Эстәлеккә күсергә

Иҫәнғолов Илдар Илдус улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илдар Иҫәнғолов
Позиция

һаҡсы

Буйы

190 см

Ауырлығы

103 кг

Ҡулсыр

Һул

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

20 май 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (32 йәш)
Өфө, Рәсәй

МХЛ драфты

Һайланмай

Карьера
2008—ә.в.
Хоккейсы карьераһы
2009—2013 Рәсәй флагы Толпар
2011—2014 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2012—2015 Рәсәй флагы Торос
2015—2016 Рәсәй флагы Буран
2016—2017 Рәсәй флагы Сокол Кр
2017—2018 Рәсәй флагы Рязань

Иҫәнғолов Илдар Илдус улы (20 май 1992 йыл, Өфө) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. «Салауат Юлаев» хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 2017/2018 йылдар миҙгелен «Рязань» хоккейсыһы булып үткәрә. Йәштәр донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы һәм ике тапҡыр ЮХЛ чемпионы.

«Салауат Юлаев» системаһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдар хоккей менән тыуған Өфө ҡалаһында «Салауат Юлаев» хоккей клубының спорт мәктәбендә һаҡсы позицияһында шөғөлләнә башлай. 2007 йылда ул Волга буйы федераль округы йыйылма командаһы составында 1992 йылғы үҫмерҙәре Рәсәйҙең федераль округтары араһында турнирҙа өсөнсө урынды яулай. 2008/2009 йылдар миҙгелендә Илдар Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында «Салауат Юлаев-2» составында 8 уйын үткәреп өлгөрә. Федераль округтар беренселегендә Волга буйы ФО командаһы икенсе урынды яулай, ә Илдар 5 уйында 3 (2+1) мәрәй йыя һәм капитандың ассистенты була.

2009 йылда Йәштәр хоккей лигаһының тәүге миҙгеле старт ала. Иҫәнғолов Өфөнән «Толпар» хоккей клубы менән Көнсығыш конференцияһында икенсе урынды алалар. Ә плей-оффта ярымфиналға етәләр һәм бронза миҙалдарын яулайҙар. Илдар барыһы 38 уйында 5 (2+3) мәрәй йыя. 2010/2011 йылдар миҙгелендә «Толпар» даими чемпионатта беренсе урынды яулай, ә плей-оффта Өфө хоккейсылары үткән миҙгелдәге кеүек һөҙөмтәне ҡабатлайҙар. Илдар барыһы 62 уйында 26 мәрәйгә өлгәшә. Шулай уҡ ул ошо миҙгелдә ЙХЛ йыйылма командаһы составында Төньяҡ Америка буйынса турнела биш уйында ҡатнаша[1].

2012 йылдың 24 ғинуарында Илдар «Салауат Юлаев» составында Континенталь хоккей лигаһында тәүге уйынын үткәрә. Шул көндә Башҡортостан командаһы «Витязь» хоккей клубын 3:0 иҫәбе менән ота. 24 февралдә ул лигала тәүге мәрәйен йыя. КХЛ-да шул миҙгелдә Илдар 12 уйын үткәрә, шуларҙың береһе Гагарин кубогы өсөн плей-оффҡа тура килә. Йәштәр хоккей лигаһында ул иң яҡшы уйынсылар өсөн үткәрелгән Саҡырыу кубогында ҡатнаша, ә миҙгелдә ул 35 уйында 20 мәрәй йыя. 2012 йылдың 3 май көнөндә Илдар «Салауат Юлаев» менән яңы контракт төҙөй[2].

