Йорт турғайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йорт турғайы
Йорт турғайы
Йорт турғайы[1]
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Passer domesticus (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение
     Тәбиғи ареалы ареал     Киңәйтелгән ареал
Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106008367

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  179628
NCBI  48849
Passer domesticus domesticus

Йорт турғайы(өй турғайы,өй сыпсығы, сыпсыҡ,хәрәм турғай, буҙ турғай, ауыл турғайы) (рус. Домовой воробей, лат. Passer domesticus) — киң таралған турғайҙар ғаиләһенә ингән ҡош. Бөтә кешегә билдәле.

Уның башы һоро, ҡанаттары ҡара таплы. Тамағы һәм түшенең өҫ яғы ҡара, ҡойроғо буҙ төҫтә була. Кеше йәшәгән йорт-ҡура тирәһендә йәшәй. Бөжәктәр, төрлө орлоҡтар, емеш-еләк менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Аҙбар, йорт, солан ҡыйыҡтарына оялай. Сыйырсыҡ һәм ҡарлуғас ояларын баҫып алған осраҡтар була.

Бында йорт турғайы сырҡылдауын тыңларға  була.

Биологик тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы күренеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ата йорт турғайы
Инә йорт турғайы

Кәүҙәһенең оҙонлоғо 14-18 см[2][3], массаһы 21-37 гг[3]. Ҡауырһынының дөйөм төҫө — өҫтән һорғолт-көрән, ҡара таптар менән буҙ төҫтә, аҫтан аҡһыл йәки һоро. Яңаҡтары аҡ, ҡолаҡ өлкәһендә аҡһыл-һоро. Ҡанаттары арҡыры һарғылт-аҡ һыҙат менән[2]. Ата ҡош инә ҡоштан эйәген, боғаҙын, бөрләтәүен, күкрәгенең өҫкө өлөшөн уратып алған ҙур ҡара тап булыуы менән, шулай уҡ башының түбәһе ҡара-ҡоро булыуы менән айырыла[2][3][4]. Инә ҡоштоң башы һәм боғаҙы һоро, ә күҙе өҫтөндә һорғолт-һары һыҙат бар[2][3].

Таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элек йорт турғайының йәшәү урыны Төньяҡ Европа менән сикләнә ине. Һуңынан Европала, Азияла[2][3][4] (Арктиканан, Азияның төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш, үҙәк райондарынан тыш[4], шулай уҡ Төньяҡ Африка[3][4] һәм Көнсығыш Африкала[4], Сенегалда[2], Кесе Азияла, Ғәрәбстан ярымутрауында һәм Ява утрауында[2] киң тарала.

XX быуаттан башлап төрлө илдәргә индерелә, унда киң тарала һәм әлеге ваҡытта, юғарыла әйтеп үтелгән урындарҙан тыш, Көньяҡ Африкала, Австралияла, Яңы Зеландияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка һәм башҡа утрауҙарҙа[2][3][4] йәшәй.

Бөтә ерҙә лә тиерлек ултыраҡ ҡош булып тора[3][4], тик ареалдың иң төньяҡ өлөштәренән ҡышлау өсөн көньяҡҡа күсеп килә (1000 км тиклем), ә Урта Азиянан[4] Алғы Азияға һәм Һиндостанға осоп китә.

Кешенең торлағы артынан эйәреп, үҙе өсөн хас булмаған урманлы тундра, хатта тундра зонаһына — Мурманск өлкәһенә, Печора тамағына, Яҡутстандың төньяғына тиклем үтеп инә.

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Синантроп төр[3][4] — кеше менән даими бергә тороусы булараҡ, йорт турғайы кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһо аҫтында үҙгәргән тормош шарттарына яҡшы ҡулайлаша.

Турғайҙы ауыл һәм ҡала ерҙәрендә лә, Алыҫ Төньяҡ һәм Урта Азия ауылдарында ла осратырға мөмкин осратырға мөмкин. Хәйер, Урта Азияла ул, ғәҙәттә, кешенән алыҫыраҡ йәшәй.

Турғайҙың төньяҡҡа ла, көньяҡҡа ла киң таралыуы уның үрсеүсәнлеге булышлыҡ итә.

Йорт турғайы ултыраҡ тормош алып бара[3][4], быға кеше торағында мул аҙыҡ та, оялау өсөн уңайлы шартта ҙа бар.

Туҡланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башлыса үҫемлек аҙыҡтар менән, тик яҙ көнө өлөшләтә бөжәктәр менән туҡлана, улар менән себештәрен дә ашатып үҫтерә[3][4].

