Эстәлеккә күсергә

Абыҙгилдин Йыһангир Талха улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йыһангир Талха улы Абыҙгилдин битенән йүнәлтелде)
Йыһангир Талха улы Абыҙгилдин
Дин:

ислам

Титул:

ахун

Осор:

1912 йылдан

Тыуыу выҡыты:

10 февраль 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы) Яңы Йәнбәк ауылы

Үлеү ваҡыты:

17 июнь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (63 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡорт АССР-ы

Ил:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Абыҙгилдин Йыһангир Талха улы (10 февраль 1875 йыл17 июнь 1938 йыл) — мосолман дин әһеле, мәғрифәтсе. Ахун (1912 йылдан). Сәйәси золом ҡорбаны.

Йыһангир Талха улы Абыҙгилдин 1875 йылдың 10 февралендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең[1] Яңы Йәнбәк ауылында тыуған. Сығышы менән имамдар нәҫеленән булған[2]. Милләте буйынса башҡорт[3].

1907 йылда «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен тамамлай. 1907—1918 йылдарҙа «Ғосмания» мәҙрәсәһенең мөҙәрисе һәм ректоры һәм бер үк ваҡытта Өфөләге Беренсе йәмиғ мәсете имам-хатибы була. Өфөлә мәҙрәсә янында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн курстар аса[4].

Йыһангир Абыҙгилдин «Ғосмания» мәҙрәсәһенә яңы уҡыу программаһын индерә, уҡыу курсын оҙонайта, мөғәлимдәр составын яңырта, шәкерттәренең көнкүрешен яҡшырта. 1912 йылда Өфө ахуны итеп тәғәйенләнә. 1914 йылда IV Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнаша[4].

1917 йылдың мартында Ырымбур Диниә назараты ҡазыйының урынбаҫары итеп һайлана. 1917 йылдың нояберендә Өфө губернаһынан Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышына кандидат була, әммә тейешле тауыштар йыя алмай. 1923 йылда II Бөтә Рәсәй мосолман дин әһелдәре съезында ойошторолған Ғөләмәләр шураһының сәркәтибе итеп һайлана[2].

1923—1928 йылдарҙа һәм 1932—1936 йылдарҙа Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡазыйы була. Исламда реформалар, белем алыуҙа һәм сәйәси тормошта ҡатнашыуҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлы булыуҙары яҡлы була. Астрономия, дин ғилеме, философия, тәбиғәтте өйрәнеү буйынса әсбаптар авторы, шулай уҡ уҡытыу программаларын да яҙа[4].

1928—1932 йылдарҙа Нарым крайында һөргөндә була[4]. 1936 йылдың 22 октябрендә ҡулға алына[3]. 1938 йылдың 17 июнендә атыла. 1994 йылда аҡлана[4].

  • Рух хаҡында фәлсәф жадидә вә исламиәткә бер назыр. Өфө, 1909.
  • Гыйльме һәйәт тарихчасы. Өфө, 1911.
  • Мәк орлыгы. Өфө, 1913.
  • Дин дәресләре. Ҡазан, 1919.
  • Рахимкулова М. Ф. Преподавание естественных наук в татарских школах дореволюционной России. — Оренбург, 1998.
  • Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане / Под ред. А. В. Малашенко. — М.: Логос, 2007.