2013 йылдың 23 ғинуарында «Себер» командаһына ҡаршы уйында Илдар КХЛ-да тәүге шайбаһын керетә[3]. «Салауат Юлаев» өсөн 2012/2013 йылдар миҙгелендә ул барыһы 33 осрашыу үткәрә һәм 3 мәрәй йыя. Шул уҡ ваҡытта ул Юғары хоккей лигаһында сығыш яһаған Нефтекаманан «Торос» өсөн 25 уйында ҡатнаша һәм лиганың төп трофейы — Братина кубогын яулай. Киләһе миҙгелде Илдар тулыһынса «Салауат Юлаев» составында үткәрә, КХЛ-да 45 уйында өс һөҙөмтәле пас бирә һәм Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалдарын яулай, ә Өфө командаһы 2011 йылдан тәүгегә конференция финалына сыға. Миҙгел тамамланғас, 22 апрелдә Илдар «Салауат Юлаев» менән яңы ике йыллыҡ килешеү төҙөй[4].

2014/2015 йылдар миҙгеле алдынан үткән турнирҙа Илдар «Салауат Юлаев» өсөн 2 осрашыу үткәрә һәм башҡа был команда өсөн уйнамай. ЮХЛ-да Иҫәнғолов 64 осрашыуҙа 2 һөҙөмтәле пас бирә һәм «Торос» менән икенсе тапҡыр Братина кубогын яулай. 2015/2016 йылдар миҙгелендә Илдар Юғары хоккей лигаһында декабргә тиклем Нефтекама өсөн 23 уйын үткәреп өлгөрә.

2015 йылдың 1 декабрендә «Салауат Юлаев» Илдарҙы Хабаровскиҙан «Амур» хоккей клубына ебәрә[5]. Тик Алыҫ Көнсығыш командаһы өсөн ул бер уйын да үткәрмәй, шул миҙгелде Илдар уның фарм-клубы Воронеждағы «Буран» хоккей клубында тамамлай. 2016 йылдың 5 апрелендә «Амур» Иҫәнғолов менән контракты өҙә[6]. 2016/2017 миҙгелендә Илдар Красноярскиҙан «Сокол» өсөн ЮХЛ-да уйнай. Шунда 47 уйында 3 гол керетә, ә «Сокол» плей-оффтың тәүге раундында төшөп ҡала.

2017 йылдың май айында Илдар «Торос» менән һынаулы контракт төҙөй[7]. Әммә «Торос» өсөн ул миҙгел алдынан үткән В. Тарасов турнирында ике уйын ғына үткәрә һәм команданан китә. ЮХЛ-да миҙгелен ул «Рязань» хоккей клубында башлай, әммә 11 уйындан һуң 17 октябрҙән алып был команда өсөн сығыш яһамай.

Рәсәй йыйылма командаһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йылда Илдар Рәсәйҙең 1992 йылғы үҫмерҙәренән төҙөлгән йыйылма команда составында Белоруссияла Президент спорт клубы кубогында беренсе урынды яулай һәм 4 (1+3) мәрәй йыя. Шул уҡ команда менән 2008 йылдың февралендә Швециялағы турнирҙа еңеүҙе яулайҙар.

Киләһе миҙгелде Белоруссиялағы турнирҙы Рәсәй йыйылма командаһы составы эсендә еңеп башлайҙар. 2008 йылдың ноябрендә Швейцарияла үткән ярыштарҙа Рәсәй үҫмерҙәре бар өс уйында ла еңә. Яңы йыл каникулдары ваҡытында Канадалағы престижлы Донъя Саҡырыу кубогында Илдар Рәсәй йыйылма команлаһы менән тик етенсе урынды ғына яулайҙар. Февралдең башында Финляндиялағы турнирҙы еңәләр һәм Польшала Европа үҫмерҙәре Олимпия фестиваленә юл алалар. Шунда Рәсәй егеттәре төркөмдә Словакияға отола һәм Польшанан көслөрәк була. Ярымфиналда Финляндияны өҫтәмә ваҡытта оталар. Ә турнирҙың финалында Швейцарияны еңеп, Рәсәй үҫмерҙәре алтын миҙалдарҙы яулай.

