Йосопов һарайы (Ҡырым)
Йосопов һарайы | |
Нигеҙләү датаһы | XIX быуат |
---|---|
Дәүләт | Украина |
Административ-территориаль берәмек | Кореиз[d] |
Архитектор | Николай Краснов[d] |
Архитектура стиле | неомавританский стиль[d] |
Мираҫ статусы | Украинаның күсерелмәй торған ҡомартҡыларының дәүләт реестры[d] |
Йосопов һарайы Викимилектә |
Йосопов һарайы — кенәз Феликс Йосопов (граф Сумароков-Эльстон) өсөн Ялта архитекторы Николай Краснов тарафынан Кореизда эклектик стилистикаһында төҙөлгән һарай.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарай төҙөлгәнгә тиклем уның урынында княгиня Анна Сергеевна Голицынаның «Алһыу йорт» дачаһы була. Һуңынан алпауыт хужалығы шарап эшләүсе Морозов ҡулына күсә, 1880 йылда уны кенәз, Мәскәүҙең элекке генерал-губернаторы Феликс Феликсович Йосопов һатып ала. 1909 йылда Дюльбер һәм Ливадия һарайы авторы архитектор Николай Краснов, «Алһыу йорт»то үҙгәртеп ҡороп, уға хәҙерге күренешен бирә. Кенәз Йосоповтар тоҡомо Рәсәй империяһында иң бай һәм иң йоғонтоло аристократтар ғаиләһенән була. 1912 йылдың көҙөндә ошо һарайҙа Феликс Йосопов-кесе император Николай II-нең туғаны императорҙар нәҫеленән булған княжна Ирина Александровна менән йәрәшә.
1920 йылда һарай дәүләтләштерелә һәм Бөтә союз ғәҙәттән тыш комиссияһы ведомствоһына хеҙмәткәрҙәр өсөн ял йорто итеп бирелә (дәүләт дачаһы № 4). 1925—1926 йылдарҙа бында Феликс Дзержинский туҡтала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һарайы зыян күрмәй. 1945 йылдың Ялта конференцияһы ваҡытында Йосопов һарайы Иосиф Сталин етәкселегендәге совет делегацияһының резиденцияһы була. Шул уҡ ваҡыттан бында интерьерҙың ҡайһы бер элементтары: бильярд һәм Сталиндың өҫтәле һаҡланып ҡалған.
Һуғыштан һуңғы осорҙа һарай башланып КПСС Үҙәк Комитетының дачаһы итеп файҙаланыла, унда Советтар Союзының бик күп партия һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ сит илдәрҙең коммунистар партияларының етәкселәре ял итә.
1991 йылдан 2014 йылдың мартына тиклем һарай Украина президентының эштәр идаралығы милкендә була. 2014 йылдың 21 октябрендә Ҡырымдың министрҙар советы элек Украина президентының эштәр идаралығында булған объекттарҙы Рәсәй Президентының эштәре идаралығы ҡулланыуына тапшыра[1].
2014 йылдың мартында Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң Йосопов һарайы Рәсәй Федерацияһы Президенты эштәр идаралығының махсус комплексына әйләнә.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йосопов һарайының эклик архитектураһында неороман, итальян Яңырыу дәүере архитектураһының төрлө элементтары күҙәтелә. Инеү урынындағы баҫҡыс һәм арка арыҫландар, мәрмәрҙән эшләнеп Венециянан килтерелгән Боронғо грек мифологияһының төрлө персонаждары менән биҙәлгән. Интерьерҙың төп өлөшө модерн стилендә эшләнгән: фарфор һәм бронза пластика өсөн кәштәле аҡ эмаль панелдәр, Вена ултырғыстары, мәйәштәге дивандар һ.б. Берҙән-бер ташлама булып һарай хужаһы кабинеты тора — ул боронғо француз гобелены менән биҙәлгән, ҙур өҫтәл, шкаф һәм тәмәке тартыу креслолары менән йыһазландырылған.
Һарай паркы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йосопов һарайы паркына ул ваҡыттағы иң билдәле баҡсасыларҙың береһе Карл Кебах нигеҙ һала. 16,5 гектар майҙанды биләгән парк территорияһында яҡынса 7,5 меңгә яҡын үҫемлек үҫә, шул иҫәптән 200-гә тиклем декоратив ағас һәм ҡыуаҡ төрҙәре, уларҙың 32-һе һирәк осрай. 155 ағастың йәше 100 йәштән 500-гә етә.