Йосопов Рафас Миңлеғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йосопов Рафас Миңлеғәли улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 18 октябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1]
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Оло Аҡа
Вафат булған көнө 4 сентябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Өфө
Һөнәр төрө инженер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Көньяҡ Урал аграр университеты[d]

Йосопов Рафас Миңлеғәли улы (18 октябрь 1939 — 4 сентябрь 2012) — инженер-механик, хужалыҡ эшмәкәре. 1957—1999 йылдарҙа Мәсетле районы «Әй» совхозының, артабан республика Ауыл хужалығы министрлығының яуаплы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рафас Миңлеғәли улы Йосопов Рафас Миңлеғәли улы 1939 йылдың 18 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Оло Аҡа ауылында тыуған.

1957 йылда Оло Аҡа урта мәктәбен тамамлаған. Мәктәптән һуң «Әй» совхозының 5-се бүлексәһендә ябай эшсе булып эшләй.

1960 йылда Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрофикациялау институтына уҡырға инә һәм 1965 йылда уңышлы тамамлай.

Шул уҡ йылды «Әй» совхозының үҙәк ремонт оҫтаханаһы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр, артабан «Әй» совхозының баш инженеры итеп үрләтелә.

1976—1999 йылдарҙа республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матди-техник тәьминат бүлегендә инженер булып эшләй.

2012 йылдың 4 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1989)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]