2009 йылдың август айында Иван Глинка мемориалында Илдар 4 уйында бер һөҙөмтәле пас бирә, ә Рәсәй командаһы финалда Канада хоккейсыларына отола. Ноябрҙә Канадалағы Донъя Саҡырыу кубогында Рәсәй егеттәре өсөнсө урынға үрмәләйҙәр, Илдар 4 осрашыуҙа бер мәрәйгә өлгәшә.

2010 йылдың ноябрендә Канадалағы йәштәр лигаларының йыйылма командаларына ҡаршы суперсерияла Рәсәй йыйылма командаһына Илдар саҡырыу ала[8]. Ә шунан һуң ул Йәштәр араһында донъя чемпионатына ла эләгә[9]. Рәсәй хоккейсылары үҙ төркөмөндә икенсе урынды яулайҙар. Сирекфиналда өҫтәмә ваҡытта Чехияны оталар, ә ярымфиналда Канада йәштәренән көслөрәк булалар. Шул уйында Илдар терһәге менән башҡа һуҡҡан өсөн финалға дисквалификация ала[10]. Финалда Рәсәй командаһы Швецияға өҫтәмә ваҡытта 0:1 иҫәбе менән отола һәм донъя чемпионатының көмөш миҙалдарын яулай.

Һуңғы яңыртыу: 26 июль 2018
Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига Уйын Г П М +/- Штр Уйын Г П М +/- Штр
2008/09 Салауат Юлаев-2 БЛ 8 0 0 0 4 -- -- -- -- --
2009/10 Толпар ЙХЛ 29 2 3 5 9 18 9 0 0 0 -2 2
2010/11 Толпар ЙХЛ 50 4 18 22 35 60 12 1 3 4 8 28
2011/12 Толпар ЙХЛ 32 8 12 20 12 39 3 0 0 0 -4 4
2011/12 Салауат Юлаев КХЛ 11 0 2 2 1 2 1 0 0 0 0 0
2012/13 Толпар ЙХЛ 3 0 0 20 1 0 -- -- -- -- -- --
2012/13 Торос ЮХЛ 13 0 0 0 3 35 12 1 2 3 0 4
2012/13 Салауат Юлаев КХЛ 26 1 2 3 2 13 7 0 0 0 -2 0
2013/14 Салауат Юлаев КХЛ 43 0 3 3 -1 16 2 0 0 0 -1 10
2014/15 Торос ЮХЛ 43 0 2 2 8 45 21 0 0 0 -2 8
2015/16 Торос ЮХЛ 23 2 1 3 2 6 Команданан китә
2015/16 Буран ЮХЛ 10 0 2 2 -2 2 1 0 0 0 -2 2
2016/17 Сокол ЮХЛ 40 3 0 3 -4 45 7 0 0 0 -1 4
2017/18 Рязань ЮХЛ 11 0 0 0 -2 4 Команданан китә
Бөтәһе ЙХЛ-да 111 14 33 47 56 117 24 1 3 4 2 34
Бөтәһе ЮХЛ-да 140 5 5 10 5 137 41 1 2 3 -5 18
Бөтәһе КХЛ-да 80 1 7 8 2 31 10 0 0 0 -3 10

Халыҡ-ара ярыштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Йыйылма команда Ярыш Урын   У Г П М Штр
2009 Рәсәй U18 ИГМ 4 0 1 1 6
2012 Рәсәй (йәш.) ЙДЧ 6 0 0 0 6
Бөтәһе (юниор. һәм йәш.) 10 0 1 1 12
  • Европа үҫмерҙәр олимпия фестивале чемпионы — 2009.
  • Иван Глинка мемориалының көмөш миҙалсыһы — 2010.
  • ЙХЛ Саҡырыу кубогында ҡатнашыу — 2012.
  • Йәштәр донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2012.
  • ЮХЛ чемпионы һәм Братина кубогы эйәһе — 2012/13, 2014/15.
  • КХЛ чемпионатының бронза миҙалсыһы — 2014.
  • Рәсәй чемпионатының көмөш миҙалсыһы — 2014.