Эстәлеккә күсергә

Иҫке Яҡшый мәсете (Балтас районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Яҡшый мәсете
Нигеҙләү датаһы 1759
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Иҫке Яҡшый мәсетеБашҡортостандың Балтас районы Иҫке Яҡшый ауылы мәсете. 1759 йылда ауылда тәүге мәсет теркәлгән.

Балтас районы Иҫке Яҡшый ауылы Тере Танып йылғаһы буйында урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа район үҙәге Иҫке Балтас ауылына тоташҡан. Ауылда 600 яҡын кеше йәшәй.[1]

Ауылға танып ырыуы башҡорто Яҡшый Ҡапландин нигеҙ һалған. 1730-1740 йылдарҙа керҙәшлек килешеүҙәре буйынса башҡорт ауылына типтәрҙәр, яһаҡлы татарҙар һәм мишәрҙәр килә.

Башҡортостан мосолмандары диниә назараты документтары буйынса ауылда 1759 йылда асыла. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 1737-1738 йылдарҙа бында мәсет булған тип әйтелә.

1865 йылда ауылда ике мәсет теркәлгән. Икенсе мәсет 1800-1805 йылдар тирәһендә төҙөлгән тигән мәғлүмәт бар. Ауылда 1900-1910 йылдар тирәһендә бейек манаралы яңы мәсет төҙөлә.

1920 йылдар аҙағында мәсеттәр ябылып, дини уҡытыу тыйылғас та әле Иҫке Яҡшый ауылы мәсете эшләүен дауам итә. Оҙаҡ ваҡыт тирә-яҡтағы 18 районға берҙән-бер мәсеткә хатта Свердловск, Пермь өлкәләренән йома намаҙына кешеләр килеп йөрөгән. Бының өсөн уларға бер нисә көн кәрәк булған.

1932 йылда яңы мәсет ябыла, уның манараһы ауҙарыла, был бинала мәктәп эшләй башлай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яңы мәсет бинаһында «Октябрь» колхозының ат аҙбары була. Һуғыштан һуң икенсе мәсет бинаһын һүтеп, мәктәпкә спортзал төҙөйҙәр.

Беренсе мәсет 1942-1945 йылдарҙа эшләмәй, уның бинаһын ашлыҡ һаҡлау урыны итеп файҙаланалар. Ләкин 1945 йылда ололарҙың тырышлығы менән мәсет яңынан асыла һәм эшләүен дауам итә.

1993-1994 йылда Иҫке Яҡшый ауылының беренсе мәсетенең манараһы һәм түбәһе өлөшләтә яңыртыла, 2008 йылда тышлығы, түбәһе тотош яңыртыла, манараһы нығытыла.

Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Иҫке Яҡшый мәсете Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Мәҙәни мираҫты күсемһеҙ мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу баш идараһы тарафынан XVIII быуат архитектура һәйкәле итеп таныла, мәсет ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Башҡортостан Республикаһының һаҡлана торған объекттар реестрына ингән тип яҙылһа ла, 2018 йылда баҫылып сыҡҡан исемлекә инмәгән [2].

Иҫке Яҡшый мәсетенең ҡайһы бер имамдары һәм етәкселәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихи сығанаҡтар буйынса һәм ауыл халҡы хәтерләүенсә ҡайһы бер имам һәм етәкселәрҙең исемдәре:
Мирхәйҙәр һәм уның улы (1730- 1740 йылдар)

1945 йылдан һуң
Абзалетдин
Миңлесафый Әхкәметдинов
Миңлебай Ғабдрахманов (1991-1992 йылдар, Диниә назаратынан ебәрелгән имам)
Мифтах Сәләхов
Динислам Садрисламов
Хәлимулла Мортазин (1990- 1994 йылдар тирәһендә)
Имамғәле Тимерғәлиев
Минимулла Гайфуллин
Рөстәм Басиров (2020 йылдар)

Иҫке Яҡшый
Башҡортостанда ислам
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты

-100 лет Духовному управлению мусульман Республики Башкортостан: история и современность\\Балтачевский район.- Уфа:Китап, 2018.- 432с.илл. с.205-206, ISBN 978-5-295-07003-7 (УДК 28 ББК 86.38)

-Балтач мәчетләре.Рәфис Шәйхәйдаров.-Казан.- Идел-Пресс, 2010.-с. 120. ISBN 978-5-85247-412-4

ДУМ РБ Староякшеевская мечеть от 270-летие

Мечети и культовые места мусульман в Башкортостане(недоступная ссылка)

Установка нового месяца на минарете мечети деревни Староякшеево 2019 йыл 7 июль архивланған.

270-летие мечети в Староякшеево