Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йәштәр театры битенән йүнәлтелде)
Театр
Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры
Милли йәштәр театры
Ил Рәсәй
Ҡала Өфө
Нигеҙләнгән 1989 йыл
Сайт Рәсми сайт

«Лавина» спектакленән күренеш

Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры — Өфө ҡалаһындағы театр. 1989 йылда Йәш тамашасы театры булараҡ асыла, 1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты ҡарарына ярашлы Милли йәштәр театры тип исемләнә.

1999 йылда камера сәхнәһе барлыҡҡа килә — был режиссерҙарға тәжрибә үткәрергә, яңы алымдар үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Йәш коллектив «Камера сәхнәһендә классика»" проектын тормошҡа ашыра башлай.

2002 йылда театр үҙенең XIII миҙгелен яңы бинала башлай.

2006 йылдың ғинуарында Йәштәр театрына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме бирелә. Әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы театр уның әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар әҙерләне. Проект 2017 йылда БР башлығы грантына башҡарылды.

Театр асылғандан алып бында күренекле сәхнә оҫтаалары эшләй: Олег Ханов, Роза Кәримова, Әхтәм Абушахманов, Сәүиә Сираева һәм башҡалар.

Тәүге көндәренән үк театр ике телле булараҡ эш алып бара: ике (башҡорт һәм рус) труппаның да үҙ репертуары бар, ике телле тамашалар ҙа ҡуйыла, миҫал өсөн, Мостай Кәримдең «Яуҙы еңгән мөхәббәт», шағир-яугирҙарҙың әҫәрҙәре буйынса «Вспомним всех поименно» музыкаль-әҙәби композиция, А.Камюның «Калигула» трагедияһы, Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романы һ.б

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында балалар ҙа шөғөлләнә: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлшат Ғайсина етәкселегендә Балалар мюзиклы студияһы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Людмила Воротникова етәкселегендә «Апельсин» балалар театр студияһы эшләй.

Театр артистары телевидение һәм кино сәнғәте менән дә тығыҙ бәйләнештә.

Театр ижади багажын сит ил, урыҫ, башҡорт классик әҫәрҙәре менән туплай. Театр бик күп фестивалдәрҙә ҡатнаша.

Художество етәксеһе-Ш.Бабич ис. Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев;

Башҡорт труппаһының баш режиссеры- Ш.Бабич ис. Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов.