Ҡаймирасова Таңһылыу Ғимал ҡыҙы
Ҡаймирасова Таңһылыу Ғимал ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 4 ноябрь 1923 |
Тыуған урыны |
Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] Салауат районы |
Вафат булған көнө | 27 май 2016[1] (92 йәш) |
Вафат булған урыны | Алматы, Ҡаҙағстан[1] |
Һөнәр төрө | инженер |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ҡаймирасова Таңһылыу Ғимал ҡыҙы (4 ноябрь 1923 йыл — 27 май 2016 йыл) — тау инженеры‑геолог. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1972). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1977).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таңһылыу Ғимал ҡыҙы Ҡаймирасова 1923 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны[2] Арҡауыл ауылында тыуған.
Атаһы, Ҡаймирасов Ғималетдин, тегенсе булып эшләй, 1941 йылда вафат була. Әсәһе, Сәмиға Ҡаһарман ҡыҙы 5 бала менән ҡала.
1938 йылда Таңһылыу 8 класс тамамлап, Өфө педагогия эшселәр факультетының 2-се курсына ҡабул ителә һәм шул йылда уҡ Өфө геология-разведка техникумының геофизика бүлегенә уҡырға инә. Уҡыуын эш менән бер рәттән алып бара. Китапханасы, кер йыуыусы, техникум ятағында йыйыштырыусы булып эшләй.
1943 йылда Геология-разведка техникумын тамамлай һәм Алма-Ата ҡалаһына, Ҡаҙаҡ ССР-ының геология идаралығына ебәрелә.
1943 йылдан Ҡарағанда өлкәһенең Атасуй геофизика партияһында эшләй.
1958 йылда Ҡаҙағстан тау-металлургия институтын тамамлай. Шул уҡ йылдан геофизика тресында, Атасуй тематик партияһында тау инженеры-геолог булып эшләй.
Үҙәк Ҡаҙағстанда нигеҙендә Жайрем һәм Ушкатын ятҡылыҡтары төркөмө торған яңы минераль-сеймал базаһын разведкалауҙа һөм асыуҙа ҡатнаша. Инженер-геолог һөнәре буйынса Политехник институт тамамлаған туғаны Айһылыу менән бергә эшләй.
1977 йылда Жайрем полиметалл ятҡылығын эшкәртеүе һәм асыуы өсөн башҡа геологтар менән бергә Таңһылыу Ҡаймирасоваға СССР Дәүләт премияһы бирелә.
Ғаиләһе, эше тураһында рус телендәге иҫтәлектәре «Литературный Башкортостан» журналының 2003 йылдың 2-3-сө, 2004 йылдың 2-се һандарында баҫылып сыға[3].
Ғаиләһе: ире, Урал улы, ейәндәре, бүләләре.
Таңһылыу Ғимал ҡыҙы Ҡаймирасова 2016 йылдың 27 майында Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында вафат була[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1977)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаймирасова Таңһылыу Ғимал ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 ноябрь 2023)
- Танслу Каймирасова. Годы и дороги. Жизненный путь семьи Каймирасовых, по записям Танслу Гималовны Каймирасовой[5].
- Вахитов Р. Данлы ауыл – Арҡауыл. «Башҡортостан» гәзите, 2013, 10 ғинуар[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы
- ↑ http://literbash.narod.ru/3/21.htm
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ҡаймирасова Таңһылыу Ғимал ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 октябрь 2018)
- ↑ Проза.ру сайты. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2016)
- ↑ «Башҡортостан» гәзите, 2013, 10 ғинуар 2016 йыл 9 март архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2016)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Салауат районында тыуғандар
- 4 ноябрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 27 майҙа вафат булғандар
- 2016 йылда вафат булғандар
- Алматыла вафат булғандар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары (Башҡортостан)
- Геология-минералогия фәндәре кандидаттары