Камал Ҡадир
Камал Ҡадир | |
Kamal S. Quadir | |
Эшмәкәрлек төрө: |
эшҡыуар, менеджер һәм рәссам |
---|
Камал Ҡадир (ингл. Kamal Quadir) — Американың һәм Бангладештың сериялы эшҡыуары, менеджеры һәм рәссамы; CellBazaar[1] (электрон сауҙа майҙансығы; 2010 йылда Telenor'ға алына; хәҙер ekhanei.com[2]) һәм bKash Limited (мобиль банкинг) компанияларын нигеҙләүселәрҙең береһе һәм уларҙың етәксеһе[3][4][5][6][7]. Ике компания ла ил баҙары лидерына әүерелә[8][6][9].
Камал «йәш фекер эйәләренең» Open World Initiatives тигән ойошмаһын нигеҙләй (Лозанна, Швейцария), ул Аспен институтының, TED’тың почетлы ағзаһы, Бөтә донъя иҡтисади форумда Глобаль йәш лидер (ингл. Young Global Leader) тигән исемгә лайыҡ була[5][7].
Камалдың художестволы эштәре Бангладеш милли музейы[en] һәм Азатлыҡ һуғышы музейының даими коллекцияларында һаҡлана[en][5].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юл башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камал Ҡадир Оберлин колледжында — бакалавр (1996), Массачусетс технология институты эргәһендәге Слоун менеджмент мәктәбендә MBA дәрәжәһен ала[5][4][9].
Insight Venture Partners’та[en] стажировка үтә, Бангладешта Occidental Petroleum’да бизнесты үҫтереү бүлегенең етәксеһе була һәм Нью-Йорк штатының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында эшләй[en][9].
GlobeKids Inc йәнһүрәт етештереү компанияһын ойоштороусыларҙың береһе һәм уның креатив директоры була.
CellBazaar
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2006 йылда Камал Ҡадир Бангладешта CellBazaar электрон майҙансығын аса, был майҙансыҡ тәүҙә уның ағаһының Grameenphone компанияһына инә[en][1][8].
Тауарҙарҙы туранан-тура һатыу һәм һатып алыу сервистары йыйылмаһы тиҙ арала илде яулап ала һәм был өлкәнең лидерына әйләнә[1][8].
Платформаның мобиль йүнәлешле булыуы уның төп үҙенсәлеге булып тора — бөтә ғәмәлдәр SMS, WAP йәки веб аша башҡарыла[10].
Проект баҙарҙың глобаль уйынсылары тарафынан уңышлы тип табыла һәм премиялар менән билдәләнә[10][11].
2010 йылда CellBazaar Telenor тарафынан һатып алына, ә 2014 йылда уның капиталы эре скандинав конгломераты Schibsted составына алына, ул ребрендинг үткәрә, һәм компанияға ekhanei.com тигән исем ҡушыла[2].
Компания Бангладешта электрон баҙарҙы барлыҡҡа килтереүсе тип һанала[4].
bKash
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда бер туған Камал һәм Иҡбал Ҡадирҙар bKash Limited тигән яңы проектты башлай[12]. Был проект Бангладеш халҡына банк хеҙмәттәре тәҡдим итә. 2011 йылда компания Бангладеш баҙарына инә[3][6].
Ул ваҡытта ил халҡының 70%-ы институциональ банкингтан файҙаланмай һәм ҡулаҡсаһыҙ аҡса күсереү, һаҡлыҡҡа аҡса һалыу, үтескә аҡса алыу кеүек иң ябай хеҙмәттәрҙән дә мәхрүм була. Шул уҡ ваҡытта бер туған Ҡадирҙарҙың йүнселлеге һөҙөмтәһендә (ҡара: Grameenphone, CellBazaar), ил халҡының 68%-ынан күбе кеҫә телефонлы була һәм уларҙы төрлө маҡсатта, шул иҫәптән бизнес-операцияларҙа ла файҙалана, мәҫәлән, мобиль сауҙа алып бара[13]. bKash мобиль ҡоролмалар ярҙамында банк хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеген аса.
Шулай итеп, bKash Бангладешта мобиль түләүҙәр тармағы лидерына әйләнә һәм Кенияның M-PESA компанияһынан ғына ҡалыша[6].
Наградалары һәм премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2008 йылда Камал Ҡадир мобиль технологияларҙы социль һәм иҡтисади үҫеш өсөн иң яҡшы файҙаланыған өсөн премияға лайыҡ була[10][5]. Шул уҡ йылды Asia Telecom’дың Йыл инновацияһы премияһы менән билдәләнә[14][5]. Шулай уҡ Manthan Award[en] Best E-Content for Development премияһын да яулай[11].
2009 йылда Бөтә донъя иҡтисади форумында Глобаль йәш лидер (ингл. Young Global Leader тип табыла[5].
2015 йылда Шваб фонды Камал Ҡадирҙы ул ойошторған bKash Limited өсөн йылдың социаль эшҡыуары тип атай[15][7].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Камал Иҡбалдың ағаһы Ҡадир Иҡбал да сериялы эшҡыуар булып тора, эшмәкәрлеген ҡустыһынан алдараҡ башлап, уға ҙур булышлыҡ күрһәтә[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Selling Potatoes By Phone In Remote Bangladesh (англ.
- ↑ 2,0 2,1 Tahmidur Rahman.
- ↑ 3,0 3,1 Gregory Chen, Stephen Rasmussen. bKash Bangladesh: A Fast Start for Mobile Financial Services (англ.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Kamal Quadir (англ.). Всемирный банк. Проверено 4 июня 2015.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Kamal Quadir (англ.). Всемирный экономический форум. Проверено 4 июня 2015.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Lynn Eisenhart.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Kamal Quadir 2015 йыл 21 октябрь архивланған. (англ.). Фонд Шваба. Проверено 4 июня 2015.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Ayesha Zainudeen, Rohan Samarajiva, Nirmali Sivapragasam.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Kamal Quadir (англ.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Global Mobile Awards 2008 (англ.
- ↑ 11,0 11,1 Manthan Award South Asia 2008 > Award Winners >Cell Bazaar 2009 йыл 19 август архивланған. (англ.
- ↑ Joanna Ledgerwood, Julie Earne, Candace Nelson.
- ↑ Eric Johnson. bKash Offers Mobile Banking for Bangladesh, a Country With Few Bank Accounts (англ.
- ↑ Closing the divide with the humble phone (англ.). telecomasia.net (5 May 2008). Проверено 4 июня 2015.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- LinkedIn: kamal-quadir(недоступная ссылка).
- Twitter: kamal_quadir.
- Сығыштар:
- Интервью: