Иҫке Ҡолшәрип
Уҡыу көйләүҙәре
| Ауыл | |
| Иҫке Ҡолшәрип | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Координаталар | |
| Милли состав | |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
56 |
| ОКАТО коды | |
| ОКТМО коды | |
|
| |
Иҫке Ҡолшәрип (Башҡорт; рус. Старокульшарипово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районындағы ауыл. Иҫке Ҡолшәрип ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло Кинәл йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башҡорттарының ауылы. Башҡорт старшинаһы Ҡолшәрип буйынса аталған[1].
Ырымбур губернаһы (1851 йылдан Һамар губернаһы) Боғорослан өйәҙе ҡарамағында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 4-се бүлегенә керә[2].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Халыҡ иҫәбе |
|---|
| 2010[3] |
| 913 |
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дан Кинельский (ысын исеме — Абдулла Мәхмүтйән улы Иҙрисов; 15 декабрь 1896 йыл — 5 ноябрь 1982 йыл) — педагог. Ҡөрьәнде башҡорт теленә тәржемә итеүсе. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1956). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Попов С. Заселение Асекеевского района // «Южный Урал», 5 апреля 1984.
- ↑ История башкирских родов. Тамъян. Том 32. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 186-188. — 728 с. — ISBN 978-5-295-070558-7.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.