Каллирои Паррен

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Паррен Каллирои
грек. Καλλιρρόη Παρρέν
Callirrhoe Parren.png
Эшмәкәрлек төрө:

яҙыусы, журналист, суфражистка

Тыуған көнө:

1861({{padleft:1861|4|0}})

Тыуған урыны:

Ғосман империяһы, Крит виләйәте, Ретимнон ҡалаһы

Гражданлығы:

Греция Греция

Вафат булған көнө:

15 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Вафат булған урыны:

Греция, Афина ҡалаһы

Награда һәм премиялары:
Ҡотҡарыусы ордены Ҙур тәреһенең кавалеры
Commons-logo.svg Паррен Каллирои Викимилектә
Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png Платания ҡалаһында бюст
Ретимнон ҡалаһында Паррен бюсы

Каллирои Паррен (грек. Καλλιρρόη Παρρέν, ҡыҙ фамилияһы — Сигану (грек. Σιγανού); 18611940) — Греция педагогы, журналист һәм яҙыусы. Грецияла феминизм хәрәктенә нигеҙ һалыусы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1861 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1859 йылда[2]) Ғосман империяһы Крит виләйте (хәҙерге Грецияның Крит утрауы) Ретимнон ҡалаһында тыуған.

Мәктәпкә тиклемге белемде Пирей ҡалаһында монахтар мәктәбендә ала. Бынан һуң Афинала ҡыҙҙар өсөн иң яҡшы мәктәптәренең береһендә уҡый. 1878 йылда Αρσάκειον уҡытыусылар әҙерләү мәктәбен тамамлай. рус, француз, итальян һәм инглиз телдәрен белә.

1878 йылда саҡырыу буйынса Рәсәй империяһының Одесса ҡалаһына килә һәм бында ике йыл дауамында ҡала грек общинаһының ҡыҙҙар өсөн мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Артабан бер нисә йыл дауамында Эдирне ҡалаһында эшләй, бында грек общинаһы өсөн Zapeion мәктәбен аса. Истанбулда Франция матбуғат агентлығын асҡан француз журналисы Жан Парренға (ингл. Jean Parren) кейәүгә сыға, аҙаҡ улар Грецияның баш ҡалаһы Афинаға күсәләр.

Афинала феминизм хәрәкәте менән шөғөлләнә һәм 1887 йылда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Εφημερίς των Κυριών («Ҡатын-ҡыҙ журналы») журналын сығара башлай. Был журнал 1908 йылға ҡәҙәр аҙна һайын, ә 1908—1916 йылдарҙа — айына ике тапҡыр баҫылып сыҡҡан.

Грецияның Антанта яғында Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыуына ҡаршы сығыш яһай, бының өсөн 1917 йылда Элефтериос Венизелос хөкүмәте уны Идра утрауына һөргөнгә ебәрелә, ә журнал ябыла[3].

Афинала Европа һәм Америка ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте менән хеҙмәттәшлек итә, үҙенең журналын Париж һәм Чикаго ҡалаларында уҙған халыҡ-ара конференцияларында күрһәтә. Эшкә урынлашыу һәм белем алыу өлкәләрендә ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн көрәшә. 1896 йылда Греция ҡатын-ҡыҙҙар союзын нигеҙләй. 1908 йылда уның тырышлығы менән Греция ҡатын-ҡыҙҙар милли советы төҙөлә, был ойошма Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар советы (ингл. International Council of Women) менән хеҙмәттәшлек итә. 1650—1860 йылдарҙы үҙ эсенә алған «Греция ҡатын-ҡыҙҙары тарихы» китабын яҙа.

Шулай уҡ әҙәби салон аса, ул «Әҙәби шәмбеләр» булараҡ билдәле була. Жюльетта Адам, Жюль Симон, Григориос Ксенопулос, Костис Паламас кеүек яҙыусылар һәм публицистар менән дуҫ була. Бер нисә грек романдарын яҙа, улар тәүге тапҡыр «Ҡатын-ҡыҙ журналында» Майя псевдонимы аҫтында баҫылып сыға.

1940 йылдың 15 ғинуарында Афинала вафат була.

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡотҡарыусы ордены (Греция ҡатын-ҡыҙҙары араһынан тәүге кавалеры)
  • Афина академияһының көмөш миҙалы
  • Афина ҡалаһы миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]