Эстәлеккә күсергә

Калинина Александра Борисовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Калинина Александра Борисовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 29 апрель 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Михайловская[d], Курганинский район[d], Армавирский округ[d], Северо-Кавказский край[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 25 ноябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Курганинск[d], Краснодар крайы, Рәсәй

Калинина Александра Борисовна (29 апрель 1926 йыл — 25 ноябрь 2015 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Александра Борисовна Калинина 1926 йылдың 29 апрелендә Кубань өлкәһенең Михайловская станицаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, урыҫ.

12 йәшендә Ленин исемендәге колхозға эшкә килә. 1942 йылдың авгусында немец оккупацияһы алдынан Александра башҡа колхозсылар менән бергә йәмәғәт көтөүенең 300-гә яҡын баш малын партизандар отрядына ҡыуып килтерә. Михайловская станицаһы азат ителгәндән һуң өйөнә ҡайта һәм колхозда эшләүен дауам итә. Емерек хужалыҡтарҙы тергеҙеүҙә ҡатнаша.

1945 йылда иген үҫтереү буйынса звеноны етәкләй. Беренсе уңышы 58 гектар майҙанда һәр гектарынан 16 центнер тәшкил итә.

1947 йылда звено яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. 10 гектар майҙанда һәр гектарҙан 32,24 центнер иген алына[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1950 йылдың 26 сентябрендәге Указы менән ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм рекордлы уңыш алғаны өсөн Александра Борисовна Калининаға Ленин ордены һәм "«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1949 йылдың йәйендә ул «Кубанские казаки» фильмы төшөрөүҙөң массовкаһында ҡатнаша.

Колхоз идараһы ағзаһы була, Михайловка ауыл һәм Ҡурған район Советы депутаты итеп һайлана.

2015 йылдың 25 ноябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Трудовая слава Кубани / Под ред. Л. Н. Заздравных. — Краснодар, 2003.