Иҙеркәй Баймәков
Иҙеркәй Баймәков | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Тыуған урыны | Ырымбур |
Һөнәр төрө | казактар, хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | полковник[d], тәржемәсе[d] һәм атаман[d] |
Һуғыш/алыш | 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы |
Иҙеркәй Баймәков (18-се быуаттың сиреге — 1780 йылдарҙан һуң) — атаман, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы,Е.Пугачёвтың кәңәштәше, тәржемәсеһе, Йәшерен совет ағзаһы, полковнигы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҙеркәй Баймәков — 20-ләп кешене эйәртеп, Пугачёвҡа ҡушылған беренсе Ырымбур башҡорто. Крәҫтиәндәр һуғышының тәүге көндәренән үк урыҫ булмаған халыҡтарҙы ихтилалға йәлеп итеүҙә ҙур роль уйнай. Отставкаға сыҡҡан Яйыҡ казагы. Күп йылдар эсендә казактар араһында йәшәгәнгә, уларҙың тормошон һәм ихтыяждарын яҡшы белгән, ҙур тормош тәжрибәһен туплаған, тәүәккәл һәм ҡыйыу кеше булған. Пугачёвтың башҡорттарға төбәгән указын да үҙе төркиәгә әйләндерә, үҙе тарата. Бер данаһын Бошман-Ҡыпсаҡ улусы старшинаһы Кинйә Арыҫлановҡа алып бара. Ҡалмыҡтар, ҡаҙаҡтар араһында ла ихтилалға ҡушылырға өгөт-нәсихәт эштәре алып бара. Уның йоғонтоһо арҡаһында Кинйә Арыҫланов Пугачёвҡа ҡушыла. Иҙеркәй Баймәков, баш күтәреүселәрҙең баш полковнигы Кинйә Арыҫланов менән бер рәттән, Пугачёвтың Йәшерен советына инә. Был совет Пугачевтың Хәрби коллегияһы менән бер дәрәжәлә йөрөй[1].
1773 йылдың октябрь айында ул Пугачёв ҡушыуы буйынса ҙур ғына ғәскәр туплай һәм уны Ырымбур эргәһенә килтерә. Ырымбурҙы ҡамауҙа ҡатнаша.
1773 йылдың 8-9 ноябрендә Бөгөлмә ведомствоһының Йүҙәй ауылы янында И. Н. Зарубин һәм А. А. Овчинников менән бергә В. А. Кар етәкселек иткән хөкүмәт ғәскәренә ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Пугачёвтың Төп ғәскәре менән Түбәнге Волга буйына барып етә.
1774 йылдың 23 авгусында Ҡара Яр ҡәлғәһе эргәһендә И. И. Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәре менән алышта ҡатнаша. Иҙеркәйҙең аҫрау улы Балтай Иҙеркәев була. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡолбахтин Н. М. Иҙеркәй Баймәков // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кулбахтин Н. М. Иҙеркәй Баймәков // Военная история башкир / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- Ә.Әсфәндиәров «Олатайҙарҙың да бар тарихы» стр.25