Ищукова Лидия Петровна
Ищукова Лидия Петровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 17 март 1925 |
Тыуған урыны | Волын губернаһы[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 5 август 2013 (88 йәш) |
Вафат булған урыны | Иркутск, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | геология |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ищукова Лидия Петровна (17 март 1925 йыл, Городище ауылы, Волынь губернаһы — 5 август 2013 йыл, Иркутск) — геология-минералогия фәндәре докторы (1980), РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1979). Ленин премияһы лауреаты, Ленин (1974) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1942 йылда Иркутск университетының геология факультетына уҡырға инә, бишенсе курста Мәскәү дәүләт университетына күсә, уны 1947 йылда тамамлай.
Сосновский экспедицияһында («Сосновгеология» дәүләт предприятиеһы), ә 1993 йылдан (реорганизациянан һуң) — ФГУГП «Читагеологоразведка»ла эшләй.
Уран, флюорит, ҡурғаш, цинк, аҡ ҡурғаш һәм Байкал аръяғының башҡа файҙалы ҡаҙылмалары ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша.
Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1966) һәм докторы (1980). 80-дән артыҡ фәнни-производство отчеттар һәм мәҡәләләр, ике уйлап табыу авторы. Күп тапҡыр Краснокаменск ҡала советы депутаты итеп һайлана.
Ленин премияһы лауреаты (1970) — Стрельцовский уран ятҡылығын асыуҙа ҡатнашҡан өсөн.
Рәсәйҙең атҡаҙанған геологы (1979). СССР геология министрлығының Хеҙмәт Даны Китабына индерелгән. «Почетлы ер аҫты разведчигы» һәм «Ер аҫты разведкаһы отличнигы» исемдәренә лайыҡ була. Краснокаменск ҡалаһының почетлы гражданы (1994).
Лидия Петровна 2013 йылдың 5 авгусында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены (1974)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)
- Ленин премияһы (1970)
- Миҙалдар, шул иҫәптән «Чита өлкәһе алдында ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2000)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы (1979)
- «Почетлы ер аҫты разведчигы»
- «Ер аҫты разведкаһы отличнигы»
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Геологические условия формирования высокопродуктивных урановых месторождений в областях континентального вулканизма // Металлогения урана Урало-Монгольского пояса. – Л., 1986 ((авторлыҡта));
- Геология Урулюнгуевского рудного района и молибден-урановых месторождений Стрельцовского рудного поля. – М., 1998 (авторлыҡта).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Некролог от Роснедр http://www.rosnedra.gov.ru/article/6846.html
- Фото http://encycl.chita.ru/encycl/person/?id=6067
- 50 лет открытию Стрельцовского месторождения https://web.archive.org/web/20150104184448/http://www.press.sibcity.ru/files/contest1322.pdf
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 17 мартта тыуғандар
- 1925 йылда тыуғандар
- Волын губернаһында тыуғандар
- 5 августа вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- Иркутскиҙа вафат булғандар
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар
- Ленин премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ер аҫтын почетлы эҙләүселәр
- Алфавит буйынса шәхестәр