Казаринова Тамара Александровна
Казаринова Тамара Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй империяһы |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 9 июль 1906 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 4 август 1956 (50 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Преображенское зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | лётчик |
Хәрби звание | подполковник[d] |
Һуғыш/алыш | Икенсе донъя һуғышының Көнсығыш-Европа театры[d] |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Казаринова Тамара Александровна (9 июль 1906 йыл — 4 август 1956 йыл) — совет осоусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, һауа һуғышы оборонаһының 586-сы ҡатын-ҡыҙҙар истребитель авиацияһы полкының командиры, подполковник.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тамара Александровна Казаринова 1906 йылдың 26 июнендә Мәскәүҙә тыуған.
Ленинградта Хәрби-һауа көстәренең хәрби-теоретик мәктәбен (1929), Качинский хәрби летчиктар мәктәбен (1931), Липецк ҡалаһында Юғары осоу-тактика мәктәбен (1937) тамамлай.
Ҡыҙыл Армияла — 1929 йылдың ғинуарынан. Авиамәктәптең курсантынан алып 40-сы тиҙ йөрөшлө БАП командирының ярҙамсыһына тиклем юл үтә (март 1940).
Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — 1941 йылдың ноябренән алып, 586-сы ИАП командиры. 1942 йыл ноябренән алып — Һауа һуғышына ҡаршы оборона истребителдәр авиацияһының Баш идаралығы ҡарамағында була.
1943 йылға ҡарата — подполковник, ГУ ИА ПВО ТС 4-се бүлегенең начальнигы ярҙамсыһы, истребителдәрҙе йүнәлтеүҙе ойоштора. 1943 йылдың 12 июнендә «немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн» Казаринова Тамара Александровна Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. 1945 йылда Һауа һуғышы оборонаһы 1-се Һауа истребителдәр армияһының оператив-разведка бүлеге начальнигы ярҙамсыһы вазифаһында хеҙмәт итә.
1954 йылдың июнендә запасҡа киткәнгә тиклем илдең Һауа һуғышы оборонаһы авиацияһы берләшмәләре штабының төрлө вазифаларында була.
1956 йылдың 4 авгусында вафат була. Мәскәүҙә Преображенск зыяратында ерләнә.[1]
Апаһы — Милица Александровна Казаринова, шулай уҡ осоусы, 587 БАП штабы начальнигы[2], Тамара Александровна менән йәнәш ерләнгән.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены (1936)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (ике мәртәбә)
- миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Книга — В небе фронтовом: Сборник воспоминаний и очерков. — М.: «Молодая гвардия», 1962. — 296 с. — Тираж 115000 экз. / Йыйынтыҡты әҙерләүҙә элекке фронтовиктар секцияһының Хәрби-һауа көстәре төркөмө ҡатнаша. Төҙөүселәре: Казаринова М. А., Полянцева А. А. / Инеш һүҙе А. Маресьев.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Памятник на могиле Т. А. Казариновой
- ↑ Книга: Записки летчицы У-2. Женщины-авиаторы в годы Великой Отечественной войны. 1942—1945
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 9 июлдә тыуғандар
- 1906 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 4 августа вафат булғандар
- 1956 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Ҡатын-ҡыҙ авиаторҙар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Осоусылар