Турғайҙың рационына ауыл хужалығы культуралары орлоҡтары[2][3][4], төрлө аҙыҡ-түлек ҡалдыҡ-боҫтоғо, уларҙы кеше тораҡтарында сүпләй[3], баҫыуҙарҙа иген башаҡтары[2][4], баҡсаларҙа сейә[2], ҡарағат, виноград емеш-еләктәре[2], яҙ сәскә бөрөләре инә. Яҡында баҫыуҙар булмаһа, болондарға, урман ҡырҙарына һәм далаға оса, унда ҡырағай үләндәрҙең орлоҡтарын йыя, ҡайһы берҙә бөжәктәр тота[4].

Үрсеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Турғай айырым пар менән, әммә ҡайһы саҡта кеше торағы эргәһендә йәки ауыл янында колониялар менән оя ҡора. Ултыртылған ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙа, йырындарҙа, баҫыу менән йәнәш балсыҡлы текә ярҙарҙа оялай.

Ояларҙы төрлө урындарҙа — йорт-ҡура ярыҡтарында, йырындарҙың балсыҡлы һәм аҡбурлы өңдәрендә[3][4], эре ҡоштарҙың (Селән, ҡауҙы, бөркөт) стеналарында, ағас ҡыуыштарында була[4], сыйырсыҡ ояларын, яр ҡарлуғастарының өңдәрен биләп алыуы мөмкин. Көньяҡта төрлө ағас ботаҡтарында ояны асыҡтан-асыҡ ҡора[4].

Күҙәтеүҙәр буйынса, турғайҙар парҙы бөтә ғүмеренә төҙөй. Ғүмер оҙонлоғо уларҙың бик оҙон түгел: хәйер 9 һәм 11 йәшлек турғайҙар ҙа билдәле, уларҙың күпселеге 4 йәшкә тиклем дә йәшәмәй. Ҡышын күп йәш ҡоштар тәүге ҡышта уҡ үлә, шулай итеп, турғайҙарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо 9—21 ай тәшкил итә[5].

Ике зат төҙөүҙә ҡатнашҡан оялары уртаһында ҙур булмаған уйым һаламдан, ҡоро үләндән, һалабаштарҙан, ҡауырһындарҙан торған ҡоролманан ғибәрәт[3]. Ботаҡтарҙа төҙөлгән оялары ҙур, үлән үҫемлектәрҙән һәм ҡабырғала инеү урыны менән ҡалын стеналы дөрөҫ булмаған шар формаһында.

Йорт турғайҙары үрсеүгә иртә тотона. Рәсәйҙең урта һыҙатында никах алды йәнләнеүе март-февраль айҙарында башлана. Марттың икенсе яртыһында парҙарға бүленәләр һәм оя төҙөүгә тотоналар; апрелдә инә ҡош йомортҡа һала башлай[3].

Инә ҡош 4-10, йыш ҡына 5-7 төрткөлө һәм таптар менән аҡ йомортҡа һала, баҫып сығарыу 11-13 көн тәшкил итә.

Инә һәм ата ҡош себештәрҙе күбеһенсә бөжәктәр менән туҡландыра[3][4]. Моронлағандан һуң 10 көн үткәс, (урта һыҙатта май аҙағында — июнь башында) ҡошсоҡтар оянан осоп сыға.

Турғайҙар йәй дауамында ике йәки өс тапҡыр бала сығара[3]. Икенсе тапҡыр йомортҡа һалыуы июндең икенсе яртыһында була, ҡошсоҡтарҙың осоп сығыуы июлдә була.

Бер оя ҡошсоҡтар өйкөмгә туплана, улар төркөмдә бер меңгә тиклем йыйылып, яландарға туйынырға оса[3].

Ҡара көҙҙә абортив енси цикл башлана: ҡоштар йәнә йәнле сырҡылдайҙар, ата ҡоштар инә ҡоштар артынан йөрөй һәм ояға төҙөлөш материалы ташый. Шулай итеп яңыртылған оялар ҡышын төнгө һалҡындарҙан һаҡланыу өсөн ышыҡ булып хеҙмәт итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Вильгельма фон Райта рәсеме (фин. Wilhelm von Wright, 18101887) из книги: Svenska fåglar, efter naturen och på sten ritade (2-е издание).
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; ESBE төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Sev төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 4,12 4,13 4,14 4,15 4,16 4,17 Воробьи / Дементьев Г. П. // Вешин — Газли. — М. : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 5). (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2017) {title}. Дата обращения: 25 февраль 2015. Архивировано 23 февраль 2017 года.
  5. Мамонов Г. А. Воробей 2011 йыл 17 февраль архивланған.