Йосопов Ринат Шәйхулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йосопов Ринат Шәйхулла улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 1 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Саҡмағош районы, Рапат
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин комсомолы премияһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ринат Шәйхулла улы Йосопов (1 ғинуар 1947 йыл) — БАССР-ҙың Саҡмағош районы Карл Маркс исемендәге колхоз тракторсыһы, Социалистик Хеҙмәт геройы (1976).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ринат Шәйхулла улы Йосопов 1947 йылдың 1 ғинуарында БАССР-ҙың Саҡмағош районыРапат ауылында тыуа. Белеме — урта.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1962 йылда Саҡмағош районының Карл Маркс исемендәге колхозында башлай. 1965 йылда Саҡмағош һөнәрселек-техник училищеһында механизатор һөнәрен ала. Карл Маркс исемендәге колхозда 30 йылдан ашыу эшләй.

1976 йылда Р. Ш. Йосопов бригадаһы 1780 гектар майҙанда гектарынан 26,1 центнер ашлыҡ йыя, айырым участкаларҙа уңыш юғарыраҡ та була: 120 гектарҙа «Һарытау-36» бойҙайы гектарынан 38 центнер төшөм бирә, 70 гектарҙа «Носов-6» арпаһы гектарынан 41 центнерға тиклем етә.

Колхозға 3500 гектар майҙанда гектарынан 25,4 центнер иген алырға булышлыҡ итә һәм республикала тәүгеләрҙән булып юғары йөкләмәне үтәй. Дәүләткә 43 852 центнер иген һатыла, был юғары йөкләмәне үтәүгә ҡарата — 104, халыҡ-хужалыҡ планына ҡарата 110 процент тәшкил итә.

Бөтә Союз социалистик ярышында өлгәшкән ҡаҙаныштары, социалистик йөкләмәләрҙе арттырып үтәүҙә күрһәткән хеҙмәт фиҙакәрлеге һәм башҡа уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1976 йылдың 23 декабрендәге указы менән Р. Ш. Йосоповҡа Социалистик Хеҙмәт геройы исеме бирелә.

1997—2004 йылдарҙа Карл Маркс исемендәге СПК-ның инженер-технологы. 2007 йылда хаҡлы ялға сыға.

Саҡмағош районында йәшәй.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]