Йосоп Надиров
Йосоп Надиров | |
Тыуған көнө |
билдәһеҙ |
---|---|
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны |
? |
Подданлығы | |
Атаһы | |
Йосоп Надиров (Йософ Надиров) — башҡорт тарханы. Прапорщик (1776).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йосоп (Йософ) Надиров сығышы менән Ҡазан даруғаһы Надир улусы (хәҙерге Татарстан Республикаһы Әлмәт районы) Яңы Надир ауылы башҡорттарынан[1]. Тархан Надир Ураҙмәтовтың улы.
Атаһы менән бергә 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1737 йылда властар яғында булғаны өсөн батыр Көҫәп Солтанғолов етәкселегендәге баш күтәреүселәр уның биләмәләрен «туҙҙыралар». Надир Ураҙмәтов ғаиләһе менән Шешминск ҡәлғәһендә ышыҡ таба[2]. Риүәйәттәр буйынса, Надир Ураҙмәтов һәм уның ҡоралланған отрядтары үҙ биләмәләрен яҡлап рус ғәскәрҙәренә лә ҡаршы көрәшкән[3]
1746 йылда Надир Ураҙмәтов рәсми рәүештә Надир улусы старшинаһы вазифаһын улы Йосоп Надировҡа тапшыра. 1751 йылда уның үтенесе буйынса Надир улусының ерҙәрен межалағанадар һәм капитан Ляхов һәм геодезист Веселков тарафынан улус картаһы төҙөлгән[2].
1752 йылда Суҡ йылғаһы буйында нефть ятҡылыҡтарын таба. 1753—1754 йылдарҙа үҙ биләмәләрендә файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүҙе тамамлай. 1753 йылда Берг-коллегияға нефть эшкәртеү заводы төҙөү тураһында үтенес ҡағыҙын яҙа. 1754 йылдың 16 июндәге императрица Елизавета Петровнаның указына ярашлы («Определение Берг-коллегии о разрешении башкирам Казанской дороги старшине Уразметову с сыном построить нефтяной завод»), Надир Ураҙмәтов улы Йосоп Надиров менән берлектә килеменең бер өлөшөн ҡаҙнаға биреү һәм Рәсәй империяһы биләмәләрендә кәрәсинде ирекле хаҡҡа һатыу шарты менән нефть заводы һалырға рөхсәт ала. 1754 йылда Суҡ ҡушылдығы Ҡамышлы буйында завод төҙөлөшө башлана. Ләкин Надир Йосопов ауырып китеү сәбәпле был эш тотҡарлана[3][4].
1756 йылда төбәктәге властар нефть заводы төҙөлөшө барышын тикшерәләр, һәм шул уҡ йылдың 19 декабрендә Берг-коллегияға «Доношение Оренбургского горного начальства Берг-коллегии об обследовании строящихся заводов башкира Надыра Уразметова с сыном» ҡағыҙын ебәрәләр. 1757 йылда Надир Ураҙмәтов һәм уның улы Йосоп Надиров нефть эшкәртеү хоҡуғынан мәхрүм ителә[2].
1773 йылдың ноябрендә Бөгөлмә ведомствоһының Дүсмәт ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Пономарёвка районы) 57 кешелек отряды менән генерал-майор Василий Кар етәкселек иткән хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡушыла, улар Пугачев ихтилалын баҫытырыуға ебәрелә. 1773 йылдың декабренән — 1774 йылдың февраленә ҡәҙәр майор И. Шишкин командаһында Бөгөлмә биҫтәһендә була. Баш күтәреүселәргә әсирлеккә эләгә, 29 декабрҙә ҡаса[1].
1780 йылда Надир улусы старшинаһы булараҡ телгә алына[1].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Батша хөкүмәтенә тоғро хеҙмәте өсөн алтын (1776), көмөш (1774) миҙалдар һәм ҡылыс менән бүләкләнгән[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Таймаҫов С. У. Йосоп Надиров // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Соловьев Р. А. Нефтяное дело Урало-Поволжья и роль Надыра Уразметова в его становлении: Авт. дисс… к.т.н. — Уфа, 2005.
- ↑ 3,0 3,1 Зайнетдинов Э., Верещагин А. Надыр Уразметов — основатель нефтяного дела на башкирских землях // Ватандаш. — 2012. — № 4. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Тимергазин К. Р. О попытке башкир построить нефтяной завод в середине 18 века // Нефтяник. — 1956. — № 5. — С. 26-28.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. 3. Башкирские рудоискатели и рудопромышленники в XVIII в. // Социально-экономическое развитие и классовая борьба на Южном Урале и в Среднем Поволжье. — Уфа, 1988.
- Асфандияров А. 3. Башкирские тарханы. — Уфа: Китап, 2006. — 160 с. — ISBN 5-295-03700-2.