҡ музыкаһы факультетын тамамлай.

Ишморат Илбәков хроматик ҡурай (Ишҡурай) уйлап тапҡан һәм патентлаған[1].

Мәскәү ҡалаһында Олимпиада-80 һәм XII Халыҡ-ара йәштәр һәм студенттар фестиваленең мәҙәни программаларында ҡатнаша, Ҡыҙылда «Коолай» фестивале лауреаты була.

Рәсәй, Европа, АҠШ ҡалаларында концерттар менән сығыш яһай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989)
  • Ҡыҙылда «Коолай» фестивале лауреаты
  1. Патент(недоступная ссылка)